Башҡортостан (ҡунаҡхана)
Ҡунаҡхана | |
Башҡортостан (ҡунаҡхана)
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Өфө |
Проект авторы | В. М. Максимов |
Нигеҙләнгән | 1939 йыл |
Төҙөлөшө | 1935—1939 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эшләй |
Сайт | Рәсми сайт |
Башҡортостан Викимилектә |
Башҡортостан, Башкирия — Өфө үҙәгендәге дүрт йондоҙло отель, 1939 йылда төҙөлгән. Ҡунаҡхана бинаһы республиканың тарихы ҡомартҡыһы булып тора (1987).
Башҡортостан ҡунаҡханаһы эргәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Конгресс-холл, «Өфө-Арена» боҙ һарайы, музейҙар, театрҙар, галереялар урынлашҡан.
Номерҙарҙы йыһазландырыу, ҡунаҡханаларҙы классификациялау системалары талаптарына ярашлы башҡарылған, дүрт йондоҙло ҡунаҡхана категорияһына тура килә.
Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 25/29.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡхана комплексы бинаһы 1939 йылда Өфө ҡала советы заказы буйынса (архитекторы В. М. Максимов) төҙөлә. Был ваҡытта Башҡортостан архитектураһында конструктивизмдан неоклассицизмға күсеү бара. Декоратив-пластик элементтарҙан баш тартып, ябайлаштырыу һәм схемалаштырыу юлынан барыусы Максимов ошо йүнәлеш яҡлы була. Ауыр балкондар берҙән-бер биҙәүес булып тора.
Отелдың тәүге исеме — «Европа», әммә төҙөлөш тамамланғандан һуң шунда уҡ, уның исеме «Башкирия» тип үҙгәртелә. Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡунаҡханала эвакуацияланып килгән Украина яҙыусылары союзы һәм УССР фәндәр академияһы ағзалары йәшәгәндәр.
50 йыл файҙаланыу дәүерендә бина иҫкергән, «Башкирия» ҡунаҡханаһы республика баш ҡалаһының төп отелы статусына тап килмәй инде, шуға күрә туҡһанынсы йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһы етәкселеге капиталь реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул итә.
Проект эштәре әҙерләү һәм эштәрҙе башҡарыу ваҡытында, тарихи фасадтың тышҡы күренешен һаҡлау өсөн бөтә шарттар үтәлә. Ҡунаҡхана бинаһы тарихи ҡомартҡы булып тора, архитектура ҡиммәттәренә эйә һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫы уникаль объекттары исемлегенә индерелә. Иҫке корпустан тик тышҡы стеналары ғына тороп ҡала, отелдың бөтә контенты абсолют яңыртылған. Бинаның эске биҙәлешендә урындағы тәбиғи таштар: мәрмәр һәм гранит файҙаланған. Техник йыһазландырыу кимәле буйынса отель уңайлылыҡ, сервис кимәле һәм хәүефһеҙлектең иң заманса стандарттарына тап килә. Реконструкциянан һуң ҡунаҡхана яңы исем ала — «Башҡортостан». 2002 йылдың авгусында «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы үҙенең хеҙмәтләндереүен халыҡ-ара стандарттарҙың 4**** категория талаптарына ярашлы сертификацияланы. Ҡунаҡхананы һуңғы яңыртыу буйынса эштәр 2014 йылдың мартында башлана һәм 2015 йылдың майында тамамлана. Реконструкциянан һуң ҡунаҡханаға «Башкирия» исемен кире ҡайтаралар. Әлеге ваҡытта ҡунаҡхана комплексы бинаһы Башҡортостандың баш ҡалаһы символдарының иң таныулылары араһында.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡхананың кирбес бинаһы D хәрефе рәүешендә төҙөлгән. Бина биш ҡатлы, балюстрада менән, штукатуркаланған, икенсе һәм дүртенсе ҡаттар кимәлендә этаж ара кәрниздәр, төркөмләнгән лоджиялары бар. Мөйөштәге корпустың ослаусы кәрнизендә ҙур булмаған тура дүртмөйөшлө сығынтылары (сухарики) бар. Колонналы төп инеү урыны Ленин урамы яғынан. Беренсе ҡат тура һыҙат рәүешендәге яҫы сығынтылы (лопатка), икенсе һәм өсөнсө ҡаттар руст менән биҙәлгән (бер-береһенә тығыҙ итеп һалынған, өҫкө йөҙө эшкәртелмәгән йәки тупаҫ эшкәртелгән, дөрөҫ һалынған тура мөйөшлө таштар менән көпләнгән). Йомоҡ эске ихатаһы бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡхананың рәсми сайты
- Гитлер Өфөлә радиостанцияны бомбаға тоторға хыяллана. Комсомольская правда. 11.03.2015 йыл
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кускильдин Д. Г. Башкортостан, гостиничный комплекс // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.