Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Рим Билал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ахмедов Рим Билалович битенән йүнәлтелде)
Рим Билал улы Әхмәтов
Тыуған көнө:

29 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө:

25 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (83 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тәржемәсе, сценарийҙар авторы, фитотерапевт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса, русса

Әхмәтов Рим Билал улы (29 октябрь 1933 йыл25 ғинуар 2017 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, журналист, сценарийҙар авторы, тәржемәсе һәм үләндәр менән дауалаусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сергей Чекмарёв (1986) һәм Степан Злобин исемендәге (2008) премиялар лауреаты.

Рим Билал улы Әхмәтов 1933 йылдың 29 октябрендә Өфөлә тыуған.

Әхмәтовты гелән оло донья ылыҡтыра, ул үҙенен тормошон китап менән бәйләргә теләй, шуға 1953 йылда А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. Уҡыу уға енел бирелә, имтихандарҙы унышлы тапшырып, 1958 йылда институтты тамамлай. Артабан Үҙәк телевидениелә эшләй. 1963 йылда Өфөгә кире ҡайта, Башҡортостан радио һәм телевидениеһында эшен дауам итә: мөхәррир, республика гәзиттәрендә радио һәм телевидение сығарылыштарын күҙәтеүсе булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Билал улы үҫмер сағында уҡ китапханала юғалып, күп уҡый, классиктарҙы өйрәнә, тәүге аҙымдарын яһап, яҙып ҡарай. Унын тәүге әҫәрҙәре 1951 йылда матбуғатта («Ленинец», «Советская Башкирия», «Труд», «Сельская жизнь»), төрлө йыйынтыҡтарҙа күренә башлай.

Үҙәк телеведениела эшләгәнендә, 1960 йылда ул яҙған сценарий буйынса күп сериялы «На карте не значится» исемле телеповесть ҡуйыла.

Рим Билал улынын сценарийҙары буйынса төшөрөлгән «Мы рисуем», «Родные мелодии» һәм башҡа фильмдар Башҡортостан телевидениеһында эфирға сыға.

Унын беренсе йыйынтыҡтары — «Цветы из-под снега» 1974 йылда, балаларға тәғәйенләнгән «Пропавшая река» 1975 йылда донъя күрә.

Рим Әхмәтов башҡорт яҙыусыларын рус теленә тәржемә итеү менән дә шөғөлләнә.

Ғилемдар Рамаҙанов һәм Әхнәф Харисов хеҙмәттәрен, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Ибраһим Ғиззәтуллиндың повестарын, Ғәли Ибраһимов һәм Ноғман Мусиндың романдарын тәржемә итә.

Яҙыусылар союзында Мостай Кәрим: «Башҡорт классик әҫәре «Кинйә» романын талантлы тос тәржемәсе генә, йәғни Рим Әхмәдов тәржемә итергә тейеш»,- тип белдергәс, был эш уға йөкмәтелә.

  • «Цветы из под снега», Рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1974.
  • «Пропавшая река», 1975
  • «Третья жизнь» Рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. — 176 с.;
  • «Точка пересечения» Рассказы. Маленькие повести. Эссе . Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 304 с.
  • «Пробуждение» — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987.
  • «Слово о реках, озёрах и травах». — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988. − 336 стр.
  • «Голубые пятнышки», 1990.
  • «Кладезь» — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 288 с.
  • «Растения против рака»
  • «Одолень-трава», 1997 (бөтәһе 8 баҫмаһы донъя күрә)
  • «Растения-твои друзья и недруги». — Уфа: Китап, 2006. (2-се баҫма).
  • «Моё разноцветье», — Уфа: Китап, 2008.
  • «Промельки». — Уфа: Китап, 2011.
  • «Книга откровений», 2013
  • «Братья месяцы у моего костра»". — Уфа: Китап, 2015. — 285 с.
  • «Одолень-трава», 2018[1].

Үлән менән дауалаусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Билал улы Әхмәтов — хәҙерге замандың мәшһүр оло тәжрибәле үлән менән дауалаусыһы. Яман шеш ауырыуын дауалау буйынса махсуслаша һәм уңышлы эшләй, Башҡортостан онкологтары менән хеҙмәттәшлек итә.
Ул үләндең сифатына ҙур иғтибар бирә, үҙе тапҡан үҫемлектәрҙе генә ҡуллана. Фитотерапия буйынса, Башҡортостандың шифалы үҫемлектәре тураһындағы китап авторы. Рим Билал улы ошо темаға өс китап яҙған. Уларға оҡшаш китаптар беҙҙен ил фитотерапияһында әле лә юҡ. Уның китаптары башҡаларҙан айырылып тора. Рим Билал улы китаптарында материалдарҙы лирик йәһәттән биргән, ҡабатланмаҫ рецептар килтергән һәм үләндәрҙе ҡулланыуҙын ғәҙәти булмаған ысулдарын, һауығыусыларҙың ауырыу тарихын яҙған.
Билдәле пациенттары: йырсы Мария Биешу, шағир Рәсүл Ғамзатов, рәссамдар Александр Бурзянцев, Алексей Кузнецов һәм башҡалар.

Үлән менән дауалау буйынса өс китабы юғары баһалана: Беренсе китабы «Одолень-трава» 1997 (7 тапҡыр баҫтырыла), Икенсе китабы «Растения-твои друзья и недруги» 2006 (2 баҫма), Өсөнсө китап «Книга откровений» 2013.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
  • Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1986).
  • Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2008).
  • «Өфө ҡалаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Маҡтау ҡағыҙы.
  • «Ҡала алдындағы хеҙмәте өсөн» миҙалы.

2020 йылдың мартында Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзында Рим Әхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған әҙәби кисә үткәрелде[2].

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2018)
  • Гөлфиә Янбаева. Башҡорт Әбүғәлисинаһы Рим Әхмәдовтың дауалау сере. «Киске Өфө» гәзите, 2016.