Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан балеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан балеты
Нигеҙләү датаһы 1938
Ил  РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
Башҡорт опера һәм балет театры

Башҡортостан балеты 1938 йылдан башҡорт балет мәктәбе, милли репертуар булдырыуҙан башлана. Башҡортостан балеты ойошоу, үҙ балет мәктәбен булдырыу, милли балет спектаклдәре ҡуйыу, балет сәнғәтенең күренекле оҫталары, шул иҫәптән хореограф Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек итеү осорҙарын үтә.

Башҡортостан балеты башҡорттарҙың бейеү мәҙәниәтен үҙенә һеңдерә, яңы образдар, формалар менән байый. Башҡорттарҙың хеҙмәт менән ассоциацияланған бик күп хәрәкәттәре, халыҡ хореографияһының традицион элементтары булараҡ башҡорт бейеүҙәрендә файҙаланыла. Халыҡ бейеүҙәренең тотороҡло һығылмалылыҡ деталдәре булараҡ, был хәрәкәттәр башҡарыу манераһы менән берлектә башҡорт бейеүенәң ҡабатланмаҫ лексикаһын тәшкил итә[1].

Башҡортостандың балет сәнғәтендә тупланған ижади тәжрибә уның оҫталарына Рәсәй, Франция, АҠШ балет сәнғәтен үҫтереү, АҠШ-та балет театры[2] һәм йәш американдарҙы Рәсәй методикаһы нигеҙендә балетҡа өйрәтеү мәктәбе асырға ярҙам итә[3].

XX быуаттың 30-сы йылдарында Советтар Союзының милли республикаларында, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ында ла, беренсе профессиональ балет труппалары ойошторола. Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһында беренсе йылдарҙа Ленинград хореография училищеһы ҡарамағындағы Башҡорт бүлеген, Башҡорт театр училищеһының балет бүлеген тамамлаусылар, халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре эшләй. Балет артистары беренсе бейеү сәхнәләрен ҡуйыусы Карл Варфоломеевич Матсон етәкселегендә эшләй.

Ваганова училищеһын тамамлап Башҡортостанда эшләогә тәүге сығарылыш уҡыусылары З. Насретдинова, Х. Сәфиуллин, Т. Хоҙайбирҙина, Ф. Саттаров, Ф. Йосопов, Г. Хафизова, Р. Дербишева ҡайта. Театрҙың беренсе балет премьераһы — Л. Делибаның «Копеллия»һы 1940 йылда ҡуйыла.

Башҡортостан балетының үҫешен шартлы рәүештә бер нисә этапҡа бүлергә була:

  • 19381955 йылдарҙағы осорҙа балет труппаһы сығыш яһай башлай, беренсе классик балет постановкаһы ҡуйыла, тәүге милли балет ижад ителә («Сыңрау торна», «Зөһрә»). 1955 йылда «Сыңрау торна» спектаклендә бейеүсе Р. Х. Нуриев сығыш яһай.
  • 1955—1986 йылдаросоро ижади позицияларҙың раҫланыуы, үҙ аллы ижад коллективтары үҫеше була. Был йылдарҙа театрға Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлаусы йәштәр — Зөһрә Ильясова һәм Леонора Ҡыуатова, Пермь хореография училищеһынан Шамил Тереғолов һәм Юлай Ушанов ҡайта.

Шул ваҡытта Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Шугаевтың (1965; Мостаев хореографияһы) «Тау бөркөтө»[4], «Гөлнәзирә», «Ҡара йөҙҙәр», «Ай тотолған төндә», «Яратам һине, тормош», «Айгөл иле» спекталдәре сәхнәләштерелә. 1963 йылда Граждандар һуғышы темаһына Н. Сабитовтың «Гөлнәзирә» (1963, С. Дречина хореографияһы) ҡуйыла.

Башҡортостан театрҙарында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спектаклдәр уйнала: «Буратино» (1960, Сәфиуллин хореографияһы), «Мурзилка-космонавт». (Н. Г. Сабитов, 1964; Г. И. Язвинской хореографияһы), «Маугли» (Х. М. Әхмәтов, 1975; Н. А. Хәсән-Ахунов хореографияһы), «Ҡурай тураһында легенда» (Р. М. Хасанов, 1979; Х. Танн хореографияһы) балет-әкиәттәре һ. б.

