Башҡортостан сәнғәте
Башҡортостан сәнғәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Башҡортостан сәнғәте Викимилектә |
Башҡортостан сәнғәте — Башҡортостан Республикаһы халыҡтары сәнғәтенең элементтары йыйылмаһы. БР сәнғәте үҫеше БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан сәнғәте үҫешенә унда йәшәгән халыҡтар тормошоноң тәбиғи-климат һәм мәҙәни-тарихи шарттары оло йоғонто яһай. Республиканың географик урыны үҙенсәлектәре, тәбиғәте торлаҡ төҙөлөшөндә, кейем рәтләгәндә, һауыт-һаба, хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдары эшләгәндә һ. б. ниндәй материалдар ҡулланыуҙы алдан билдәләгән. Тәбиғәт-климат шарттары кешенең донъяға ҡарашы формалашыуына йоғонто яһай. Башҡорттарҙың алдараҡ йәшәгән урындары хәҙергенән көньяҡтараҡ булған. Борон замандарҙағы башҡорттарҙың күсмә тормошта йәшәүе уларҙың мәҙәниәтенә, улар тыуҙырған сәнғәткә йоғонто яһай.
Башҡорт сәнғәтенең үҙенсәлеге тарих дауамында, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклем һәм унан һуң, Совет власы йылдарында капиталистик үҫеш юлына күскәндән һуң да, яҡланған һәм һаҡланған. Сәнғәттә күп нәмә телдән һаҡланғанлыҡтан, традициялар формаһында йә халыҡта бөтөнләй һаҡланмағанлыҡтан, яҙып алыу фиксация, текст яҙҙырыу, археологик тикшеренеүҙәр үткәреү мөһим момент булған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт әҙәбиәте ауыҙ-тел формаһынан алып күп жанрлы әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға саҡлы ҡатмарлы юл үткән. Әҙәбиәткә башҡорттарҙың дини ҡараштары, башҡорт фольклоры, көнсығыш, урыҫ әҙәбиәте йоғонто яһаған. Көнсығыш традициялары шиғриәттә көслө була, проза һәм драматургия рус әҙәбиәте йоғонтоһонда үҫешкән.
XX быуатта башҡорт әҙәбиәте тематика һәм форма өлкәһендә милли үҙенсәлеген күрһәтә. Яҙыусыларҙың халыҡ ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итеүе бында ҙур роль уйнаған.
1919 йылдан Башҡортостанда башҡорт, урыҫ, татар һ. б. телдәрҙә художестволы нәфис, фәнни-популяр, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте һәм башҡалар Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан сығарыла.
Һынлы сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башына Башҡортостандың һынлы сәнғәте халыҡ ижады формаһында йәшәгән. Өфөлә 1910 йылда беренсе художество күргәҙмәләре ойошторола.
БР һынлы сәнғәте бер нисә осорҙан тора: сығанаҡ башы (М. Нестеров, Д. Бурлюк, Ҡ. С. Дәүләткилдеев, А. П. Лежнёв, И. Н. Самарин ижады), 30-40 йылдар сәнғәте (А. Тюлькин, Ә. Лотфуллин ижады), 50-60 йылдар сәнғәте (рәссамдар Р. Нурмөхәмәтов, Б. Домашников, А. Пантелеев, М. Назаров, Ә. Лотфуллин, А. Бурзянцев, П. Салмасов, В. Позднов, Г. Пронин, Әҙиә Ситдиҡова һ. б.), 80-90 йылдар сәнғәте (Е. Тан, И. Ғаянов, Эрнест Сәйетов), хәҙерге заман сәнғәте.
Совет власы йылдарында рәссамдар үҙ эштәрендә социалистик реализм алымын ҡулланған. Совет осорондағы Башҡортостан рәссамдары ватан һәм сит ил классикаһы фондына индерелгән әҫәрҙәр тыуҙырған.
Башҡортостандың хәҙерге заман рәссамдары күп төрлө йүнәлештәрендә (неопримитивизм, авангард, постмодернизм) эшләй. Башҡортостан Республикаһында билдәле рәссамдар Я. Крыжевский, П. Салмасов, З. Мөхәмәтдинов, Ф. Шәймөхәмәтов, Д. Сөләймәнов һ. б. эшләгән.
