Ҡорама тегеү
Ҡорама тегеү | |
Ҡорама тегеү Викимилектә |
Ҡорама тегеү, ҡорама техникаһы, ҡорама мозаикаһы, текстиль мозаикаһы (пэчворк, ингл. patchwork — «ҡорамаларҙан тегелгән изделие») —туҡыма киҫәктәренән (ҡорамаларҙан) мозаика принцибы буйынса бөтөн изделие тегеүгә нигеҙләнгән ҡул эше төрө. Эш барышында яңы төҫтәрҙән һүрәт, биҙәктән торған, хатта яңы фактуралы полотно эшләнә. Хәҙерге заман оҫталары шулай уҡ ҡорама техникаһында күләмле-киңлекле композициялар төҙөй. Ҡорама туҡымаһының барлыҡ йөйҙәре лә уның тиҫкәре яғында урынлашҡан. Рәсәйҙә ҡорама техникаһы һырылған изделиелар (ҡорама юрғандар) һәм башҡа әйберҙәр теккәндә күптән файҙаланыла[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорамаларҙы тоташтырып тегеп, туҡыма аппликацияһы ярҙамында туҡыма полотноһы булдырыу, һырылған әйберҙәр әҙерләү әллә ҡасандан уҡ күп донъя халыҡтарында булған. Кеше туҡыма менән эшләгән урындарҙа, моғайын, туҡыма киҫәктәрен һәм ҡалдыҡтарын сәсмәләрен файҙаланыу ихтыяжы тыуғандыр, шуға ла теге йәки был рәүештә ҡорама тегеү барлыҡҡа килгәндер[2]. Б. э. т. яҡынса 980 йыл ғәзәл тиреһе киҫәктәренән эшләнгән Мысыр орнаменты билдәле. Токио музейҙарының береһендә шул уҡ осорҙа ҡорама менән биҙәп тегелгән костюм күрһәтелә. 1920 йылда Могао (Мең Будда) мәмерйәһендә яҡынса X быуатта ғибәҙәт ҡылыусыларҙың кейем киҫәктәренән йыйып тегелгән келәм табылған
Англия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуатта Англияға һинд мамығынан төрлө биҙәкле сағыу туҡымалар килә башлаған. Сигеү йәки биҙәкле туҡыманан тегелгән юрған йорт интерьерының модалы монаяты иҫәпләнгән. 1712 йылда Англияла һинд туҡымаларын һатыуҙы тыйыу арҡаһында килеп сыҡҡан ситса дефициты һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шул рәүешле хөкүмәт илдә йөн һәм ебәк туҡымалар етештергән мануфактураларҙы һаҡлап ҡалырға ниәтләгән. Ситса Англияға ялған контрабанда юлы менән эләккән, һәм уның хаҡы ҡапыл артҡан. Ситсанан кейем бескәндән һуң ҡалған ҡырҡындыны ситкә ташламағандар, ә башҡа әйберҙәр эшләү өсөн файҙаланғандар. Йөн йәки етен туҡымалар аппликация техникаһында эре фрагменттар менән биҙәлгән. Иң ваҡ ҡалдыҡтарҙы бер-береһе менән тегеп, берҙәм туҡыма яһалған.
