Эстәлеккә күсергә

Багдасарян Арев Григоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Арев Григоровна Багдасарян битенән йүнәлтелде)
Багдасарян Арев Григоровна
әрм. Արև Բաղդասարյան
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Әрмәнстан
Псевдоним Նախշուն բաջի
Тыуған көнө 2 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Шуша[d], Елизаветпольская губерния[d][1][2]
Вафат булған көнө 17 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2] (75 йәш)
Вафат булған урыны Ереван, Әрмәнстан[2]
Ерләнгән урыны Тохмахское кладбище[d]
Һөнәр төрө йырсы, бейеүсе
Эш урыны Армфилармония[d][1]
Уҡыу йорто Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты
Кемдә уҡыған Тамара Ханум[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1994
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены народный артист Армянской ССР «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы
 Багдасарян Арев Григоровна Викимилектә

Багдасарян Арев Григорьевна (әрм.1913 йыл, 2 апрель, Шушикенд[3] / / Шош[4], Елизаветполь губернаһы[К 1] — 1994 йыл, 17 февраль, Ереван) — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1961), Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1955), йыр һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарыусы.

Арев Григоровна Багдасарян тыуғандан һуң ғаиләһе Баҡыға күсеп килә. Бында мәктәпте тамамлай. Сәхнәгә һөйөү һәм бай тәбиғәт һәләттәре Аревты художестволы үҙешмәкәр түңәрәгенә килтерә, 1936 йылда бейеүсе булараҡ Дондағы Ростовтағы олимпиадала беренсе урын ала.

1937 йылда К.Маркс исемендәге Әзербайжан халыҡ хужалығы институтын тамамлай (хәҙер Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты).

Институтты тамамлағандан һуң Әзербайжан дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килә һәм күпмелер ваҡыттан һуң уның солисы булып китә. Тамара ханумда (Петросянц) уҡый. 1938 йылда бейеү ансамбле составында Багдасарян Арев Мәскәүҙә Азербайжан сәнғәте декадаһында ҡатнаша. Мәскәү декадаһынан ҡайтҡас, уны, ансамблдең төп солистарының береһе булараҡ, Баҡы хореография училищеһына уҡырға ебәргәләрр, унда ул профессиональ белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 89-сы әрмән Тамань дивизияһы яугирҙәре өсөн фронтҡа концерт менән ебәрелгән беренсе әрмән актрисаһы иҫәбендә була. 1942 йылдан алып Арев Әрмән ССР-ы филармонияһы солисы, донъя халыҡтары бейеүҙәре һәм йырҙарын башҡарыусы булып китә, уның өсөн булдырылған ҙур булмаған ансамбль тиҙ генә билдәлелек яулай.

Һуғыштан һуң Багдасарян Арев совет сәхнәһе йондоҙҙары араһында сит ил турнеһында була. 1946 йылдан алып 1948 йылға тиклем Әрмән ССР-ы Дәүләт эстрада оркестрында композитор Артемий Айвазян етәкселегендә эшләй.

Телевидение барлыҡҡа килгәс, Багдасарян Арев Советтар Союзы Үҙәк телевидениеһының тәүге музыкаль программаһында юғары хөрмәткә лайыҡ булған беренсе әрмән солисы була. 1948 йылда үҙе халыҡ уйын ҡоралдары ансамблен ойоштора, улар менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем сығыш яһай. Ойошторолғандан алып ансамбль тыңлаусыларҙы юғары профессиональ кимәлдә йәлеп итә, төрлө репертуар һәм виртуоз яңғыҙ башҡарыу менән шөғөлләнә. 1948 йылдың октябрендә Бадасарян Арев «Арарат үҙәне ҡыҙы» кинокартинаһында төшөү өсөн саҡырыла. 1951 йылда Мәскәүҙә «Эрмитаж» эстрада театрында илебеҙ һәм сит илдәр сәнғәт оҫталарының берлектәге концерт программаһында ҡатнашыу өсөн саҡырыла. Концерттар Сталиндың инициативаһы буйынса ойошторола, ул Политбюро ағзалары менән бергә уларҙы асыу тантанаһында ҡатнаша.

Мәскәүҙә гастролдәр тамамланғас, Әрмәнстан Рәссамдар союзы Бадасаряндың портретын һәм скульптураһын етештереүгә заказ ала. Был эште билдәле оҫталар — Налбандян Арпеник һәм Мирзоян Тереза башҡара. Улар бер үк ваҡытта эшләй. Арев «Нахшун баджи» костюмында төшә, Налбандян уның портретында кәүҙәһе тулы килеш бирелә, ә Мирзоян скульптураһын әүәләй. Эштәр тәүҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла күрһәтелә, һуңынан Әрмәнстанға ҡайтарыла. Багдасарян Арев портреты «Мәскәү» кинотеатрында урынлаштырыла, унда оҙаҡ йылдар тамашасыларҙың иғтибарын үҙенең зауыҡлығы менән йәлеп итә, ә уның бронза скульптураһы Әрмәнстандың Милли галереяһында лайыҡлы урын биләй.