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәте зодчество үҙенсәлегенә йорт төҙөлөшөндә тәбиғәт шарттарын оптималь файҙаланыу ҡарай. Башҡортостан торлағы үҙенсәлекле булыуы менән һәм оҙайлы эволюция һөҙөмтәлелеге менән айырылып тора. Торлаҡ элементтарын биҙәү — тәҙрә йөҙлөктәре, ҡапҡастары, күтәрмә, фронтондар, ҡапҡалар орнаменталь формаларҙың этаптарын күрһәтә.
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың музыка сәнғәте 20 быуаттың беренсе яртыһында формалаша. Октябрь революцияһына тиклем республика территорияһында бай ауыҙ-тел музыкаль-поэтик ижад үҫешкән булған[1].
Музыкаль белем биреүҙе үҫтереү, 1920 йылда Өфөлә музыка мәктәбе, 1921 йылда музыка училищеһы асылыуы башҡорт композиторҙарына профессиональ музыкаль белем алыуға булышлыҡ иткән. 1938 йылда Өфөлә Башҡорт филармонияһы һәм Башҡорт опера һәм балет театры асыла. Башҡорт сәхнәһендә ҡуйыу өсөн опералар яҙылған: А. Эйхенвальдтың «Мәргән» (1940) һәм «Ашҡаҙар» (1944) опералары, «Сыңрау торна» башҡорт легендаһы мотивы буйынса Л. Степановтың балеты (1944), урал әкиәттәре мотивтары буйынса яҙылған А. Ключаревтың «Тауҙа булған хәл» (1951) балеты.
Шулай уҡ башҡорт композиторҙары Мәскәү консерваторияһында музыкаль белем ала: Х. Әхмәтов, З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Н. Сабитов, Х. Заимов. Башҡортостан Республикаһының музыкаль мәҙәниәтенә композиторҙар Заһир Гариф улы Исмәғилев, симфоник жанрында эшләгән Р. Мортазин ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан Республикаһында Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла, Композиторҙар союзы, Милли симфоник оркестры, «Башҡортостан» камера ансамбле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры ойошторола.
Республикала боронғо һәм хәҙерге заман камера, хор һәм симфоник музыка фестивалдәре, «Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы», Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара фестивале үткәрелә. 2016 йылда тәүге тапҡыр Владимир Спиваков халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы үткәрелә[2].
Бейеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ көйө нигеҙендә халыҡ йолаһы ята. Башҡорттарҙың милли йыр һәм бейеү менән оҙатылған яҙғы, ғаилә байрамдары, башҡа тантаналары, эштәренән баш ала. Башҡорт бейеүенең үҙенсәлеге булып уны ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ бейеүенә айырыу тора. Ир-егет бейеүҙәре иркенләп, ҡыйыу, темпераментлы, ә ҡатын-ҡыҙ — инсафлы, ҡараштарын аҫҡа төбәп, яулығы менән битен ябып башҡарған[3].
Сәхнә бейеүе үҫеше ХХ быуаттың 30‑сы йылдарынан бирле эшләгән Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм уның етәксеһе Ф. Ә. Ғәскәров менән бәйләнгән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында классик һәм милли бейеүҙәр индерелгән балет спектаклдәре ҡуйыла (Сыңрау торна, Арҡайым балеттары).
Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте башҡорттарҙың ихтыяждарын һәм эстетик ҡарашын сағылдыра. Үҙенең мең йыллыҡ тарихы дауамында үҙ эсенә милли традициялар ғына түгел, шулай уҡ монгол, фин-уғыр һәм иран ҡәбиләләренән үҙләштерелгән үҙенә бер төрлө стиль формалашҡан.
Башҡорттар традицион орнаменттар менән аттарҙы егеү ҡорамалдарын, сигеүҙе, ҡорал һәм кейемен матурлаған, биҙәгән. Башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары ағас һырлау һәм биҙәү сәнғәте, зәргәрлек эше, сигеү, келәм һуғыу, кейемде мәрйендәр, тәңкәләр менән биҙәү эше менән шөғөлләнгән. Ҡорама тегеү йәки ҡорау - үҙе бер ҙур сәнғәт һаналған.
Биҙәүестәр эшләү менән күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә.
Башҡорт орнаменты элементтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт орнаменты. Башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте
Театр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башланғыс театраль формалары Башҡортостанда 6—8 быуаттарҙа йолалар, уйындар, халыҡ бейеүҙәре формаһында барлыҡҡа килгән.
Республикала беренсе театрҙар һәүәҫкәр булған. 19 быуатта бында П. А. Соколов, М. П. Васильев‑Гладков, Д. А. Хотев‑Самойлов, Н. С. Вахтер һ. б. спектакль антреприза биргән. 20 быуат башында Мәскәү һәм С.‑Петербург театрҙары гастролгә килгән.
