Кузнецов Алексей Александрович (рәссам)
Кузнецов Алексей Александрович (рәссам) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 апрель 1927 |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 ноябрь 1990 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | монументальная живопись[d] һәм панельная живопись[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Кузнецов Алексей Александрович (11 апрель 1927 йыл — 4 ноябрь 1990 йыл) — рәссам, 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Александрович Кузнецов[1] 1927 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуа. 1945—1947 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһының вокал бүлексәһендә уҡый. Алексей Александрович һәйбәт йырлай, бына тигән бас тауышлы була, шулай уҡ лирик шиғырҙар һәм сәнғәт тураһында мәҡәләләр яҙа. Билдәле педагог Любовь Николаевна Троицкаяла йыр оҫталығына өйрәнә, хатта бер ни тиклем ваҡыт үҙен йырсы һөнәренә бағышларға ла уйлап йөрөй.
Кузнецовтың рәссам булараҡ формалашыуына һәм үҫешенә ул саҡтарҙа училищела уҡытҡан рәссам Порфирий Маркович Лебедев ҙур йоғонто яһай.
Кузнецов ике йыл Харьков художество институтында уҡый (1948—1950). 1953—1976 йылдарҙа РСФСР Художество фондының Башҡортостан оҫтаханаларында эшләй. Ҙур йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара: Башҡортостан Рәссамдар союзы идараһына ағза итеп һайлана, РСФСР Художество фонды Башҡортостан оҫтаханалары эргәһендәге художество советының ағзаһы була. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана (1956). 1975 йылдан Куйбышев (Һамар) ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Станоклы һәм монументаль живопись жанрҙарында эшләй.
Яҡын дуҫтары араһында Борис Домашников, Александр Бурзянцев, Юрий Фуртат, Александр Пантелеев һәм башҡа рәссам хеҙмәттәштәре була.
60-сы йылдарҙа Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы бер нисә йәмәғәт бинаһына мозаикалы панно һәм һүрәттәр төшөрөүҙә ҡатнаша: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры (Р. М. Нурмөхәмәтов, Л. Ф. Мөғтәбаров менән берлектә), Өфө моторҙар эшләү заводы Мәҙәниәт һарайы (В. Пустарнаков, С. Литвинов менән берлектә), Өфөләге Спорт һарайы (Ф. А. Кащеев, Л. Я. Круль, С. А. Литвинов, Р. С. Нафиҡов, В. П. Пустарнаков), Салауаттағы Мәҙәниәт һарайы (1961) (А. Д. Бурзянцев, П. П. Скворцов менән), Күмертау ҡалаһының Мәҙәниәт һарайындағы сграффито (1966) (Л. Ф. Мөғтәбаров, В. А. Позднов, Ғ. И. Мөхәмәтшин, А. И. Платонов менән берлектә).
Кузнецов Республика һынлы сәнғәт йәмғиәтен ойоштороусылар араһында була, Өфөнөң Орджоникидзе районындағы балалар художество мәктәбенең үҙ аллы статусын һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ул шулай уҡ художество белеме биреү мәсьәләләре буйынса республика конференцияларын ойоштороуҙа ҡатнаша, был темаға мәҡәләләр яҙа.
БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1966), 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
Рәссамдың исеме Өфөләге 1-се художество мәктәбенә бирелгән. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1955).
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кузнецов Башҡортостандың Бөрйән районында йыш була, башҡорт телен белә һәм ерле халыҡ менән башҡортса аралаша. Уның «Бөрйән айыу аулаусыһы», «Динислам бабай», «Ҡурай тураһында легенда» һәм башҡа картиналары милли башҡорт мотивтарына таянып ижад ителә. Һуңыраҡ Кузнецовтың ижадына Боронғо Русь һәм рус мифологияһы темалары инә.
