Ағасаҡ
Ағарсаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Aspius aspius (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 2178 |
Ағасаҡ, Ағарсаҡ, Ағасъяңаҡ (рус. Жерех[1][2][3], шереспёр, жерих[4][1][2], черех[2][1], белесть[5], белезна[1], красногубый жерех, аральский же́рех[6][1][3], лат. Aspius aspius) — шәп ағымлы йылға балығы, карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡарай.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағасаҡ оҙонса балыҡ, ауыҙы ҙур, әммә әммә йыртҡыстарға хас булған ҡаҙыҡ тештәре юҡ. Һаҙан балыҡтарыныҡы кеүек йотҡолоҡ тештәре генә бар, аҫҡы яңағы ҡалҡып сығып тора, ә үҙенең суҡағы менән өҫкө яңағы күҙлегенә терәлгән. Томшоғона яҡын торған псыҡ төҫлө күҙҙәре сағыштырмаса бик үк ҙур түгел. Ян-яҡтары көмөштәй аҡ, ҡараһыу осло арҡаһы менән ҡойроҡ йөҙгөстәре төҫлө була. Буйы 80 см. Иң эреләре 12 кг-ға етә. Һыуҙың өҫкө ҡатламдарында йөрөй, төнгөлөккә генә ул төпкөл урынға китә. 15 йәшкә тиклем йәшәй ала[7].
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағасаҡ Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренә ҡойған бөтә ҙур һәм урта йылғаларҙа тиерлек йәшәй, Аҙау һәм Балтик диңгеҙе йылғаларында һирәк осрай. Урта Азияла — Амударъяла, Һырдаръяла һәм Балхаш күлендә осрай. Шулай уҡ Германияла һәм Францияла бар.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ыуылдырыҡ сәскән мәле апрель — май айҙарына тура килә.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағасаҡ тигеҙлек йылғаларында йәшәй, тоноҡ урындарҙа булмай. Ваҡ йылғалар тамағында һәм шаршы бөткән урындарҙа осрай. Бындай урындарҙа ҙур көтөүҙәргә йыйыла. Әммә ағымы көсһөҙ урындарҙа, күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа күпләп тупланмай[8] Оҙон кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ булғанға күрә, ағымлы һыуҙа, буҫағалы һәм һай урындарҙы кисергә, оҙағыраҡ йөҙөргә мөмкинлек бирә. Ҡорбанын ҡыуып барғанда һыу өҫтөнә сығып, шапылдатып ала.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башлыса селәүсендәр, ваҡ ҡыҫыла һымаҡтар, бөжәктәр менән туҡлана. Әммә ҙурая килә йыртҡысҡа әүерелә, ваҡ балыҡтар, селбәрәләр менән туҡлана, шулай уҡ күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, энәғараҡтарҙы ла аулай.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡсылыҡ йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә түгел һәм ҙур көтөүҙә йөрөмәй. Әммә ул һәүәҫкәр балыҡсылар араһында популяр. Бигерәк тә спиннинг менән тотоусыларҙа. Л. П. Сабанеев әйтеүенсә, «…был балыҡты аулау иң ауырҙар иҫәбенә инә».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Шереспер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Черех // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля пресноводных рыб. Шереспер, или жерех
- ↑ Жерих // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Белесть // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 135. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
- ↑ Жерех. Ловля, места обитания и время нереста. Дата обращения: 14 июнь 2015. Архивировано 23 апрель 2015 года.
- ↑ Ловля жереха в советах от повадок рыбы до мест ее обитания (25 февраль 2018). Дата обращения: 12 декабрь 2018. Архивировано 28 март 2022 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нафиҡов Ш. В. Һыу буйында балыҡсы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 176 бит.
- Лебедев В. Д, Спановская В. Д., Савваитова К. А., Соколов Л. И., Цепкин Е. А. Рыбы СССР. Под ред. Никольского Г. В. и Григораш В. А.. Из серии «Справочники-определители географа и путешественника». М.: Мысль, 1969
- Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля пресноводных рыб. Шереспер, или жерех.
- С. Т. Аксаков. Записки об уженье рыбы. 19. Жерех, шереспер 2015 йыл 23 апрель архивланған.
- Шереспер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позвоночные животные России: обыкновенный жерех 2020 йыл 13 июль архивланған.
- Жерех на rybalka.tv 2017 йыл 24 март архивланған.
- Ловля жереха 2008 йыл 7 август архивланған.
- Жерех(по Л.Сабанееву)
- Жерех на ribalka73region
- Советы по ловле жереха 2009 йыл 1 ноябрь архивланған.
Был ихтиология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |