Аҡкүбәк
Аҡкүбәк |
Аҡкүбәк — борон башҡорт ата-бабаларыбыҙ йыш ҡушҡан ир-ат исеме..
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡкүбәк (Аҡкөбәк) төп башҡорт исеме, батыр; иптәш; эт тигән мәғәнәләргә эйә[1]. Аҡкүбәк (Аҡкөбәк) исеме башҡорттарҙа хәҙерге осорҙа ҡушылмай тиерлек. Башлыса фамилияларҙа һәм аталары исемендә һаҡланған.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡкүбәк хан — ҡыпсаҡтар етәксеһе, 1223 йылда Калка янындағы һуғышта монголдар урыҫ ғәскәрен һәм Туҡһаба ҡәбиләһе ҡыпсаҡтарын ҡыйрата. Ағиҙел буйында йәшәгән.
Аҡкүбәк менән Мамыҡҡол Күсәбаевтар (Көҫәпәев) — Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында нигеҙ ҡорған Табын-Ҡыуаҡан ҡәбиләһенең Түбәләҫ ырыуына ҡараған Һунбыҡ нәҫеленең («беҙ үҙебеҙ Һундарҙан») ата-бабалары.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы (рус. Акубаков Ганафий Закирович; 1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант. 1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә.
Аҡҡөбәков Хөрмәт С. (рус. Аккубяков Хурмат С.; 1913 йыл — 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы кавалерисы. Ҡыҙылармеец.
Аҡкүбәков Рәшит Йомаҙил улы (26 сентябрь 1972 йыл) — Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегендә эшләй.
Атаһы исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байслан Аҡкөбәк улы Ҡарамышев — йорт старшинаһы. Урыҫ-швед һуғышында (1788—1790) ҡатнаша. Ҡылыс менән бүләкләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡкүбәк урамы — Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылындағы урам ошо ауылға нигеҙ һалған кеше исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |