Эстәлеккә күсергә

Барсуков Евгений Захарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барсуков Евгений Захарович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 (28) март 1866
Тыуған урыны Смоленск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (90 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР
Ерләнгән урыны кладбище Райниса[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Генераль штаб академияһы[d]
Ғилми дәрәжә хәрби фәндәр докторы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Владимира 4-й степени

Барсуков Евгений Захарович (28 март 1866 йыл, Смоленск - 21 ғинуар 1957 йыл, Рига) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия генерал-майоры (1944). Хәрби фәндәр докторы, профессор, Артиллерия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Евгений Захарович Барсуков дөйөм белемде Орел Бахтин кадеттар корпусында ала. 1885 йылда Александр хәрби училищеһын тамамлай һәм 25-се артиллерия бригадаһына кесе офицер итеп ебәрелә. 1888 йылда лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. 1895 йылдан штабс-капитан. Шул уҡ йылда Николаев Генераль штаб академияһын тамамлай. 1898 йылдан капитан Барсуков Тверь кавалерия училищеһында уҡыта.

1899 йылдан Төп артиллерия идараһында хеҙмәт итә. 1905 йылдан подполковник. 1908 йылдың 6 декабрендә хеҙмәттә ҡаһарманлығы өсөн уны полковник дәрәжәһенә күтәрәләр[2] . 1910-1915 йылдарҙа - артиллерия генерал-инспекторы янындағы йөкләмәләр өсөн канцелярия эштәре етәксеһе, Баш артиллерия идараһының артиллерия комитеты ағзаһы, артиллерия уставтарын һәм ҡулланмаларын төҙөү буйынса комиссияның һәм Генштабтың Баш идараһы янындағы армияны үҙгәртеп ҡороу буйынса комиссия ағзаһы була. Шул уҡ ваҡытта ул офицерҙар артиллерия мәктәбендә уҡыта. 1915 йылдың 6 декабрендә хеҙмәттәге ҡаһарманлығы өсөн генерал - майор дәрәжәһенә күтәрелә[3] .

Беренсе донъя һуғышында 1916 йылдың 5 ғинуарындағы иң юғары приказ менән генерал-майор Барсуков Юғары баш командующий янындағы ялан Артиллерия генерал-инспекторы хакимлығы башлығы итеп билдәләнә [4], махсус билдәләнештәге ауыр артиллерияны ойоштороу буйынса комиссия рәйесе (ТАОН) була.

1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң ул Совет власы яғына сыға. 1918 йылдың апреленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында завеса отрядтарының Көнбайыш бүлегенең артиллерия инспекторы, сентябрҙән - завеса отрядтарының Көнбайыш бүлеге ликвидациялау комиссияһы рәйесе һәм Көнбайыш оборона районының хәрби етәксеһе ярҙамсыһы, октябрҙән - Көнбайыш Армия командиры ярҙамсыһы, 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың октябренә тиклем - Көнбайыш округы хәрби етәксеһе.

1924 йылдың октябренән ул Хәрби-тарихи бүлектә (1925 йылдың февралендә Һуғыш тәжрибәһен өйрәнеү һәм файҙаланыу идараһына үҙгәртелә), 1926 йылдың июлендә - Ҡыҙыл Армия штабының Фән һәм юридик бүлегендә махсус йөкләмәләр башҡара.

1932 йылдың майынан - Ҡыҙыл Армия штабы ҡарамағында. 1934 йылдың 22 июлендә ул хеҙмәттән азат ителә.

1944 йылдың сентябренән отставкалағы артиллерия генерал-майоры.

Ригала Райнис зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР
Рәсәй империяһы
  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены, (1904)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1906)
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1912)
  1. Барсуков Евгений Захарович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Списки офицерам по старшинству. Часть I, II и III. Составлен по 1-е марта 1911 г. — Санкт-Петербург, 1911. С. 907
  3. Список генералам по старшинству. Исправлен по 10 июля 1916 г. — Пг. — 1916. с. 174
  4. Приказы о чинах военных 1916 года. — СПб., 1916
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 31 марта 1941 года опубликованный в газете «Известия» № 76 (7452) от 1 апреля 1941 года