Фронттарҙағы башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең революцион советы
Фронттарҙағы башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең революцион советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 декабрь 1919 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Фронттарҙағы башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең революцион советы (рус. Революционный совет уполномоченных по делам башкирских войск на фронтах) — 1919 йылдың декабрендә Башҡортостан АССР-ының Хәрби эштәр буйынса Халыҡ комиссариаты приказына ярашлы булдырыла[1][2].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революцион совет Башҡорт ғәскәри частарын ойоштороуҙы һәм уға сәйәси йәһәттән етәкселекте ғәмәлгә ашыра. Совет составына түбәндәге берәмектәр индерелә: хәрби-революцион трибунал, дезертирлыҡ менән көрәш буйынса комиссия, ялан почтаһы контораһы, ялан контроле (тәьминәт йәһәтенән), редакция-нәшриәт бүлеге, поход типографияһы, хужожество секцияһы, агитмәктәп.
1920 йылдың 27 майында Революцион совет Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы исеменән Айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы полктарына байраҡтар тапшыра[3]. Был маҡсатта бригада полктарының парады үткәрелә. Байраҡтар сәсәкле таҫма менән уратып алынған ҡыҙыл бәрхәттән тегелгән тура дүртмөйөш формаһында була. Әләмдең ике яғында ла ярым ай уртаһына йондоҙ сигелгән, ә йондоҙ эсенә ураҡ менән сүкеш һүрәте ҡайып эшләнгән. Байраҡҡа иҫке төрки телендә әләмдең өҫкө өлөшөндә «Бөтөн донъя юҡсыллары берләшегез!» тигән текст яҙылған. йондоҙ һәм ярымай тирәләй өҫкө яҡта — «Башҡордостан Социалистический Шуралар Жүмһүриәте. Русия Федерациясында», ә түбәнге яғында — «Айырым уҡсы Башҡорт бригадасы», уң яҡта полктың рәт һаны яҙып ҡуйылған.
Әләмдең икенсе яғында урыҫ телендәге яҙмалар шул уҡ тәртиптә урынлаштырылған: өҫкө яҡта «Пролетарии всех стран, соединяйтесь!», «Башкирская Советская Социалистическая Республика. Российской Федерации», «Отдельной Башкирской Стрелк. Бригаде», полктың рәт һаны. 1-се һәи 2-се Башҡорт уҡсылар полктарының байраҡтары Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана[3].
Революцион совет 28 майҙа Айырым башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы вәкилдәре менән «дөйөм фронт конференцияһын» үткәрә. Май айы аҙағында Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы Латвия менән сиккә хеҙмәт итергә ебәрелә, ә Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа оҙатыла. Ә агитмәктәпте тамамлаған курсанттар Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһының политбүлегенә, ә ҡалғандар — даими хеҙмәт итеү урынына оҙатыла.
Революцион советтың ябылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]24 июндә Башҡортостан республикаһының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары Әхмәтзәки Вәлидов 318-се һанлы приказға ҡул ҡуя:
«Республиканың революцион хәрби советы тарафынан фронттарҙа Башҡорт частары эштәре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр Советын булдырыу тураһындағы минең проекттарҙың ҡаралыуының һәм раҫланыуының тотҡарланыуы сәбәпле, Революцион Совет бөтөрөлә. Реввоенсоветтың милке, эштәре һәм аҡсалары, шулай уҡ типографияһын һәм гәзит редакцияһын Башҡортостан Хәрби Комиссариатына тапшырырға».
Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. М. Ахлов (1919 йылдың декабренән),
- Ф. Ә. Әхмәҙуллин (1920 йылдың февраленән).
Ревсоветтың матбуғат органы — «Салауат» гәзите.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ярмуллин А. Ш. Революционный совет уполномоченных по делам башкирских войск на фронтах // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Насиров Р. Х., Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 Ярмуллин А. Ш. Знамёна Отдельной Башкирской стрелковой бригады // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАОО РБ. Ф.1832. Оп.2. Д.141.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Революционный совет уполномоченных по делам башкирских войск на фронтах // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.