Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы
Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы | |
әзерб. Elmira Hüseyn qızı Axundova | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Әзербайжан |
Тыуған көнө | 26 май 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Рамиз Ахундов[d] |
Һөнәр төрө | әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе, сәйәсмән, яҙыусы, журналист, публицист |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[1], публицистика[d][1], литературная критика[d][1] һәм переводы с азербайджанского[d][1] |
Биләгән вазифаһы | Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2] һәм депутат Национального собрания Азербайджана[d][3] |
Уҡыу йорто | Баҡы дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы (әзерб. Elmira Hüseyn qızı Axundova, 26 май 1953 йыл) — ғалим-фиолог, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре. 2005—2020 йылдарҙа Әзербайжан Республикаһы Милли йыйылышы депутаты. 2020 йылдан Республиканың Украиналағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. Филология фәндәре кандидаты (1984). Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы (2018).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльмира Хөсәйен ҡыҙы Ахундова 1953 йылдың 26 майында Мәскәү өлкәһенең Раменский районында тыуған. Баҡы хореография училищеһы ҡарамағындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң стенография һөнәре буйынса техникумға уҡырға инә. 1971 йылда стенографист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1976 йылда Баҡы дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
1977—1980 йылдарҙа Әзербайжандың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының кесе мөхәррире була.
1980 йылдан 1988 йылға тиклем Әзербайжан Яҙыусылар союзының референты һәм консультанты, ә 1988 йылдан алып 1991 йылға тиклем Низами исемендәге Әҙәбиәт институтының Көньяҡ Әзербайжан әҙәбиәте бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
1984 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[4].
1990 йылдан 1998 йылға тиклем «Литературная газета»ның Әзербайжан буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1993 йылдан 2002 йылға тиклем «Азатлыҡ» радиоһының үҙ хәбәрсеһе[5].
2002 йылдан Баҡы славян университетының тәржемә теорияһы һәм практикаһы кафедраһы доценты.
2005 йылдан алып 2020 йылға тиклем Әзербайжан милли йыйылышы депутаты була. Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса Милли йыйылыш комитеты ағзаһы, Әзербайжан-Люксембург дуҫлығы парламент төркөмө етәксеһе[6], БДБ Парламент-ара ассамблеяһының Мәҙәниәт, мәғлүмәт, спорт һәм туризм буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары[7]. Әзербайжан президенты ҡарамағындағы ярлыҡау буйынса комиссия ағзаһы[8].
2018 йылдың 25 майында Әзербайжан әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн «Халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[9].
2020 йылдың 12 мартында Әзербайжан Президенты Илһам Алиев Элмира Ахундованы Әзербайжан Республикаһының Украиналағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя[10].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ходжали: хроника геноцида
- Анар Мамедханов: судьба капитана[11]
- Искрящийся родник духовности[12]
- Ильхам Алиев: портрет президента на фоне перемен[13]
- Гейдар Алиев: личность и эпоха[14]
- Антология поэзии Южного Азербайджана[15]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Дан» ордены (2003)
- Әзербайжандың атҡаҙанған журналисы (2005)
- Әзербайжан Республикаһы Президентының Почёт дипломы (2013)
- Әзербайжандың дәүләт премияһы (2014)
- Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы (2018)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахундов, Рамиз
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=5691
- ↑ http://www.meclis.gov.az/?/az/deputat/
- ↑ disserCat — электронная библиотека диссертаций
- ↑ Размышления коллеги по случаю юбилея Эльмиры Ахундовой
- ↑ Эльмира Ахундова: «Азербайджан представляет немалый интерес для Люксембурга»
- ↑ Межпарламентская ассамблея СНГ // Ахундова, Эльмира Гусейн гызы . 2020 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Возможно, накануне Новруз байрам в Азербайджане будет подписан акт о помиловании
- ↑ 1news. Эльмире Ахундовой вручены удостоверение и нагрудный знак Народного писателя Азербайджана - ФОТО . 1news.az. Дата обращения: 12 март 2020.
- ↑ Эльмира Ахундова назначена послом . Информационное Агентство Репорт. Дата обращения: 12 март 2020.
- ↑ Ахундова, Эльмира. Анар Мамедханов : судьба капитана. — ISBN 978-9952-34-314-4, 9952-34-314-0.
- ↑ Алибейли, Гюльрух, author. Искрящийся родник духовности.
- ↑ Ахундова, Эльмира, author. Ильхам Алиев : портрет президента на фоне перемен. — ISBN 978-5-8243-2074-9, 5-8243-2074-8.
- ↑ Akhundova, Ėlʹmira, author. Гейдар Алиев : личность и эпоха. — ISBN 978-5-88373-040-4, 5-88373-040-X, 978-5-88373-041-1, 5-88373-041-8, 978-5-88373-042-8, 5-88373-042-6, 2017409224.
- ↑ Akhundova, Ėlʹmira, compiler, translator. Gulieva, Khuraman, compiler. Антология поэзии Южного Азербайджана. — ISBN 2013485234.