Басеги (ҡурсаулыҡ)
| «Басеги» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
|---|---|
| Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
| Төп мәғлүмәт | |
| Майҙаны | 37 935 |
| Нигеҙләнгән ваҡыты | 1 октябрь 1982 йыл |
| Урынлашыуы | |
| 58°05′00″ т. к. 58°03′00″ кс. о._type:landmark HGЯO | |
| РФ субъекты | Пермь крайы |
basegi.ru | |
«Басеги» ҡурсаулығы (рус. запове́дник Басе́ги) — Рәсәйҙең Пермь крайындағы дәүләт ҡурсаулығы.
1982 йылдың 1 октябрендә (РСФСР Министрҙар Советының No 531 ҡарары менән) Басеги һырты итәгендә урынлашҡан Урта Урал шыршы-аҡ шыршы урмандарының ҙур массивын һаҡлап ҡалыу маҡсатында нигеҙ һалына. Ойошторолған мәлдә ҡурсаулыҡ майҙаны 19,3 мең гектар тәшкил итә; уның территорияһына Басеги һыртын һәм уның эргәһендәге урманды барлыҡҡа килтергән өс тау түбәһе инә.
1993 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Министрҙар Советының 1993 йылдың 15 февралендәге 244-р һанлы бойороғо нигеҙендә элекке һаҡ зонаһы иҫәбенә киңәйтелә. Ул ҡырҡылмаған төп урмандарҙан, бер өлөшө сағыштырмаса йәш ағастарҙан тора[1]. Территорияның киңәйеүе һөҙөмтәһендә ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 37 935 га, ҡурсаулыҡ сиктәре буйлап һаҡлау зонаһы 21 345 га тәшкил итә (Пермь өлкәһе башҡарма комитетының 1983 йылдың 02 февралендәге 29-сы ҡарары; Пермь өлкәһе хакимиәтенең 18.11.93 557-р-бойороғо).
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында. Хакимиәте Гремячинск ҡалаһында урынлашҡан, уның адресы: Гремячинск ҡалаһы, Ленин урамы, 100-сө йорт.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Басеги дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Пермь крайының Гремячинский ҡала округы һәм Горнозаводский муниципаль районы территорияһында, Чусовая йылғаһының ҡушылдыҡтары — Усва һәм Вильва йылғалары һыу айырғысында урынлашҡан. Территорияһына Басеги тау һырты һәм уның эргәһендәге тау алды участкалары инә[2].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 730 мм, 450 мм-ҙан алып 1100 мм-ға тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −1,0-ҙән −1,4 °C тиклем. Йәйҙең максималь температураһы +40,0 °C, ҡышын −48 °C тиклем етеүе мөмкин. Һалҡын ҡыш һәм йәй, көндәлек температураның ҡырҡа тирбәлеүе был урын климатының үҙенсәлеге булып тора[3].
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ фаунаһына 520-нән ашыу төр хайуан, шул иҫәптән 45-тән ашыу һирәк осрай торған төр инә. Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 51 төрө, ҡоштарҙың 150-нән ашыу төрө, һөйрәлеүселәрҙең 2 төрө, 17 төр балыҡ һәм 3 төр ер-һыу хайуаны йәшәй.
Флораһы тайга зонаһы өсөн типик, әммә Басегиҙа донъяла башҡа бер ерҙә лә осрамаған 17 төр үҫемлек осрай. 14 боҙлоҡҡа тиклем дәүер реликты, 5 боҙлоҡтан һуңғы дәүер реликты үҫә. 3 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына (һуғанбашлы калипсо, подольск шиверекияһы, үпкә лобарийы), 24 төрө Урта Уралдың Ҡыҙыл китабына индерелгән[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Воронов, В. Бояршинов, С. Чудинов. Новый заповедник: «Басеги» // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 7, 1984. стр. 20-21
- Воронов Г. А., Никулин В. Ф., Акимов В. А., Баландин С. В. Заповедник «Басеги» // Заповедники СССР. Заповедники европейской части РСФСР. I. — М., Мысль, 1988. С. 248—264.
- Есюнин С. Л. Паукообразные заповедника «Басеги» (Pseudoscorpiones, Opiliones, Aranei, Parasitiformes: Ixodidae — аннотированный список видов). — Флора и фауна заповедников. Вып. 38. — М., 1991.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Тодор Христов. География туризма. Учебник для вузов. — Litres, 2022-04-02. — 302 с. — ISBN 978-5-04-288194-7.
- ↑ Денис Фокин. Приволжье. Большая книга по краеведению. — Litres, 2022-02-02. — 241 с. — ISBN 978-5-457-41131-9.
- ↑ Климат и гидрография. www.basegi.ru. Дата обращения: 16 апрель 2022. Архивировано 26 декабрь 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Особо охраняемые природные территории России. oopt.info. Дата обращения: 8 декабрь 2022.
- Официальный сайт заповедника «Басеги». basegi.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2022.
- Федеральная система ООПТ. www.zapoved.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2022.
- Министерство природных ресурсов и экологии Российской Федерации. Дата обращения: 24 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2014 года.