Әлеге ваҡытта республикала башҡорт, татар, урыҫ, балалар, музыкаль театрҙары эшләй. Был Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры, Стәрлетамаҡ рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры һәм башҡа театрҙар.
Театр коллективтары, шул иҫәптән, халыҡ-ара сараларҙы ла индереп (төрки театрҙарының «Туғанлыҡ» фестивале), фестивалдәрҙә һәм театр конкурстарында ҡатнаша.
Сәнғәт ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында профессиональ сәнғәт үҫешенә ХХ быуаттың 10-20 йылдарында профессиональ сәнғәт үҫеше сәбәпсе булған[4]. Сәнғәт ғилеме мәсьәләләре республиканың «Рампа», «Бельские просторы», «Ватандаш», «Проблемы востоковедения», «Тамаша», «ВысокоХудожественный журнал» (2005) баҫмаларында, альбомдарҙа һәм күргәҙмә каталогтарында яҡтыртыла.
Һынлы сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылда республикала Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләренең каталогы баҫыла башлай. ХХ быуат башында Октябрь революцияһы исемендәге Өфө художество пролетар музейы — хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Художество музейы сәнғәт ғилеме үҙәге булған. Октябрь революция — ул хәҙерге сәнғәт музейы. Быуат уртаһында бында күргәҙмәләр каталогтары нәшер ителгән, урындағы матбуғатта сәнғәт ғилеме материалдары баҫылған. 1979 йылда «Совет Башҡортостаны рәссамдары» белешмә баҫмаһы сыҡҡан.
Башҡортостандың һынлы сәнғәт өлкәһендә билдәле сәнғәт ғалимдары: Э. П. Фенина, А. Г. Йәнбухтина, С. В. Игнатенко, Пикунова һәм башҡалар.
Әҙәбиәт ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт ғилеме тыуған яҡты өйрәнеү сиктәрендә үҫеше. Крайҙы өйрәнеүселәр, лингвистар, фольклорсылар Т. С. Беляев, П. М. Кудряшёв, В. И. Даль, М. И. Иванов, С. Б Кукляшев, М. Биксурин, Р. Г. Игнатьев, М. В. Лоссиевский, А. Григорьевич халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҙып алғандар, башҡорт тел ғилеме баҫмаларын йыйғандар һәм системаға һалғандар.
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә теоретик тикшеренеүҙәр башҡорт әҙәбиәтенең телдән һәм яҙма характерҙа булғанын, жанр составын билдәләгән Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаевтың «Башҡорттар» (1876; «Башкиры») очергы баҫылған осорҙан башлана.
Артабан башҡорт әҙәбиәт ғилеме үҫешенә үҙ өлөшөн яҙыусылар М. А. Буранғолов, М. Ғафури, Б Ишемғол, И. Насыри, Д. Юлтый, Т. Йәнәби индергән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булдырылғандан һуң, бында әҙәбиәт ғилеме үҙәге күсә.
Әҙәбиәт тикшеренеүселәре Ә. Вәли, Х. Наум, Ә. Чаныш, Ш. Шәһәр методологик мәсьәләләр, әҙәбиәттең асылын, идея йүнәлешен анализлау менән шөғөлләнә.
50-се йылдарҙан башлап «Башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеш мәсьәләләре» (1957; «Вопросы развития башкирской советской литературы»), «История башкирской советской литературы» (ч. 1—2; 1963—1966), «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (т. 1—6, 1990—96; «История башкирской литературы») һ. б. коллектив хеҙмәттәр донъя күрә.
Әҙәбиәт мәсьәләләре республика матбуғатында — «Ағиҙел», «Бельские просторы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарында яҡтыртыла.
Балет ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында профессиональ музыкаль театрҙар аяҡҡа баҫҡан осорҙа балет ғилеме үҫешә. Балет спектаклдәренә беренсе баһаламаларын һәм рецензияларҙы башҡорт яҙыусылары Ғ. Әмири, Б. Бикбаев, Ә. Г. Бикчәнтаев, К. Мәргән һ. б. яҙа.
Республикала балет үҫешен Л. П. Атанова, О. Н. Белунцов, С. С. Сәйетов, Р. Х. Хәйруллин, Г. Н. Әхмәҙиева, Г. Х. Әхмәтов, Г. Л. Ғәлимов тасуирлаған. Хәйруллиндың «Башҡортостандың балет оҫталары» (1963), Сәйетовтың «Танец ликующий» (1968) һ.б. тикшеренеү хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан.
