Эстәлеккә күсергә

Афридонов Миҙхәт Вафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Афридонов Миҙхәт Вафа улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Төркмәнстан
Вафат булған көнө 20 июль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Афридонов Миҙхәт Вафа улы (15 сентябрь 1924 йыл — 20 июль 2000 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитет секретары, беренсе секретары, 1970—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының сауҙа министры. Башҡорт АССР-ының 6—9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) һәм ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985) ордендары кавалеры[1].

Миҙхәт Вафа улы Афридонов Төркөстан АССР‑ы Кина‑Аральск ауылында тыуған[1]. Мәскәүҙә 1958 йылда КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаған[1]. 1943 йылдан алып ВЛКСМ‑дың Бөрө район комитетында, 1945 йылдан алып Башҡортостан өлкә комитетында эшләй; 1954 йылдан башлап БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1958 йылда КПСС Октябрьский ҡала комитеты секретары, артабан 1‑се секретары итеп һайлана һәм ошо ваифаны 1970 йылға тиклем биләй. 1970 йылда Өфөгә БАССР-ҙың сауҙа министры итеп үрләтелә, 1980 йылға тиклем ошо урында эшләй.

Афридонов М. Ф. ҡайҙа эшләһә лә, намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ араһында абруйлы була. Сауҙа министры вазифаһы осоронда уның башланғысы. сауҙаның прогрессив формалары индерелә; Өфөлә «Росторгодежда», «Роскультторг», «Росбакалея» күмәртә базалары. Айырыуса Октябрьский ҡалаһына иғтибарын бүлә, был ҡалала Спорт һарайы, керамик плитка һәм фаянс изделиелар, күн, «Нефтемашремонт» заводтары төҙөлә; Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы асыла[1].

2000 йылдың 20 июлендә өфө ҡалаһында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966, 1985)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1980).
  • Календарь знаменательных и памятных дат города Октябрьский на 2014 год / Муниципальное бюджетное учреждение: Централизованная библиотечная система; сост. : О. В. Николаева; отв. за выпуск Н. А. Скворцова. — Октябрьский : ЦГБ, 2013. — 32 с.
  • Кускильдин Д. Г. АФРИДОНОВ Мидхат Вафиевич — Башкирская энциклопедия
  • Максимов, Н. Оставил добрую память / Н. Максимов // Окт. нефт. — 2009. — 15 сент. — С. 3.
  • Ролова, Е. Коммунист не способен к смене знамени / Е. Фролова // КПРФ. — 2009. — 18 дек.