Антипин Филипп Лукьянович
Антипин Филипп Лукьянович | |||||
Файл:Антипин Филипп Лукьянович.jpg | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ямаш ауылы (хәҙерге Бөрө районы), Башҡортостан Республикаһы | ||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
инженер ғәскәрҙәре | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||
Хәрби звание | |||||
Командалыҡ итеү |
отделение командиры | ||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы, | ||||
Наградалар һәм премиялар |
(үлгәндән һуң) Медали |
Антипин Фили́пп Лукья́нович (1900 йыл — 26 март 1944 йыл) — Советтар Союзы Геройы (3.06.1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө Украина фронтының 57-се армияһы, 93-сө уҡсылар дивизияһы, 107-се сапер батальонының 1-се ротаһында отделение командиры, сержант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Ямаш ауылында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы). рус. Башланғыс белемле. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1922 йылдан алып кәсепселек артелдәрендә эшләгән. 1931 йылдан — Бөрө районының Лежебоково промартеле председателе.
1942 йылдың октябрь айында Бөрө районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына саҡырыла.
1944 йылдың 22 мартында сержант Ф. Л. Антипин Николаев өлкәһе Вознесенск ҡалаһы тирәһендә беренсе булып штурм төркөмө яугирҙәрен Көньяҡ Буг йылғаһының уң ярына сығара. Расчет башлығы булараҡ ул бөтәһе 37 кешене икенсе ярға сығара. Көслө ағымда һауа тултырылған бәләкәй генә кәмәләрҙә ауыр йөктө икенсе ярға сығарыу ҙур таҫыллыҡ талап итә, ләкин Антипиндың оҫта ҡулдарында кәмә ышаныслы йөҙә. Уның оҫталығы, ҡыйыулығы арҡаһында ҡуйылған бурыс теүәл үтәлә. 1944 йылдың 24-нән 25-нә ҡарай төнөндә бөтә һыу аша сығыу ҡулайламаларынан бары тик пулялар менән тишкеләнеп бөткән бәләкәй генә ике кеше һыймалы кәмә тороп ҡала. Ишкәктәр артына сержант Антипин ултыра. Кәмә менән бергә һыу төбөнә китеү ҡурҡынысы янауына ҡарамаҫтан, ул берешәрләп кенә һалдаттарҙы икенсе ярға сығарыуын дауам итә. Ашығыс рәүештә командалыҡ итеү төркөмөн һәм радистарҙы икенсе ярға сығарырға кәрәк була, Ф. Л. Антипин был бурысты ла уңышлы атҡарып сыға — бер төн эсендә биш кешене һәм рацияны имен-һау икенсе ярға алып сыға. Кире һул ярға ҡайтҡанында Ф. Л. Антипин 4 ауыр яралы яугирҙе үҙебеҙҙекеләр яғына сығара.
Һуңғы тапҡырында яралы иптәшен тейәп, кире әйләнеп ҡайтып килгәнендә, кәмә көслө ағымға эләгә. Кәмә тулҡын менән ҡаплана, көслө ағым уны тирмән плотинаһына ағыҙып алып китә. Улар икеһе лә шунда һәләк була. 1944 йылдың 25 мартында сержант Антипин һәләк була.[1]. Ул Николаев өлкәһе Арбузинский районында ҡала тибындағы Константиновка ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.[2].
Советтар Союзы Геройы исеме Антипин Филипп Лукьяновичкә үҙе үлгәндән һуң 1944 йылдың 3 июнендә бирелә.[3].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (03.06.1944)[3]
- Ленин ордены (03.06.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены(13.10.1943)[4]
- Миҙалдары:
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (03.01.1943)[5]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөрө ҡалаһында Герой исеме менән аталған урам бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ 3,0 3,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 46/2, л. 1, 384, 385)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3597, л. 2, 3)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 33, л. 2, 22, 23)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антипин Филипп Лукьянович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 24 август 2011)