Музыка ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» (1933; «В борьбе за создание башкирской советской музыки») очергы Башҡортостан музыка ғилеме өлкәһендәге тәүге эш була. Был өлкәлә үҙ эштәрен Башҡортостан музыканттары Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Ә. И. Харисов, Н. А. Шумской баҫтырған.
Билдәле хеҙмәттәргә Лебединскийҙың «Композиторы Башкирии» (1955) һәм «Башкирские народные песни и наигрыши», Н. Ш. Губайдуллиндың «История башкирской советской музыки» (1968), фольклористика буйынса монографиялар һәм йыйынтыҡтар — «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» (1997; «Башкирские народные песни, песни-предания»; Ф. Ә. Нәҙершина төҙөгән), Ахметжанованың «Башкирская инструментальная музыка. Наследие» (1996), Рәхимовтың «Фактура башкирской монодии. Инструментальное исполнительство» (1998), Ғәлинаның «Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика» (2006); «Бишек йыры» (1994; «Колыбельная песня»; А. М. Ҡобағошов төҙөгән) һ. б. ҡарай.
Театр ғилеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда беренсе театр ғилеме буйынса хеҙмәттәр тип яҙыусылар Ф. Әмирхан, Ш. Бабич, М. Ғафури, Ғ. Исхаҡиҙың һәм башҡаларҙың спектаклдәргә яҙған баһаламалары тора.
Хәҙерге заман тикшеренеүселәре билдәле башҡорт артистары, режиссёрҙарының ижадын өйрәнеү, театр постановкаларын, театрҙар эшмәкәрлеген анализлау менән шөғөлләнә.
Республикала Күсемова һәм Вербицкаяның «Воспоминания о Габдулле Гилязеве» (2001), «Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века)» (2002), Г. Иҡсанованың «О театре и не только» (2006), Л. Я. Станкованың «Юлдар, юлдар. Театр, Дорога без конца…» (2008) йыйынтыҡтары; З. А. Нурғәлиндың «Театрҙың шиңмәҫ шишмәһе» (2003; «Неиссякаемый родник театра»), Күсемованың «Театр юлы — Путь театра» (2004), З. К. Атнабаеваның «Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар» (2008; «Судьбы. Роли. Судьбы») һ. б. китаптары баҫылған.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы сәнғәт хеҙмәткәрҙәренӨфө сәнғәт училищеһында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Башҡорт дәүләт университетында, күп һанлы музыка һәм хореография мәктәптәрендә, колледждарҙа әҙерләйҙәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡортостан музейҙары
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн тапшырыла[5]:
- Маҡтаулы исемдәр — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы.
- Премиялар — Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия һ. б.
Ижади союздар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы сәнғәт эшмәкәрҙәре ижади союздарға: Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар Союзы, Башҡортостан Республикаһының архитекторҙар Союзы, Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре Союзы, Башҡортостан Республикаһының рәссамдар Союзы, Башҡортостан Республикаһының композиторҙар Союздарына берләшә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан: краткая энциклопедия / главный редактор Р.З. Шакуров. — Уфа: «Башкирская энциклопедия», 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Башҡорт АССР-ының һынлы сәнғәте. — М., 1974.
- Башҡорт рәссамдары. Рәсем сәнғәте, графика, скульптура. — Өфө, 1995.
- Башҡортостан Оськин и Скульптура // Рампа. — 1996. — № 12. — с. 4-5.
- Башҡортостандың хәҙерге заман һынлы сәнғәте. Рәсем сәнғәте, графика, скульптура, керамик / Авт.сост. И. Н. Оськин. — М., 1997.
- Башҡорт халыҡ сәнғәте / под общ. ред. с. Шитова. Өфө: Демиург, 2002. −360 с.: ил.
- С. Г. Рыбаков «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» (СПб., 1897)
- Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте буйынса очерктар. Сост. Өфөлә в. л. Бенин, изд-во: Китап, 1994 г.
- Шәрипова З. Я. Башҡорт мѳхәррире фекере. Өфө, 2008;
- Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы. М., 1977;
- Ғ. Б. Хөсәйенов. Әҙәбиәт һәм фән: избр. тр. Өфө,1998.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Музыка 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ В Уфе пройдет первый Международный конкурс скрипачей Владимира Спивакова
- ↑ творчество музыкальное искусство 2020 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ http://mintrudrb.ru/upload/docs/zakon271-%D0%B7.pdf 2017 йыл 29 март архивланған.