Төньяҡ Америка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы донъяға һырылған әйберҙәр 1620 йылдарҙа күскенселәр менән бергә килеп эләккән. Туҡыма етмәгәнлектән, һырылған юрғандар иҫке кейем киҫәктәре ярҙамында эшләнгән. Туҡымаларҙың артабанғы дефициты һырылған изделиеларҙы ҡораманан (квилт) яһау традицияһын нығытты. Улар ваҡыт үткән һайын ҡатмарлаша, һәр оҫтабикә үҙенә генә хас биҙәк һәм төҫтәр комбинацияһы менән квилт яһарға тырыша. Ғәҙәттә Америка хужабикәләре квилттың өҫкө өлөшөн ҡышын теккән. Яҙ көнө квилт яһарға бөтә күрше ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған, кистәрен, эштән һуң, уларға ирҙәр ҙә ҡушылған[3]. 1750 йылға тиклем төҙөлгән Америка квилттары ҡорама тегеү техникаһында эшләнгән. Ваҡыт үтеү менән ҡорама биҙәктәр эшләүҙең традицион блоктары барлыҡҡа килгән. Уларҙың күптәренең атамалары көндәлек тормошҡа бәйле («Бысҡы теше», «Айыу тәпәйе», «Ямау өсөн кәрзине»); ошо биҙәкте уйлап тапҡан урын («Огайо һәм Техас йондоҙо»); Изге Яҙмалағы тарихтар менән ассоциациялар («Яҡуп баҫҡысы»)[4]. Һуңыраҡ (1850 йылға тиклем) аппликация популяр булып китә. Боронғо ҡорама техникаһында тегелгән юрғандар бик аҙ һаҡланған, сөнки улар аппликациялы квилттар айырым осраҡтар өсөн тәғәйенләнгән ваҡытта көндәлек тормош предметтары булған.
1876 йылда Филадельфияла үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә яңы крейзи (инглиз crazy, «тиле», шулай уҡ «Спираль», «Карусель», «Роза» исемдәре менән билдәле) техникаһында эшләнгән: сигеү менән биҙәлгән инглиз эшләнмәләре күрһәтелә. Крейзи техникаһы төрлө формалағы һәм төҫтәге зиннәтле туҡыма (парча, бәрхәт, ебәк) киҫәктәренән, һүрәттәрҙән ирекле рәүештә йыйылған композициялар эшләргә мөмкинлек биргән. Уларҙы берләштергән йөйҙәр төрлө сигеүҙәр менән биҙәлгән, әйберҙәр аппликациялар һәм туҡымалағы һүрәттәр менән тулыландырылған. 1879 йылда яңы ҡул эше төрөн «Петерсон» журналы һүрәтләгән. Был йүнәлеш ҡорама тегеүҙә «ҡупшыландырылған квилт» йәки (көнсығыш мотивтарын киң ҡулланыу арҡаһында) «япон ебәге» тип атала. Изделиелар биҙәү өсөн генә тәғәйенләнгән, сөнки ҡорамалар, тоташтырып тегелмәй, бик аҙ йөйҙәр менән беркетелгән, ситтәре сасаҡ, суҡ, помпон, селтәр менән биҙәлгән, ә ҡатлам ултырғанлыҡтан, уларҙы йыуыу мөмкинлеген бирмәгән. Унан да файҙалыраҡ әйберҙәр дини түңәрәктәрҙә булдырылған, был осраҡта крейзи стилендәге туҡымаға йөн һәм кизе-мамыҡ туҡымалар өҫтәлгән. Яңы техника, теләгән һәр кемгә, ҡорама тегеү өсөн сигелгән һүрәттәр һәм ҡулдан эшләнгән ебәк блоктан торған әҙер йыйылмалар менән тәьмин иткән һәм Америка сауҙаһында тотош йүнәлеш булдырған. 1910 йылдарға крейзиның популярлығы кәмей бара, һәм ҡорама тегеүҙең ҡәҙимге төрҙәренә урын бирелә. Йылдар буйына тегеүҙең ысын алымдарын ҡулланған ҡайһы бер дини общиналарға модалы күренештәр ҡағылмаған: амиш һәм менонит секталарынан квилт оҫталары тарафынан традицион биҙәктәр һәм бер төрлө төҫтәге туҡымалар бөгөн дә файҙаланыла[4].
1970 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарында ҡорама тегеүгә ҡыҙыҡһыныу тергеҙелә. Квилт-клубтар популярлыҡ яулай, махсуслаштырылған магазиндар һатып алыусыларға биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең был төрө өсөн кәрәкле бөтә материалдарҙы, тематик китаптар һәм журналдар тәҡдим итә. 1971 йылда Ив Сен-Лоран, модала барлыҡҡа киләсәк фольклор романтизмы менән мауығыуҙы башлап, ҡорама тегеү менән биҙәлгән модель эшләгән[5].
Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә элек-электән һатып алынған туҡымаға ла, йорт шарттарында етештерелгәненә лә (XVIII быуатҡа тиклем илдә өйҙә етештерелгән туҡыма ҡулланылған) һаҡсыл мөнәсәбәт таралған булған. «Домострой» ҡағиҙәләр китабында күлдәк бесеү, киҫәктәрҙе сорттарға айырыу һәм һаҡлау һәм әҙер әйберҙе ямау буйынса ентекле инструкция бар[6]. Билдәле булыуынса, XVII быуатта старообрядсылар араһында «подручник» тип аталған ҡорама келәмдәр таралған була. Ул келәмдәр һүрәтендә символ рәүешендә туғыҙ фәрештә чины һынландырылған[2].
Бындай ҡораманан тегелгән туҡыма XIX быуаттың икенсе яртыһында, сит ил ситсаһы һатыл башлағас, киң таралған. Киңлеге 40 см булған йорт шарттарында һуғылған туҡыманан айырмалы рәүештә, фабрикала етештерелгән туҡыманың киңлеге 75-80 см булған, һәм уларҙан кейем бескәндә бик күп киҫәктәр барлыҡҡа килгән. Инглиз ситсалары ҡыйбат булғанлыҡтан, Рәсәйҙә аппликация һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Быуат аҙағында, арзан кизе-мамыҡ туҡыма етештереү яйға һалынғанлыҡтан һәм теген машиналары барлыҡҡа килгәнлектән, ҡораманан тегеү иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Крәҫтиән мөхитендә булдырылған әйберҙәр (күпселек осраҡта ҡорама юрғандар) һалҡындан һаҡлаған. Уларҙы әҙерләүҙә башлыса кейелгән әйберҙәр киҫәктәре ҡулланылған ҡорамалар яһағандар, улар яңылыш формала булған һәм осраҡлы рәүештә тоташтырылған. Әммә параллель рәүештә, туй һәм бала тыуыуға арналған тегеү йолаһы булған. Был изделиелар файҙалылыҡ һәм декоратив функцияларҙы берләштергән.Ҡырҡынды формаһы (һыҙат, квадрат, өсмөйөш) тура урыҫ костюмын бескәндә барлыҡҡа килеүсе ҡырҡылып алыныу (выпад) формаһы менән билдәләнә. XIX быуат аҙағы — XX быуат башы халыҡ кейемендә ҡорама тегеү эштәре башҡарыуҙа ҡатмарлы селтәр, сигеүҙәр, туҡылған элементтарҙы алмаштыра[7]. Туҡыманы йыйыу алымдарына, изделиеларҙың төҫтәренә һәр саҡ урындағы халыҡтың художестволы өҫтөнлөктәре индерелгән. Күләмле ҡорама тегеүҙең үҙенсәлекле техникаһы: «ляпактар» (йәки «ляпачиха»: нигеҙенә баҫылған төрлө төҫтәге эшкәртелмәгән һыҙаттар, ҙур булмаған ҡораманан туҡылған Каргополь туй юрғандарының исеме[7]), «мөйөштәр» (туҡыманан мөйөш яһалып, нигеҙгә ҡушып тегелгән), «махра» (ҡатмарлы таж япраҡлы), «розан» («кругляки» йәки Рәсәйҙән ситтә — «йо-йо» — квадрат йә түңәрәк ҡырҡындылар түңәрәк әйләнәһе тирәләй һырлана, килеп сыҡҡан күләмле деталдәр нигеҙгә бер ҡат йәки өҫтө-өҫтө һалынып ҡуша тегелә) уйлап табыла. Мөйөштәрҙән яһалған балаҫтар менән бер рәттән төрөлгән туҡыманан үрелгән һәм түңәрәк буйлап һалып тегелгән бау-толомдарҙан эшләнгән балаҫтар таралған[8].