1955—1987 йылдарҙа «Барекамутюн» («Дуҫлыҡ») донъя халыҡтары йыр һәм бейеү ансамбле етәксеһе һәм солисы. 50 йыл эсендә Багдасарян Арев төрлө халыҡтарҙың тиҫтәләгән йыр-бейеүҙәрен башҡара, уларҙың барыһы ла үҙенсәлеклелеге һәм эске йылылығы менән айырылып тора. Уның репертуарында 70-тән ашыу йыр һәм бейеү бар ине, уларҙың яртыһы тиерлек әрмән йыры һәм бейеүе. Багдасарян Аревтың ижадында иң юғары ҡаҙаныш — карабах йырҙары һәм бейеүҙәре, улар араһында бөтә донъяға билдәле һәм уның визит карточкаһына әйләнгән Нахшун баджи бар[5]. Авторы Багдасарян Арев үҙе була. Уның репертуарынан байтаҡ йырҙар әрмән халҡының көнкүрешенә үтеп инә һәм ҡаҙанышы булып китә. 1955 йылда Әрмән ССР-ы Юғары Советы Президиумы 6 август Указы менән Бадасарян Арев «Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була. 1994 йылдың 17 февралендә вафат була. Багдасарян Арев Нахшун баджи костюмында ерләнә[6].

Наградалары, маҡтаулы исемдәре һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1955)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (27.06.1956)
  • Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1961)
  • Күкрәккә тағыла торған Хо Ши Мин исемендәге билдә. (1957)
  • Молдава ССР-ы Юғары Советы Президиумының Молдавияла Әрмән ССР-ының Мәҙәниәт көндәрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы (1969) өсөн Почёт грамотаһы
  • «В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә». Маҡтаулы хеҙмәте өсөн юбилей миҙалы. (1970)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1983)
  • НКАО халыҡ депутаттары өлкә Советы Башҡарма комитетының Почет грамотаһы (1978)
  • Әрмән ССР-ы Юғары Советы Президиумының әрмән-совет музыкаль башҡарыу сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Почёт грамотаһы (1988)
  • Күп кенә иҫтәлекле билдәләр
«Ҡарабах ҡатын-ҡыҙына һәйкәл»
  • 1983 йылда Багдасарян Арев ойошторған «Барекамутюн» («Дуҫлыҡ») донъя халыҡтары йыр һәм бейеү ансамбленә уның исеме бирелә.
  • Артист йәшәгән Абовян урамындағы 21-се йорттоң фасадында мемориаль плита ҡуйыла.
  • Саят-Нова һәм Теряндар урамдары киҫелешендәге скверҙа 3 метрлыҡ бронза һәйкәл ҡуйыла «Ҡарабах ҡатын-ҡыҙына һәйкәл», скульптор Ереванци Давид).
  1. Ныне село в Нагорном Карабахе, согласно административно-территориальному делению Нагорно-Карабахской Республики, фактически контролирующей село, расположено в Аскеранском районе НКР; согласно административно-территориальному делению Азербайджана — в Ходжалинском районе Азербайджана.
  1. 1,0 1,1 1,2 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. ԽուդավերդյանՀայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ով ով է. հայեր (әрм.) / под ред. Հ. ԱյվազյանԵրևան: Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 2005. — Т. 1. — Б. 202.
  3. Согласно административно-территориальному делению Азербайджана
  4. Согласно административно-территориальному делению Нагорно-Карабахской Республики
  5. Любимая ставшая народной песня карабахских армян, которую поют на карабахском диалекте 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
  6. В некрологе, посвященном её памяти, отмечалось: Зашло солнце, наша Арев. Не взойдет она больше на песенном горизонте в нашей земной жизни. Но разве преходящи, разве могут исчезнуть красота, обаяние, грация, которые принесла на армянскую сцену и увековечила Арев Багдасарян? Песни и танцы разных народов в исполнении прекрасной дочери Карабаха не пропадут. В них мы вновь услышим голос народный, удары сердца карабахца, увидим солнечную улыбку Арев (Солнце).
    • Егиян В. Передовые женщины Армении. — Ереван, 1971.
    • Степанян Г. Биографический словарь (Деятели армянской культуры) : В 3-х т. — Ереван, 1973. — Т. 1.
    • Араксманян А. Арев Багдасарян. — Ереван, 1973.