Аронова Раиса Ермолаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аронова Раиса Ермолаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Һарытау
Вафат булған көнө 20 декабрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик, хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание второй лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Аронова Раиса Ермолаевна (10 февраль 1920 йыл — 20 декабрь 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1946).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Раиса Ермолаевна Аронова 1920 йылдың 10 февралендә Һарытау ҡалаһыныңы эшсе-тимер юлсылар ғаиләһендә тыуған.

95-се урта мәктәпте, аэроклуб, М. И. Калинин исемендәге Һарытау ауыл хужалығын механизациялау институтының ике курсын тамамлай. 1940 йылда Мәскәү авиация институтына күсә.

1941 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армияға китә. 1942 йылда Энгельс осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылда ВКП(б) ағзаһы була.

1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында. Еңеүгә тиклем Төньяҡ-Кавказда 4-се һауа армияһы составында, 4-се Украин һәм 2-се Белорус фронттарында һуғыша. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының өлкән осусыһы (325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) Кавказды обороналауҙа, Ҡырым, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә, Германия территорияһында дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

1943 йылдың 23 мартында яралана. Самолетының борты менән йәнәшәлә зенит снаряды шартлай. Һөҙөмтәлә ул 34 янсыҡлы яра ала. Иң ҙур 17 ярсыҡты хирургты сығарып ала, ҡалған 17 ваҡ ярсыҡ ҡабырғаһында ғүмере буйына ҡала. Һәм улар тормоштан иртә китеүенә сәбәпсе була. Ҡалған ярсыҡтар едти ҡан ауырыуына килтерә, һәм уның үлеменә сәбәп була. Әммә был 39 йылдан һуң була. Ә ул саҡта, 1943 йылда, ул һауыға һәм һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, осоуын дауам итә.

Хәрби батырлығы өсөн ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942), «Кавказды обороналаған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә

1946 йылдың 15 майында 941 хәрби осош яһағаны, дошманға ҙур зыян килтергәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Раиса Ермолаевна Ароноваға өсөн Ленин ордены һәм 8961-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Р. Е. Аронова Сит телдәр хәрби институтын тамамлай (1952). КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Эске эштәр министрлығы һәм Дәүләт именлеге комитеты аппараттарында эшләй. Сит телдәрҙәге шифрлы дипломатик, хәрби, коммерция һәм агентура документтарын уҡыу һәм тәржемә итеү менән шөғөлләнә, сит ил дәүләттәренең шифрҙарын һәм кодтарын аналитик асыу эштәрендә ҡатнаша.

1961 йылдан майор Аронова — запаста. Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

1982 йылдың 20 декабрендә вафат була, Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ночные ведьмы». Саратов, 1983.
  • Тревожные ночи // Героини. — М., 1969

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аронова Раиса Ермолаевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — Б. 75. — 911 б. — 100000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российской книжной палате 87-95382.
  • Хохолков Н. По зову Родины // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Памятник на могиле Р. Е. Ароновой.