Традицион урыҫ ҡорама тегеүенә нигеҙҙе файҙаланмайынса ҡулдан йыйыу, ҡорамаларҙы теләһә нисек (внахлёст) тоташтырыу, үлсәме буйынса төрлө деталдәрҙе ҡулланыу хас [9].
XX быуат башында ҡораманан тегеү коллаж менән бергә яңы тасуирлау саралары эҙләү менән шөғөлләнгән рәссам-авангардсыларҙың һәм футуристарҙың иғтибарын йәлеп итә[10]. Октябрь социалистик революцияһынан һуң тегеүҙең был төрө дәүләт яҡлауы аҫтындағы биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәре исемлегенә индерелмәй. Һуңынан ҡорама ҡорау ярлылыҡ билдәһе тип, Совет иле кисергән һуғыш һәм емереклек осорҙарын хәтерләтеү кеүек ҡабул ителә[11]. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең был төрөнә ҡыҙыҡһыныу 1990-сы йылдарҙа тергеҙелә, шул ваҡытта уны өйрәнеү ҙә башлана. Ул таралған шөғөл генә түгел, биҙәү сәнғәтенең үҙ аллы жанрына ла әүерелә.
Рәсәйҙә 1997 йылдан алып һәр ике йыл һайын «Рәсәйҙең ҡорама мозаикаһы» («Лоскутная мозаика России») фестивале уҙғарыла, унда оҫталарҙың әҫәрҙәре күрһәтелә[12]. Суздаль ҡалаһында ла «Рәсәй күңеле» («Душа России») халыҡ-ара ҡорама тегеү фестивале уҙғарыла[13]. Украинала 1997 йылдан алып Бөтә Украина ҡорама тегеү фестивале уҙғарыла[14].
Әзербайжанда боронғо ҡорама тегеү техникаһы — Ғорама тип атала.
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында ла ҡорама тегеү эшмәкәрлеге киң ҡолас алды: тергеҙелә һәм камиллаштырыла. Ҡорама бәйрамдары, фестивалдәре ойошторола.
Материалдар һәм ҡоралдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫтәр гаммаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорама тегеү техникаһында иң ҡатмарлы мәлдәрҙең береһе — әҫәрҙәге төҫтәрҙең аһәңле һәм төплө сағылышына өлгәшеү. Был ҡыйынлыҡты еңеп сығыу өсөн ҡайһы бер йәш оҫталар төҫтәр түңәрәген ҡуллана. Әлеге ваҡытта буласаҡ изделиеның гаммаһын иҫәпләп сығарыу мөмкинлеген биргән махсус компьютер программалары бар.
Туҡыманы ҡырҡыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡымаларҙы бесеү өсөн осло оҙон башлы ҡайсылар, йөйҙәрҙе киҫеү өсөн — бәләкәй ҡайсылар ҡулланыла. Шулай уҡ туҡыманы, махсус ҡатар (подкладка) өҫтөнә һалып, билдәләр һыҙылған тәгәрмәсле ҡырҡҡыс тәгәрмәс ярҙамында киҫергә мөмкин.
Төйрәүестәр (булавка) һәм энәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Машинала, алдан типсемәй генә, теккәндә бер күсәрле (одностержневой) булавкалар файҙаланыла. Күпселектә был маҡсатҡа элмәк һымаҡ ҡолаҡлы, бик нескә һығылмалы булавкалар тура килә. Башҡа төр төйрәүестәр (элмәк урынына пластик шарлы инглиз булавкалары) изделиены тулыһынса йыйғанда уңайлы.
Линейка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тейешле һыҙыҡтар, үлсәмдәр һәм төрлө мөйөштәрҙе яһау уңайлылығын биргән билдәләр төшөрөлгән универсаль линейка туҡыманы алдан әҙерләнгән шаблондарһыҙ бесергә мөмкинлек бирә.
Туҡымалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыш ҡына ҡорама туҡыма тегеүҙә кизе-мамыҡ туҡыма ҡулланыла. Кар ҡырҡҡанда еңел, тегеү барышында шыумай, ҡул менән һалынған складкаларҙы тота һәм ҡорама тегә башлаусылар өсөн идеаль материал булып тора. Мамыҡ-ҡағыҙ туҡымаларҙың етешһеҙлеге — уңа һәм йыуғанда ултыра. Етен еңел тегелә, ултырмай тиерлек, ныҡ, эсләү йәки фон өсөн бик популяр материал. Етен туҡымалар бик ныҡ бөгәрләнә һәм үтекләү ҙә ярҙам итмәй. Ебәк үҙенең нәфис фактураһы, тәбиғи ялтырауы, сағыу буяуҙары арҡаһында изделиеларҙа бик отошло күренә. Әммә ул йыуғанда һәм юғары температуралар йоғонтоһонда ныҡ ултыра, бесеү һәм тегеү өсөн ҡатмарлы, киҫкән урындары тиҙ һүрелә. Ҡорама эшләнмә йыйғанда йөн туҡыма һирәк осрай, әммә уның өҫтөнлөктәре лә күп: гигроскопик, туҡыма йылы япмалар, мендәрҙәр, кейем тегеүгә яраҡлы. Ҡалын йөн туҡымаларҙың ситтәре һүрелмәй, йөндән эшләнгән әйберҙәр формаһын яҡшы тота. Йөн киҫәктәрен машина менән «кәкерсәк» («зигзаг») йөйө ярҙамында тоташтырырға мөмкин. Яһалма һәм ҡатнаш туҡымалар матур күренә, улар бөгәрләнмәй һәм яҡшы йыуыла, әммә дым туплаусан. Вискоза туҡымалары тегеүҙә лә ҡатмарлы: хәрәкәтсән структуралы булғанлыҡтан туҡыма шыуып төшә, өҫтәүенә ныҡ бөгәрләнә һәм йыуғанда ултыра, вискозаны мотлаҡ крахмалларға кәрәк. Ҡулдан биҙәкләнгән йәки буялған туҡыма (кизе-мамыҡ, ебәк, етен) өҫтәп тегелгән әйберҙәр ҡыҙыҡлы күренә.
Әгәр изделиены көнкүрештә файҙаланыу күҙ уңында тотолһа, туҡыманы декатировкалау — һабынламай еүешләү, һуңынан киптереү һәм үтекләү талап ителә. Әгәр тегеү яңы туҡыманан ғына эшләнһә һәм уны саңдан һаҡланған урында (мәҫәлән, быяла аҫтында) һаҡлау күҙ уңында тотолһа, фабрикала һеңдереүҙе һәм буяуҙарҙың тәүге сағыулығын һаҡлап, декатировка үткәрмәҫкә мөмкин. Эш алдынан, туҡымаларҙың ҡыйшауына юл ҡуймаҫ өсөн, ситтәре киҫелә. Туҡыманы йыртыу тәҡдим ителмәй, сөнки ҡорама теккәндә эске йөйҙәр типселмәгәнлектән (йүрмәп сығылмағанлыҡтан), был әҙер изделиелағы ситтәрҙең һүрелеүенә килтерә.
Бесеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорама түшәмде йыйыуҙа бесеүҙең юғары аныҡлығы уңыш нигеҙе булып тора. Бесеү ябай геометрик фигуралар рәүешендәге шаблондар ярҙамында, ҡырҡыу һәм йөй һыҙыҡтары билдәләнгән ҡатырғанан йәки үтә күренмәле пластиктан эшләнә: улар һүрәтте күреү мөмкинлеген бирә. Һатыуҙа ҡуша тегеп сығыу линияһын билдәләү өсөн уйымлы ҡораманың металл шаблондары була. Йөйҙәргә 5 мм-ҙан алып 1 (мамыҡ-ҡағыҙ туҡыма) һәм унан күберәк сантиметрға тиклем (еңел һүрелеүсән туҡыма) өҫтәлә. Туҡымаларға шаблондар һалғанда буй еп йүнәлеше иҫәпкә алына. Дүртмөйөшлө деталдәрҙең буй ебе яҡтарҙың береһе менән, өсмөйөштәрҙә, алтымөйөштәрҙә — перпендикуляр нигеҙенә тура килергә тейеш.
Полотноны йыйыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорама теккәндә полотно ваҡ деталдәрҙән эрерәктәренә тиклем йыйыла. Эшләнмәнең деталдәрен эҙмә-эҙлекле ҡушып теккәндә биҙәк блоктары барлыҡҡа килә. Ҡорамаларҙы ҡулдан йәки машинала йыйырға мөмкин. Туҡыманың тиҫкәре яғында ҡул менән йыйыу өсөн шаблон ярҙамында берләштерелгән ике деталь билдәләнә, төйрәүестәр ярҙамында беркетелә һәм һипләү йөйө менән ҡуша тегелә. Еп ипләп кенә йөйҙөң башында һәм аҙағында теүәл беркетелә. Ике деталь епте киҫмәйенсә тегеү машинаһында йөҙләгәндә киләһе деталдәрҙе («флажок», «сылбыр» тип йөрөтөлгән) тоташтырыуға күсәлә. Тегенеү тамамланғас, килеп сыҡҡан сылбырҙың ептәре киҫелә. Йыйыуҙың тағы бер төрө — ҡатырға шаблонға һуҙылған туҡыманы ҡулдан йыйыу «Өләсәйем баҡсаһы» («Бабушкин сад») тибындағы блоктар өсөн ҡулланыла. Ҡатырға әҙерләнмәләргә («Өләсәйем баҡсаһын» йыйғанда алты мөйөштәр ҡулланыла) әҙерләү өсөн ҡорамаларҙы тарттырып беркетәләр. Туҡыма менән әҙерләмәнең уң яғы эскә йыйыла һәм ҡулдан йәшерен йөй менән тегелә.
Туҡыманы йыйыуҙың ябай һәм тиҙ ысулдарының береһе — һыҙаттар тегеү. Туҡыма ҡыуышлыҡтары өлөшләтә еп буйынса шаблон ярҙамында беселә һәм эҙмә-эҙлекле нигеҙгә ҡушып тегелә. Нигеҙ сифатында кизе-мамыҡ йәки етен туҡыма, ҡағыҙ (теккәндән һуң алына), флизелин ҡулланыла. Һыҙаттың ҡыйшайыуына юл ҡуймау өсөн йүнәлеште һәр ваҡыт үҙгәртеп (мәҫәлән, беренсе һәм икенсеһе — өҫтән аҫҡа, икенсеһе һәм өсөнсөһө — аҫтан өҫкә һәм шулай артабан) тегелә. Йөйҙөң ҡарараҡ туҡыма яғына үтекләнә. Йөй эргәһенән арттырылған туҡыма, мөмкин булһа, туҡыманың ҡара яғына үтекләнә. Йөйҙәрҙе үтек менән бер яҡҡа үтекләү изделиеға ныҡлыҡ бирә. Bargello техникаһы туҡыма һыҙаттарын йыйыуға нигеҙләнгән: тегелгән һыҙаттар арҡыры йүнәлештә киҫелә, һуңынан шыуҙырыу ярҙамында яңынан полотноға йыйыла. Бындай алым контраст төҫмөрҙәрҙе һайлап алынған туҡымаларҙы файҙаланғанда төҫтәрҙең яйлап күсеүе, «һуҙылыуы» йәки «салыуы» талғын күсеү эффектын тыуҙыра.
