Аҙнасурин Вәли Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнасурин Вәли Латип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1900
Тыуған урыны Учалы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш кавалерия[d]
Ғәскәр төрө 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Аҙнасурин Вәли Латип улы (рус. Азнасурин Валий Латыпович; 1900 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкының музыка взводы музыканты булып хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәли Латип улы Аҙнасурин 1900 йылда Ырымбур губернаһы Троицкий өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Учалы районында тыуған.

1941 йылда Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия өлкән сержанты Аҙнасурин Вәли Латип улы 7-се кавалерия корпусы составындағы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 60-сы полкында хеҙмәт итә[2].

« 1945 йылдың 17 ғинуарында Томашув ҡалаһы районындағы маршта Аҙнасурин Вәли дошмандың ике һалдатын әсирлеккә алып, полк штабына алып килә.[2] »

. Шуның өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)[3]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙнасурин Вәли Латип улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Учалы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 784.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]