Бай Борис Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бай Борис Иванович
Төп мәғлүмәт
Гражданлыҡ

Рәсәй

Тыуған ваҡыты

1878({{padleft:1878|4|0}})

Тыуған ере

Староконстантинов ҡалаһы Волын губернаһы

Үлем ваҡыты

1942

Үлем ере

Өфө ҡалаһы

Эштәре һәм ҡаҙаныштары
Эшләгән ҡалалары

Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Иваново, Кисловодск

Ҡала төҙөлөшө проекттары

Стәрлетамаҡ ҡалаһының генераль планы

Һәйкәлдәрҙе яңыртыу

Аксаков халыҡ йорто

Бай Борис Иванович (1878, Волын губернаһының Староконстантинов ҡалаһы — июль 1942, Өфө) — архитектор, Архитекторҙар союзы идаралығы председателе (1935—1936).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бай Борис Иванович 1878 йылда Волын губернаһының Староконстантинов ҡалаһында тыуған.

1923 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Гражданлыҡ инженерҙары институтын (хәҙерге ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты) тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң профессор Дитрих Адам Иосифовичтың проект оҫтаханаһында архитектор булып эшләй.

19151928 йылдарҙа Украинала эшләй. 1929 йылдан Щусев Алексей Викторович оҫтаханаһында В. И. Ленин мавзолейын төҙөүҙә ҡатнаша. 1930 йылдан Б. Бай Иваново ҡалаһында «Облпроектстройобъединение» берекмәһендә архитектура бүлеге башлығы булып эшләй.

1933 йылдан алып Өфө ҡала коммуналь хужалығының төҙөлөш контораһында эшләй. 1937 йылдан Кисловодск ҡалаһының Бөтә союз үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) вәкиле проект бюроһының өлкән архитекторы (Кисловодск ҡалаһы), 1938 йылдан БАССР-ҙа Урман хужалығы министрлығында баш архитектор һәм «Башпроект» тресында архитектура төркөмө етәксеһе булып эшләй.

19351936 йылдарҙа Б.Бай — Архитекторҙар союзы идаралығы председателе. Бай Борис Иванович — Хеҙмәт һәм Сәнғәт Һарайын (19281935), Аксаков халыҡ йортон реконструкциялау проекттары авторы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының генераль планын төҙөүҙә ҡатнаша (1938). БАССР Архитекторҙар союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

1942 йылдың 12 февралендә ҡулға алына. 58-10 статьялары буйынса ғәйепләнә. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. 1989 йылдың 17 сентябрендә аҡлана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]