Базазьянц Стелла Борисовна
Базазьянц Стелла Борисовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 май 1932 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 11 сентябрь 2019 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | художественный критик |
Уҡыу йорто | Отделение Истории и теории искусства исторического факультета МГУ[d] |
Стелла Борисовна Базазьянц ( 9 май 1932 йыл — 11 сентябрь 2009 йыл) — сәнғәт буйынса белгес, хәҙерге заман СССР һәм Рәсәй сәнғәте буйынса белгес; Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты сәнғәт фәне бүлеген тамамлаусы (1958); 1989 йылдан 1992 йылға тиклем осорҙа «Декоративное искусство СССР» журналының баш мөхәррире була; РФ сәнғәтенең атҡаҙанған эшмәкәре һәм Рәсәй Сәнғәттәр академияһының академигы; 1991 йылдан 1997 йылға тиклем Мәскәү Галереялары ассоциацияһы президенты (АМОГ).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стелла Базаньянц 1932 йылдың 9 майында Мәскәүҙә тыуған; 1952 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (МДУ) тарих факультетының сәнғәт фәне бүлегенә уҡырға инә. 1956 йылда профессор Юрий Коллинскийҙың фәнни етәкселеге аҫтында башҡарылған диплом эшен яҡлай. 1963 йылда Стелла Борисовна Базаньянц СССР рәссамдарының Мәскәү Союзы ағзаһы булып тора.
Стелла Борисовна «Декоративное искусство СССР» журналында эшләй башлай: 1957—1976 йылдарҙа журналдың бүлек мөдире булып тора; 1976 йылдан 1989 йылға тиклем осорҙа баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләй, ә 1989 йылда баш мөхәррир булып тора — был вазифала 1992 йылға тиклем ҡала. 1991—1997 йылдарҙа Мәскәү галереялары ассоциацияһы президенты вазифаһын биләй (АМОГ). 1988 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен ала; артабан Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. XXI быуатта инде, 2012 йылда, сәнғәт белеме бүлеге буйынса Рәсәй сәнғәттәр академияһының академигы була. 2019 йылдың 11 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була[1].
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Художник, пространство, среда». М., 1983;
- «А. В. Васнецов». Монография, М., 1989;
- Каталог «Московские галереи», 1995;
- Каталог о галеристах. М., 1993;
- Статья в каталоге выставки «Гиперреализм и его окрестности». М., 2007;
- Статья в каталоге выставки «Русская метафора». М., 2007;
- Статья «Rara avis» (о художнике Сергее Есаяне). ДИ. М., 2008;
- Серия статей по современному интерьеру в журнале-газете «Стиль жизни» — «Место встречи изменить нельзя», «Москва обречена на любовь», «Музей современного искусства»: № 22, 23, 29 — 1998; 31,32 — 1999; 40 — 2000.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Умерла искусствовед Стелла Базазьянц . РБК (12 сентябрь 2019). Дата обращения: 24 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Базазьянц Стелла Борисовна (1932—2019) . Ассоциация искусствоведов. Дата обращения: 24 ноябрь 2019.(недоступная ссылка)