Эстәлеккә күсергә

Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Йәнтеш, Атингән ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 1986
Һөнәр төрө ат ҡараусы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы (1910 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡыҙылармеецы (дәлилләгән мәғлүмәттәр юҡ)[1]), Башкавдивизияның 35-се уҡсылар полкы кавалерисы[2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[3].

Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы Арыҫланов 1910 йылда Башҡортостандың Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡала, бала саҡтан мал йәнле егет колхозда мал ҡараусыһы булып эшләй. Өс балаһын, ҡатынын ҡалдырып, 1941 йылда һуғышҡа китә. Ҡыҙыл Армияға Хәйбулла районы хәрби комитеты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, шәхси исемлектә ҡыҙылармеец тип күрһәтелгән, әммә дәлилләгән мәғлүмәттәр юҡ тигән иҫкәрмә бар[1]. Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү музейы мәғлүмәттәренә ярашлы, Йәрмөхәмәт Арыҫланов — 112-се кавалерия дивизияһының 35-се уҡсылар полкы кавалерисы, Сталинград алышы ҡатнашыусыһы[2]. 1945 йылдың 20 ғинуарында ҡаты яралана, госпиталдән һуң тыуған ауылына өсөнсө төркөм инвалиды булып ҡайта, әммә был ваҡытҡа ҡатыны һәм бер балаһы яҡты донъя менән хушлашҡан була. Һуғыштан һуң яңы ғаилә ҡора, яратҡан шөғөлө — ат ҡараусыһы булып эшләй[4]. Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улын ихласлығы, эскерһеҙлеге өсөн ауылда «Добрый бабай» тип йөрөткәндәр[4].

1986 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]