Байя (Венгрия)
Ҡала | |||||
Байя мадьярса Baja | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Беренсе мәртбә телгә алынған |
1308 | ||||
Телефон коды | 79 | ||||
Байя (мадьярса Baja) — Венгрияның көньяҡ ҡалаһы, Дунайҙың һул ярында урынлашҡан. Байя — ҙурлығы буйынса медье Бач-Кишкунда — Кечкемет баш ҡалаһынын һуң, икенсе ҡала. Халыҡ һаны — 37 690 кеше йәшәй (2005).
Транспорт һәм географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байя Будапештан 150 километр алыҫлыҡта көньяҡҡа табан һәм 108 километр Кечкемет ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ҡала Дунай йылғаһының һул ярында тора, бында ул ике ҙур төбәкте бүлеп тора — Альфельди Көньяҡ- Дунай арты крайы. Шулай уҡ ҡала территорияһы буйлап Шуговица йылғаһы аға.. йылғаһы аға. Байяла Дунай буйлап барыусы ике автомобиль магистрале Будапешт — Шольт һәм көнбайыштан көнсығышҡа барған Сегед — Байя тамамлана. Ҡалала шулай уҡ тимер юл станцияһы. һәм йылға порты бар.
Дунайҙың ҡаршы ярында Геменц урман ҡурсаулығы урынлашҡан, ул Дунай-Драва милли паркы составына ингән.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала исеменең килеп сығышын төрөк теле менән бәйләйҙәр, төрөк һүҙе «үгеҙ» ҙән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Австрия осоррнда ҡала бынан тыш, Франкенштадт немец исеме аҫтында билдәле. Күп һанлы славян общинаһы элек уны Байя тип йөрөткән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала беренсе тапҡыр 1308 йылда телгә алынған. XVI—XVII быуаттарҙа төрөк оккупацияһы ваҡытында Байя төбәктең үҙәге булған. Төрөк хакимлығы ваҡытында ҡалаға күп һанда хорваттар һәм сербтар күсеп килә. Улар Байя халҡының күпселеген тәшкил иткән. XVII быуат аҙағында ҡаланың Габсбургтар власына буйһоноуы, ҡалаға немец күскенселәренең яңы тулҡынын тыуҙыра. 1715 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Байяла 237 йорт булып, шуларҙың 216-һы югославяндарҙыҡы, 16-һы венгрҙарҙыҡы һәм — немецтарҙың −5. XVIII быуаттың икенсе яртыһында ҡалаға илдең башҡа төбәктәренән венгерҙар, йәһүдтәр күсә башлай.
Ҡала отошло ҡоро ер юл һәм йылға юл сатында урынлашыуы арҡаһында, тиҙ үҫә һәм мөһим сауҙа үҙәгенә әйләнә. Байя аша венгер иген һәм шарап экспортының байтаҡ өлөшө Германияға һәм Австрияға үтә.
XIX быуатта тимер юл транспорты үҫеше осоронда йылға транспорты әһәмиәтен юғалта, был ҡаланы бөлгөнлөккә килтерә. Тимер юл магистрале, Будапешт менән Загребты һәм Фиум адриатик портты бәйләүсе (хәҙерге Риек), ситтән үтә; Байяла тик аҙаҡҡы (тупик) тармағы ғына төҙөлә.
Беренсе донъя һуғышы аҙағында Байя серб ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, күпмелер ваҡыт ҡаланың яңы ойошторолған сербтар, хорваттар һәм словендар Короллегенә (һуңынан Югославияға) күсеү мөмкинлеге лә була. Әммә Версаль килешеүе, ахыр сиктә, Байяны Венгрияныҡы итеп ҡалдыра, һөҙөмтәлә славяндарҙың күпләп Югославияға эмиграцияһы башлана һәм венгрҙар һуғыштан һуң кире ҡайтарылған территорияларына әйләнеп ҡайталар.
Икенсе бөтә донъя һуғышынан ҡалала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә, уларҙың араһында ҙур туҡыу фабрикаһы; шулай уҡ Дунай йылғаһы аша күпер сафҡа индерелгән.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөһим транспорт үҙәге: пристань һәм Дунай йылғаһы аша күпер, тимер юл станцияһы. Аҙыҡ-түлек, текстиль сәнәғәте һәм ағас эшкәртеү; ауыл хужалығы машиналары эшләү — иҡтисадының төп тармаҡтары булып тора.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Халыҡтың милли составы: 93,5 % — венгрҙар; 2,7 % — немецтар; хорваттар, сербтар, словак, сиғандар. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем, ҡалала ҙур йәһүд общинаһы була.. Ҡорбандарға һәйкәл булып холокост.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың төп иҫтәлекле урыны —XVII быуат Франциск изге Антоний монастыры . Байяла — 15 сиркәү эшләй, күпселеге — католиктарҙыҡы, протестанттарҙың һәм православиеларҙың сиркәүе бар.. Ҡалала даими экспозициялары менән картиналар галерияһы һәм бер нисә музей урынлашҡан.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аржантан, Франция
- Вайблинген, Германия
- Лабин, Хорватия
- Сомбор, Сербия
- Суботица, Сербия
- Сынджеорджиу-де-Пэдуре, Румыния
- Тистед, Дания
- Тыргу-Муреш, Румыния
- Ходмезёвашархей, Венгрия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Helyi önkormányzati választások 2019 - Baja (Bács-Kiskun megye)
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2013. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2013 (венг.) — KSH, 2013.
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2014. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2014 (венг.) — KSH, 2014.
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2018. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2018 (венг.) — KSH, 2018.
- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH.
- ↑ A népesség adatai településenként, Population data by settlement (венг.) — KSH, 2023.
- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH, 2023.
- ↑ Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.) — KSH, 2024.
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2013. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2013 (венг.) — KSH, 2013.
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2014. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2014 (венг.) — KSH, 2014.
- ↑ Magyarország közigazgatási helynévkönyve, 2018. január 1., Gazetteer of Hungary, 1st January 2018 (венг.) — KSH, 2018.