Төп картиналары: Салауат Юлаевтан һорау алыу[2] (1953—55), Тыҡрыҡ (киндер, май), 1957. Интерьерҙа (киндер, май), 1957. Ҡатынымдың портреты (киндер, май), 1957. Акварелдәр серияһы, 1958. Көн элгәре (киндер, май), 1959 (П. С. Глухов менән берлектә). Улымдың портреты (киндер, май), 1960. Ҡурай тураһында легенда (киндер, май), 1961—1963. Тоня Долгова (киндер, май), 1963. Наилә (киндер, май), 1963. Малярҙар (киндер, май), 1964. Камилә (киндер, май), 1964. Бөрйән айыу аулаусыһы (киндер, май), 1967. Салауат урмандарында (киндер, май), 1967, Көнбағыштар менән ҡыҙ (киндер, май), 1969. Өфө ленинсылары (киндер, май), 1969. Бөрйән ҡатындары (киндер, май), 1970. Евдокия әбей портреты (киндер, май), 1972. Үрге Әүжәндән Белышевтар ғаиләһе (киндер, май), 1972—1977. Гвардеецтар (киндер, май), 1973. Улымдың портреты (киндер, май), 1974. Студент портреты (киндер, май), 1974. Ҡарт портреты (Ветеран) (киндер, май), 1975. Рәссам портреты (киндер, май), 1975. В. Мальцевтың портреты (киндер, май), 1975. Атыу (киндер, май), 1974—1977.
1954 йылда «Салауат Юлаевтан һорау алыу» картинаһын яҙғанда Өфө сәнғәт училищеһы студенты Арыҫланов Әмир Солтан улы А. А. Кузнецовҡа Салауат образын һынландырыусы була.
Салауат ҡалаһында торлаҡ йорттарҙың ҡыр яғына төшөрөлгән һүрәттәрҙең эскиздарын яһай (1965—1966).
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1954 йылдан 1976 йылға тиклем бөтә күргәҙмәләрҙә (йәштәр күргәҙмәләренән тыш)
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декадалағы күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декадалағы күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969
- «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970
- РСФСР автономиялы республикаларының рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971
- Өс зона рассамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1961
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1963
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975
- «Рәсәй рәссамдары — Еңеүҙең 30 йыллығына», Волгоград, 1975
- Портрет конкурс күргәҙмәһе, Мәскәү, 1974
- Йәш рәссамдар әҫәрҙәренең Бөтә Донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә арналған Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең ГДР-ҙағы күргәҙмәһе, Галле, 1975
- «Совет живописы» халыҡ-ара художество күргәҙмәһе: Япония, 1975. Болгария, 1976
- Персональ күргәҙмәләре, Өфө, 1954, 1973.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.
- А. А. Кузнецов. «Динислам бабай».1983.
- А. А. Кузнецов: Живопись, графика: Каталог. Авт. вступ. ст. и сост. Г. Р. Пикунова. Уфа, 1978.
- Бельские просторы", № 9 за 2004 г
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
- Краткая художественная энциклопедия «Искусство стран и народов мира», т. 4, РСФСР, Баш. АССР. Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1971,
- История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
- Сборник «Искусство автономных республик РСФСР». Изд. «Аврора», Ленинград, 1972.
- Изобразительное искусство автономных республик РСФСР. Изд. «Художник» РСФСР, Ленинград, 1973.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР, изд. «Советский художник», Москва, 1974.
- Г. Р. Пикунова: Буклет «А. Кузнецов». Башкирское книжное изд., г. Уфа, 1969.
- Журнал «Художник», 1964, № 8. Репродукция с картины «Камиля».
- Журнал «Творчество» 1971, № 8. Ю. Нехорошев: 16 автономных.
- Журнал «Художник», 1976, № 7. Б. Домашников: Судьбы мирские.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ АртРу.инфо — Персоны — Кузнецов Алексей Александрович — АртРу.инфо 2011 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ http://artsoch.ru/uploads/posts/2012-01/1327064073_dopros-salavata.jpg 2013 йыл 11 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнецов Алексей Александрович (рәссам) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2022)
- http://www.bashinform.ru/news/450992/
- http://hallart.ru/ourartists/breath-history-and-life-amir-arslanov
- http://artageless.com/gallery-kuznecov-aleksey-01 2017 йыл 15 ноябрь архивланған.