Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 25 май 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Төмән, Рәсәй
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14 сентябрь 1928 йыл — 25 май 2004 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афзалетдин Ғиззәтулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы) Йәлембәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ишембай ҡалаһында мәктәпте тамамлағандан һуң, уҡыуын Өфө нефть институтында дауам итә.

1951 йылда «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса юғары белем тураһында диплом ала. 1951 йылдың мартында «Черкассы» нефть разведкаһы идаралығында өлкән инженер вазифаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1963 йылға тиклем «Башвостокнефтеразведка» системаһында экспедицияларында өлкән инженер, быраулау мастеры, нефть разведкаһы участка начальнигы, баш инженер вазифаларын башҡара. 1963 йылдың сентябрендә «Тюменнефтегаз» идаралығының производство-техник берекмәһе начальнигы булып эшләй.1964 йылдың апрелендә «Тюменнефтегазразведка» № 3 тресының эксплуатация быраулауы контораһы директоры итеп тәғәйенләнә, һуңғараҡ ул "Главтюменнефтегаз"дың Урай быраулау эштәре идаралығы тип үҙгәртелә.

1965 йылда һауа мендәрендә эшләгән быраулау ҡоролмаһы уйлап тапҡан өсөн Афзалетдин Ғиззәтулла улы Иҫәнғолов ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә. 1966 йылда уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденытапшырыла. 1970 йылда — «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1971 йылда — Ленин ордены менән бүләкләнә.

1971 йыл аҙағына Самотлор ятҡылығын үҙләштереү өсөн быраулау эштәре идаралығы Нижневартовск ҡалаһына күсерелә. Иҫәнғолов предприятиены тиҙ арала күсереүҙе тәьмин итеүгә бар көсөн һала, был эш бер нисә ай эсендә тамамлана. Был эштәр шул тиклем аныҡ үткәрелә,Шаимда һуңғы скважина быраулауҙы тамамлаған быраулау бригадалары икенсе көнөнә үк Самотлора яңы скважина быраулай башлай. Ул саҡта йыллыҡ план 117 процентҡа үтәлгән. Разведка быраулауы күләме артҡандан-арта, яңынан-яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу бара.

1972 йылда быраулау тиҙлеген үҫтереүҙе тәьмин иткән саралары уйлап табыу һәм индереү өсөн Афзалетдин Ғиззәтулла улына СССР дәүләт премияһы тапшырыла. Уға «Почётлы нефтсе» исеме бирелә. 1973 йылда икенсе тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә, Социалистик хеҙмәт геройы исеме бирелә, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Нижневартовск нефть районын үҙләштергәндән һуң Афзалетдин Ғиззәтулла улы Төмән ҡалаһында «Главтюменгеология» берекмәһендә баш инженер булып эшләй. 1978 йылдың мартында Урайға ҡайтып, «Урайнефтегаз» производство берекмәһенең быраулау буйынса генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1982 йылдан — быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Бер нисә тапҡыр А.Ғ. Иҫәнғолов Нефть сәнәғәте министрлығы, Главтюменнефтегаз , Төмән өлкә комитеты, Ханты-Манси окружкомы, КПСС-тың Урай ҡала комитеты маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт китабына индерелгән, КПСС-тың Төмән өлкә комитетының, Ханты-Манси окружкомының һәм Урай ҡала башҡарма комитетының Хеҙмәт даны китабына уның исеме индерелгән.

Бер нисә тапҡыр А.Ғ. Иҫәнғолов Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт китабына индерелгән, КПСС-тың Төмән өлкә комитетының, Ханты-Манси окружкомының һәм Урай ҡала башҡарма комитетының нефть сәнәғәте министрлығының маҡтау грамоталарыы менән бүләкләнгән. Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн уның исеме Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт китабына индерелгән, КПСС-тың Төмән өлкә комитетының, Ханты-Манси окружкомының һәм Урай ҡала башҡарма комитетының Хеҙмәт даны китабында ла уның исеме бар. .

1958 йылдан коммунист булараҡ Афзалетдин Ғиззәтулла улы хеҙмәт эшмәкәрлегенән тыш үҙ дәүеренең Нижневартовск һәм Урай ҡалалары ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан өлкә профсоюз комитеты нефть һәм газ сәнәғәте эшселәре профсоюзы өлкә комитетында,КПСС-тың Кондино район, Урай һәм Нижневартовск ҡалалары, Ханты-Манси округы комитеттарында ағза була, КПССүтың Урай ҡала комитеты бюроһы ағзаһы, ҡала хакимиәте архив хеҙмәте фондын ойоштороусы була.

1987 йылда пенсияға китә. Тиҙҙән Төмән ҡалаһына күсенә. 2004 йылдың 25 майында Афзалетдин Ғиззәтулла улы вафат була, Төмән ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1972)
  • ике Ленин ордены (1971, 1973)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
  • СССР-ҙың Почётлы нефтсеһе (1972)
  • Академик М. И. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы. «Герои страны» сайты.