Басов Николай Геннадиевич
Басов Николай Геннадиевич (14 декабрь 1922 йыл — 1 июль 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы, физика буйынса Нобель премияһы (1964), Ленин премияһы (1959) һәм СССР Дәүләт премияһы (1989) лауреаты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969, 1982).
Мәскәүҙән СССР-ҙың 9-11-се саҡырылыш Юғары Советының Союздар Советы депутаты[8].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Геннадиевич Басов Тамбов губернаһы Усмань ҡалаһында (хәҙер Липецк өлкәһе) тыуа[9]. Атаһы — Геннадий Федорович Басов, әсәһе — Молчанова Зинаида Андреевна. Урыҫ[10]. 1927 йылда ғаилә Усмандән Воронежға күсенә. 1936—1950 йылдарҙа ВЛКСМ ағзаһы. 1941 йылда Басов Воронеж урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла Куйбышев медицина академияһына ебәрелә. 1943 йылда фельдшер квалификацияһына эйә була һәм ғәмәлдәге армияға ебәрелә, 1-се Украина фронтында хеҙмәт итә.
Һуғыштан һуң Басов МИФИ-ға уҡырға инә, 1950 йылда диплом яҡлай. 1948 йылдан СССР Фәндәр академияһының Лебедев исемендәге Физика институтында (ФИАН) лаборант булып эшләй, диплом алғандан һуң да М. А. Леонтович һәм А. М. Прохоров етәкселегендә шунда эшләй. 1953 йылда — кандидатлыҡ, ә 1956 йылда «Молекуляр генератор» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[11].
1958—1972 йылдарҙа Басов — ФИАН директоры урынбаҫары, ә 1973—1989 йылдарҙа үҙе институты директоры вазифаһын биләй. 1963 йылда ул бында квант радиофизикаһы лабораторияһын ойоштора һәм вафат булғансы уны етәкләй. 1962 йылда Басов СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 1966 йылдан — СССР Фәндәр академияһы академигы, һуңынан Фәндәр академияһы президиумына һайлана (1967—1990 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы президиумы,1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы президиумы ағзаһы).
СССР Фәндәр академияһы ғалимдарының 1973 йылда «Правда» гәзитенә «академик А. Д. Сахаровтың тәртибен ғәйепләп» яҙған хатына ҡул ҡуйған академиктарҙың береһе.[12][13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Басов Николай Геннадиевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Nikolai Gennadijewitsch Bassow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 3,0 3,1 Nikolaj Gennadijevič Basov // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ Nikolai G. Basow // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-58.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва . Дата обращения: 14 ғинуар 2015. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Попов П. Басов Николай Геннадьевич // Воронежцы: знаменитые биографии в истории края / редактор составитель Ю. Л. Полевой. — Воронеж: Издательский дом «Кварта», 2007. — С. 408. — 520 с. — ISBN 978-5-89609-105-9.
- ↑ Басов Николай Геннадиевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Басов, Николай Геннадиевич. Молекулярный генератор : Автореферат диссертации на соискание учёной степени доктора физико-математических наук / Академия наук СССР. Физический институт им. П. Н. Лебедева. — М., 1956. — 10 с.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 11 декабрь 2017. Архивировано 15 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ [1]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Геннадиевич Басов / РАН; Сост. И. Г. Бебих и др.; Авт. вступ. ст. Ю. М. Попов и др. — 2-е изд. — М.: Наука, 1993. — 264 с. — (Материалы к биобиблиографии ученых. Серия физики; Вып. 37). — 500 экз. — ISBN 5-02-007014-9.
- Исаков А. И., Прохоров А. М., Скобельцын Д. В., Собельман И. И., Крохин О. Н. Николай Геннадиевич Басов (К пятидесятилетию со дня рождения) // УФН. — Т. 109. — № 1. — С. 211—213.
- Вул Б. М., Келдыш Л. В., Котельников В. А., Логунов А. А., Марков М. А., Никольский С. И., Плотников А. Ф., Прохоров А. М., Скобельцын Д. В. Николай Геннадиевич Басов (К шестидесятилетию со дня рождения) // УФН. — 1982. — Т. 138. — № 12.
- Храмов Ю. А. Басов Николай Геннадиевич // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 26. — 400 с. — 200 000 экз.
- Андреев А. Ф., Кадомцев Б. Б., Келдыш Л. В., Крохин О. Н., Осипов Ю. С., Попов Ю. М. Николай Геннадиевич Басов (К семидесятилетию со дня рождения) // УФН. — 1993. — Т. 163. — № 1.
- Николай Геннадиевич Басов (К 75-летию со дня рождения) // Журн. прикл. спектр. — 1997. — Т. 64. — № 6. — С. 845—846.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басов Николай Геннадиевич . «Герои страны» сайты.
- Профиль Николая Геннадиевича Басова РФА рәсми сайтында
- Биография
- Биографические материалы на сайтеМИФИ
- Биография с сайта Нобелевского комитета (инг.)
- «Академик Николай Басов» (документальный фильм)
- Биография на сайте воронежской Гимназии имени Н. Г. Басова
- Памятник на могиле Н. Г. Басова на Новодевичьем кладбище в Москве
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 14 декабрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 1 июлдә вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Физика буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- КПСС ағзалары
- Леопольдина ағзалары
- СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзалары
- Кирилл һәм Мефодий ордены кавалерҙары (БХР)
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр