Эстәлеккә күсергә

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы
Ғәмәлдә булған йылдары

19191920

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Бойһонған

Революцион хәрби советы

Составында

РККА

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

1-се Башҡорт кавалерия полкы; 2-се Башҡорт уҡсылар полкы һ.б.

Численность

2 972 (июль 1919)

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

А. М. Ахлов

-

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы (19191920) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт частарының хәрби формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы РСФСР-ҙың Революцион хәрби советы рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге 615-се һанлы бойороғона ярашлы Саранск ҡалаһында Башҡорт корпусының һәм мобилизацияланған новобранецтар базаһында Башҡорт айырым бригада булараҡ ойошторола.

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының составына 1-се (ком. Ә. Х. Тереғолов) һәм 2-се (ком. И. Е. Исхаҡов) Башҡорт уҡсылар полктары, 1-се (ком. У. Н. Тереғолов) һәм 2-се (ком. Х. Ф. Әлишев) Башҡорт кавалерия полктары инә. Дөйөм һаны 2 972 кеше (1919 йылдың июль айына) тәшкил итә.

1919 йылдың июлендә дивизия 14-се армия, сентябрь 1919 йылдың сентябрендә — Петроград гарнизонына, ә октябрь айында — Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составына инә.

1919 йылдың июль-октябрь айҙарында Бахмач, Харьков һәм Полтава ҡалалар янында генерал А. И. Деникин армия частарына ҡаршы алыша[1]. Ҙур юғалтыуҙар булғанлыҡтан, 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсылар полктары Берләшкән (йыйылма) башҡорт уҡсылар полкына (ком. Ә.Х. Тереғолов), ә 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия полктары — Берләшкән (йыйылма) башҡорт кавалерия полкына үҙгәртеп формалаштырыла.

1919 йылдың сентябренән дивизия Петроград ҡалаһына йүнәлтелә. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы частары Петроград ҡалаһының оборонаһында һәм Ямбург операцияһында ҡатнаша.

Дивизияның сәйәси бүлеге «Салауат» гәзитен сығара (редакторы — А. Ғисмәти)[2].

Дивизияның командирҙар составы

1920 йылдың ғинуарынан Новгород губернаһында урынлаша. 1920 йылдың май айында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы тарҡатылғандан һуң, уның частарын 1-се Башҡорт кавалерия полкына беркетәләр. Шул уҡ йылдың июнь айында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы М. Л. Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә.

  • А . М. Ахлов

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәсҡәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

РККА-ның 7-се армия Революцион хәрби советы тарафынан хәрби байраҡ менән бүләкләнә.

  1. Башҡорт халҡы тарихы: 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т тарих, тел һәм әҙәбиәт УНЦ РАН. — Уфа: Ғилем, 2010.
  2. Ярмуллин А. * Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журналы-альбомдар. Ватандаш. 2007, № 1. 2013 йыл 31 октябрь архивланған.