Ахмадов Фатхулло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ахмадов Фатхулло
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Суғд өлкәһе[d], Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 30 июль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны Седльце, Мазовия воеводлығы[d], Польша
Ерләнгән урыны Седльце
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы III дәрәжә Дан ордены

Ахмадов Фатхулло (14 апрель 1918 йыл — 30 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия сержанты. 17-се гвардия кавалерия дивизияһы 61-се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы ҡоралы расчеты командиры (1-се Белорус фронты 2-се гвардия кавалерия корпусы), Советтар Союзы Геройы (24.03.1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фатхулло Ахмадов 1918 йылдың 14 апрелендә Тажикстандың хәҙерге Суғд өлкәһе Кулангир ҡышлағында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте тажик. Колхозда тракторсы булып эшләй.

1941 йылдан Ҡыҙыл Армияла Көнбайыш, Брянск, Үҙәк, 1-се Белорус фронттарында һуғыша. Тәүҙә пулеметсы була. 1942 йылда 45-милиметрлыҡ пушка тоҫҡаусыһы булараҡ Жиздра ҡалаһы тирәһендә ике танкыны шартлата.

1943 йылда Ахмадов сержант курсын тамамлай һәм миномет расчеты командиры итеп тәғәйенләнә. Бөтә төр ҡоралдарҙан бик оҫта атҡан. 1943 йылдың көҙөндә танкыға ҡаршы ҡоралды үҙләштерә.

1944 йылдың ғинуарында Белорус Полесьеһы өсөн алыштар башлана. Беседки ауылы тирәһендәге бер позицияла Ахмадов танктар һөжүмен көткән саҡта ябай арба тәгәрмәсен ағасҡа беркетеп ҡуя һәм сираттағы һөжүм ваҡытында танкыға ҡаршы мылтығынан дошман "Юнкерс"ын бәреп төшөрә.

1944 йылдың 14 ғинуарында Багримовичи ауылы янында танкылар менән көсәйтелгән ике пехота батальоны кавалеристарҙың позицияларына һөжүм итә. Артиллерия снарядтары немец «Тигр»ҙарының броняһынан ҡаҡлығалар һәм бер ниндәй зыян килтермәй. шул ваҡытта Ахмадов ситкәрәк шыуыша һәм танҡыға броня тишә торған пуляны ҡабырға яғынан ебәрә. Ошо «шакалдар» өсөн (Ахмадов бөтә дошман техникаһын «шакалдар» тип атай) Ахмадов 3-сө дәрәжә дәрәжә Дан орденына лайыҡ була.

Тиҙ арала Ахмадов ҡабаттан батырлыҡ күрһәтә. Атакаларҙың береһендә йәйәүле эскадрон дошман тылына бәреп инә. Немецтар икенсе траншеяла йәшенәләр һәм пулеметтан күҙ асмаҫлыҡ ут асалар. Ахмадов хәйләкәрлек уйлап таба. Үҙенең икенсе номеры менән бер нисә сәғәт эсендә ҡар аҫтынан үткәүел яһай. Иптәштәре окоп өҫтөнән таяҡтарҙа каскаларҙы йөрөткәндән һуң пулеметтың урыны билдәләнә. Яңы позициянан Ахмадов бер нисә атыу менән пулеметты юҡ итә. Ошо уҡ ваҡытта немецтарҙың икенсе пулеметы тауыш бирә башлай. Ахмадов төндә ҡабаттан ҡар аҫтынан юл эшләй. Таң атыу менән дошман расчеты ҡыйратыла.

17-се гвардия кавалерия дивизияһы Мозырь һәм Калинковичи йүнәлешендә хәрәкәт итә һәм Припять йылғаһына яҡынлаша. Йылға ныҡлап туңмаған була. Nал сыбығын ҡырҡа һалып, туңдырып, кавалеристар ныҡлы боҙ ҡабыҡ эшләп алалар һәм уның ярҙамында йылға аша сығалар. Ҡаршы яҡҡа сыҡҡас, дошман траншеяларын баҫып алалар. Тиҙҙән ҙур булмаған плацдармға дошман танкылары ябырыла, Ахмадов беренсе атыуҙа уҡ дошман танҡын ҡыйрата. Икенсе танкыны ла шартлатҡас. немецтар сигенәләр.

1944 йылдың яҙында кавалеристар йәйәүле сафта дошман тылына бәреп инергә, тимер юлын киҫергә тейеш булалар. Был юлдан немецтар кешеләрҙе һәм талап алынған мөлкәтте алып киткән булғандар. Батҡаҡ һаҙлыҡтарҙан бик күп ара үтеп, Ахмадов иптәштәре менән тимер юлы эргәһендәге ағаслыҡта йәшенә. Тиҙҙән бик ҙур дошман составы күренә. Ахмадов броняны тишә торған пуляны локомотивтың ҡаҙанына табан ебәрә. Локомотив шартлағандан һуң, Ахмадов һәм уның иптәштәре пулеметтан һәм автоматтарҙан немец һаҡсыларын юҡ итәләр, алты дошманды әсиирлеккә төшөрәләр.

1944 йылдың йәйендә «Багратион» операцияны башлана. 1944 йылдың июле аҙағында совет ғәскәрҙәре Польша сиктәрен үтә. Был алыштарҙа Ахмадов «Тигр» танкын, штурм орудиеһын, бер нисә автомашинаны ҡыйрата һәм пулеметтан бик күп гитлерсыларҙы юҡ итә.

Лукув ҡалаһы (Польша) өсөн алышта Ахмадов расчеты дошман дзотын баҫып ала. Өҫтөнлөклө көскә ҡаршы һуғышырға тура килә. Ахмадов яралана, әммә яу яланында ҡала.

Седльце ҡалаһы тирәһендә Сабельниковтың кавалерия взводы ҡамауға эләгә. Командир ҡаты яраланғанға күрә, сержант Ахмадов етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Ҡамауҙа ҡалған кавалеристарға ҡаршы ике дошман танкы һәм улар артынан пехота ябырыла. Мәргән Ахмадов ике машинаны ла сафтан сығара. Кавалеристар өс сәғәт дауамында, совет танкистары ярҙамға килгәнсе, оборона тоталар.

1944 йылдың 30 июлендә Седльце ҡалаһында Ахмадов емерелгән йорттоң подвалында позиция биләй. Үҙенең ҡоралынан бер штурм орудиеһын шарталтып өлгөрә, «Тигр»ға граната ташлай. Ошо алышта Ахмадов ҡаты яралана. 1944 йылдың 30 июлендә гвардия сержанты Фатхулло Ахмадов алған яраларынан һәләк була.

Сельдце ҡалаһында ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Фатхулло Ахмадовҡа Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндән һуң) бирелә[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 29/3, л. 1/358, 359)
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 650, л. 1, 5, 6)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]