Р. Х. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы
  • 1986 йылдан һуңғы осор — Опера һәм балет театрындағы ремонтҡа, сәхнә майҙансығы булмауға бәйле көрсөк, театрҙа Ю. Н. Григоровичтың эшләй башлауы, Башҡорт хореография училищеһының (хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы) асылыуы һөҙөмтәһендәге ижади күтәрелеш менән ҡылыҡһырлана.

Ю. Н. Григорович Башҡортостан артистары көсө менән Гертелдең «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ» (балетмейстер-ассистенты А. А. Меланьин), Минкустың "Дон Кихот"ын, Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм «Щелкунчик» һ. б балеттарын ҡуя.

Был осорҙа театрҙың балет труппаһына Рудольф Нуриев исемендәге Хореография колледжын тамамлаған йәш көстәр: Р В. Рыкин, Д. С. Доможиров, Д. Ф. Зәйнетдинов, Р. Р. Закиров, А В. Зинов, Т. Н. Краснов, А. М. Ҡобағошев, Р. Р. Мөхәммәтов, К. Д. Нурлығаянов, О. В. Радькин. А. Сологуб, Г. Н. Сөләймәнова, А Р. Фатхлисламов һ. б. килә.

Өфө сәнғәт академияһы

Башҡортостан Республикаһында балет үҫеше менән бер үк ваҡытта балет тураһындағы фән, балет тәнҡите барлыҡҡа килә. Был эшмәкәрлеккә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты асылып, унда тейешле кадрҙар әҙерләү булышлыҡ итә.

Республика матбуғатында Башҡорт опера һәм балет театрының тәүге спектаклдәре тураһында башҡорт яҙыусылары Ғ.Әмири, Б. Бикбай, Ә. Г. Бикчәнтәев һ. б. рецензиялары баҫыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә музыка тәнҡитселәре С. А. Андреев-Кривич, К. Н. Державин, М. Г. Пизов, Г. А. Поляновский һ.б. эшләй.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет спектаклдәре тураһындағы тәнҡит мәҡәләләрендә уларҙың художество үҙенсәлектәре, артистарҙың уйнауы баһалана

1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡуйылған балет спектаклдәре хореография сәнғәте оҫталары Р. В. Захаров, Л. М. Лавровский, Л. Н. Лебединский, А. М. Мессер һ. б. мәҡәләләрендә яҡтыртыла.

Республикала башҡорт балет сәнғәте тураһында Хәйруллиндың «Башҡортостандың балет сәнғәте оҫталары» (1963; «Танец ликующий») Сәйетовтың (1968; артистар Г. Г. Сөләймәнова һәм Ф. М. Саттаров ижадына бағышлана) монографиялары донъя күрә.

  • Вильданова О. Г. К вопросу истории Башкирского балетного театра. Балет «Тщетная предосторожность» в постановке Юрия Григоровича // Вестник Академии Русского балета имени А. Я. Вагановой. -СПб., 2012. -№ 27. — С. 345—351.
  • Вильданова О. Г. Башкирский балетный театр: сборник статей. -Уфа: РУМЦ МК РБ, 2013. — 56 с, илл.: фото.
  • Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963;
  • Саитов С. С. Танец ликующий. Уфа, 1968;
  • Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет //Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР): Сборник статей. Уфа, 1990;
  • Жиленко Н. А. Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007;
  • Нагаева Л. И. Башкирская народная хореография. Уфа: Китал, 1995.
Тышҡы рәсемдәр
Башкирские танцы
  1. Т. М. Дубских. Хореографическое искусство Южного Урала (башкирский и татарский танцы). ЧГАКИ. Челябинск. 2015.
  2. The Bolshoi Ballet Academy (BBA)
  3. Балетная школа Марата Даукаева в Лос-Анджелесе, США 2016 йыл 7 октябрь архивланған.
  4. И. Х. Хабиров. Ст. Балет «Горный орёл». башкирская энциклопедия. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.