Артур Гёргей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артур Гёргей
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Ҡултамға
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Johannes Arthur Woldemár Görgey
Тыуған көнө 30 ғинуар 1818({{padleft:1818|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Топорец[d], Кежмарок[d], Прешовский край[d], Словакия
Вафат булған көнө 21 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][4][5][…] (98 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Австро-Венгрия
Ерләнгән урыны Керепеши[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары István Görgey[d]
Һөнәр төрө инженер, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр, химик
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][6], диктатор[d] һәм министр обороны Венгрии[d]
Әүҙемлек урыны Будапешт
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d][6]
Хәрби звание корпусной генерал[d]
Һуғыш/алыш Революция 1848—1849 годов в Венгрии[d]
 Артур Гёргей Викимилектә

Артур Гёргей (мадьярса  Görgei Artúr; 30 ғинуар 1818 йыл, Топорец — 15 май 1916 йыл, Вишеград, Венгрия) — Венгрияның хәрби эшмәкәре, революционер.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Гёргей бай венгр протестанттары ғаиләһендә тыуа, сас нәҫеленән. 19 йәшендә ул Венала Венгрия дворяндары һаҡсыһы хеҙмәтенә ҡушыла. Ул үҙ хеҙмәтен университетта уҡыу менән берләштерә. 1845 йылда атаһы үлгәс ул армиянан китә һәм химия фәнен өйрәнеү өсөн Прага университетына уҡырға инә. Уҡып сыҡҡас, ул нәҫел утарына ҡайта.

Будапештта Артур Гёргей һәйкәле

Венгр революцияһы башланғандан һуң, ул Венгрия хакимиәте яғында һуғыша. Ул армияға капитан дәрәжәһе менән инә, ләкин бер аҙҙан Тисаның төньяғында бөтә Милли Гвардияны етәкләй, төбәктә Хорватия ғәскәрҙәренә ҡаршы уңышлы эшләй.

1849 йылдың 4 майында Артур Гёргей Венгрия башҡалаһын ҡамап ала һәм яулап ала, унан һуң ул революцион хакимиәттең һуғыш министры була. Рәсәйҙең һуғышҡа ҡатнашыуы менән, һуғыш фронтындағы хәл киҫкен үҙгәрә. Походтарҙың берһендә Гёргей принц Паскевич экспедицияһы корпусынан генерал Ридигерға әсирлеккә бирелергә мәжбүр була[7] .

Ҡораллы иптәштәрҙән айырмалы булараҡ, Гёргей хәрби суд тарафынан ҡаралмай. Бер ни тиклем ваҡыт төрмәлә ултыра, һуңынан Клагенфуртта йәшәй, химия эше менән шөғөлләнә. 1867 йылда уны кисерәләр һәм Венгрияға ҡайтырға рөхсәт итәләр. Атылған йәки аҫып үлтерелгән күпселек генералдарҙан һәм революцион хакимиәт түрәләренән айырмалы булараҡ, үҙенең ғ-мерен һаҡлап бирелеүе өсөн Венгрия йәмғиәте уны ҡурҡаҡ һәм һатлыҡ йән тип һанай. Майн Ридтың «Ҡыҙ-ҡатын» романында Гёргейҙың хыянат варианты ла нигеҙ булып алына. Азат ителгәндән һуң, Артур Гёргей Венгрияның сәйәси тормошонда бер ниндәй роль уйнамай.

1885 йылда ҡайһы бер дуҫтары уны Венгрия йәмғиәте алдында реабилитацияларға тырышалар. Ул ваҡытта Гёргей мыҫҡыллау һәм рәнйетеү аҫтында йәшәй. Һуңынан, уның хәрби хеҙмәттәре һәм революция ваҡытында уйнаған ҙур роле арҡаһында уның ватандаштары тарафынан таныла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #89170225 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Artur Gorgey // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Artur Gorgey // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. Artúr Görgey // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  6. 6,0 6,1 Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.)Eger: Líceum Kiadó, 2020. — Б. 151. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
  7. Вайцен // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]