Байҡыбаш ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байҡыбаш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Байҡыбаш[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡариҙел районы
Халыҡ һаны 1510 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Байҡыбаш ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Байҡыбаш ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байҡыбаш ауыл Советы 1918 йылдың 2 декабрендә РСФСР Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комите́тының 901 һанлы «Улус һәм ауыл Советтарын яңынан һайлау тәртибе тураһында» ҡарары менән барлыҡҡа килә. 1956 йылға тиклем Байҡыбаш районы составында була, райондарҙы эреләтеү менән бәйле, Байҡыбаш һәм Ҡариҙел райондары берләштерелә, Байҡыбаш ауыл Советы Ҡариҙел районы составына инә.

1977 йылғы Конституцияға ярашлы, ауыл Советы, халыҡ депутаттарының Байҡыбаш ауыл Советы, ә 1993 йылдың октябрендә Байҡыбаш ауыл Советы хакимиәте тип үҙгәртелә, ә 1997 йылдың апреленән — Байҡыбаш ауыл хакимиәте.

2002 йылдың 25 июнендә Байҡыбаш ауыл хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауыл Советы муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә.

2005 йылдың 19 декабрендә Байҡыбаш ауыл Советы муниципаль берәмеге Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
2111201917551723169716331578

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байҡы, Байҡыбаш, Урғыш, Әртәкүл һәм Яугилде ауыл Советтары менән сиктәш. Биләмәһенең дөйөм майҙаны 122 кв. км[10].

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Байҡыбаш ауыл, административ үҙәк 1133[5]
2 Байҡы-Юныс ауыл 411[5]
3 Әмин ауыл 100[5]
4 Асҡыш ауыл 64[5]
5 Базилевка ауыл 47[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  10. Байкибашевский сельсовет 2015 йыл 17 февраль архивланған.. Проверено 5 марта 2013. 13 марта 2013 года.