Йыйыу процесын еңеләйтеү һәм тиҙләтеү өсөн геометрик фигуралар селтәре (квадрат йәки өсмөйөш) тамғаланған ҡораманы тегеү өсөн елемһеҙ флизелин сығарыла.
Түңәрәкләтелгән деталдәр («Никах балдағы», «Эскесе юлы», «Ваҡыт һәм энергия») менән блоктарҙы йыйғанда туҡыма ситтәр йыйыла, урта нөктәләр билдәләнә һәм уларҙың мөйөштәре берләштерелә. Уйымлы деталде ыҡсым итеп ултырталар һәм булавкалар менән ҡабарынҡы киҫелешле деталгә тоташтыралар. Машинала йөҙләгәндә ҡабарынҡы киҫелешле деталь өҫ яҡтан урынлаштырыла.
"Витраж"ды йыйғанда ҡораманан яһалған туҡыманың киҫәктәре ҡуша эләктерелә, йөйҙәр бау, таҫма, тар буй һыҙаттар менән йәшерелә. Был йыйылманың классик вариантында фигуралар контуры төп һүрәткә ҡарата ҡапма-ҡаршы булған материал уратып тегелә.
Башҡорттарҙа ҡорама ҡороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорама тегеү өлгөләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ И. Муханова. Шитьё из лоскутков. Журнал «Наука и жизнь» № 2, 1998
- ↑ 2,0 2,1 Нагель, 2000, с. 7
- ↑ Штауб-Вахсмут, 2007, с. 10
- ↑ 4,0 4,1 Штауб-Вахсмут, 2007, с. 13
- ↑ Кибалова Л., Гербенова О., Ламарова М. Иллюстрированная энциклопедия моды. — Прага: Артия, 1988. — С. 317—321.
- ↑ Иванова, 2007, с. 31
- ↑ 7,0 7,1 Нагель, 2000, с. 8
- ↑ Нагель, 2000, с. 8—9
- ↑ Нагель, 2000, с. 32
- ↑ Иванова, 2007, с. 33
- ↑ Иванова, 2007, с. 32
- ↑ Ю. Иванова. Лоскутная мозаика России — 2001. «[[Наука и жизнь]]», № 4, 2002. Дата обращения: 20 ғинуар 2011. Архивировано 2 май 2008 года.
- ↑ Международный фестиваль лоскутного шитья «Душа России» в Суздале! Дата обращения: 2 октябрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2020 года. 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Фестиваль лоскутного шитья. Дата обращения: 2 октябрь 2019. Архивировано 6 октябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зайцева О. Лоскутное шитье: Практическое руководство. — М.; СПб: АСТ; Астрель-СПб, 2007. — ISBN 978-5-972-51052-8.
- Иванова Ю. Игра в лоскуты Веры Щербаковой. — Тверь: Культура и традиции, 2007. — ISBN 5-864-44126-0.
- Нагель О. Художественное лоскутное шитье: Основы лоскутного шитья и традиции народного текстильного лоскута: Учебно-методическое пособие для учителя. — М.: Шк.-Пресс, 2000. — 95 с. — (Библиотека журнала «Школа и производство»). — ISBN 5-88527-268-9.
- Штауб-Вахсмут Б. Пэчворк и квилт. Лоскутное шитьё. — Профиздат, 2007. — ISBN 978-5-255-01535-1.
- Исторический обзор // Золушка шьёт. — 2004. — № 48. Специальный выпуск. Сентябрь.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Патчворк
- И. Муханова. Шитьё из лоскутков. Журнал «Наука и жизнь» № 2, 1998
- Реферат на тему: «Лоскутное шитьё» 2019 йыл 13 сентябрь архивланған.
- [https://resbash.ru/articles/kultura/2022-11-13/loskutnyy-pir-na-ves-mir-3025485?ysclid=ldvvaspdbq19855463 Лоскутный пир на весь мир
В Башкирии завершился республиканский конкурс «Корама туй» 13 НОЯБРЯ 2022]