Баҡал руднигы
Баҡал руднигы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Баҡал руднигы — (ҡыҫҡартылған исеме — ООО «Бакальское рудоуправление») — Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Баҡал ҡалаһы янында урынлашҡан предприятие. Тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын табыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Баҡал мәғдән идаралығы Көньяҡ Уралдың боронғо тимер сығарыу предприятиеларының береһе.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡал руднигы – тимер мәғдәне ятҡылыҡтары табыу предприятиеһы. Силәбе ҡалаһынан – 210 км, Екатеринбургтан – 340 км, Һатҡынан – 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Һатҡы ҡалаһы һәм уның тирә-яғы — Тупһаларҙан Йөрәккүлгә тиклем • Баҡал • Координаталары: 54°55′33″N 58°47′60″E[1]
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә Баҡал һәм Еркүскән тауының исемдәренең килеп сығыуы тураһында ошоларҙы яҙа: «Баҡал, тау, Шыйҙа һыртының төньяҡ түбәһе; район ҡарамағындағы ҡала, Һатҡы районы, ике йылғасыҡ, Оло һәм Кесе, Кеме Һатҡының һул ҡушылдығы, Әй бассейны. Урындағы хәҙерге заман телдәре атаманың килеп сығышын асыҡлап бирмәй, һәм Баҡал топонимының боронғолоғон фаразлап була. Шул фекергә әҙәби сығанаҡтар ҙа этәргес бирә. П. С. Паллас үҙенең Көньяҡ Уралға бағышланған тасуирламаларында бейеклекте Баҡал арҡаһы тип атай һәм шунда уҡ арҡаһы һүҙен «тау теҙмәләре», «һырт» тип билдәләй. Моғайын, ошо төшөнсә менән Шыйҙа, Еркүскән һәм Боланды һырттар системаһы билдәләнгәндер. Крайҙы өйрәнеүсе Н. М. Мельхеев Баҡал һүҙендә «бейек» мәғәнәһенә эйә боронғо төрки географик термины йәшеренеүе мөмкин, тип фаразлай. Тау атамаһы йылғаларға һәм тораҡ пунктҡа ла күскән [2][3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡал тимер мәғдәне ятҡылыҡтары урындағы башҡорттарға Рәсәй дәүләтенә инмәҫ элек билдәле булған. 1756 йылда Пётр Рябов, мәғдән таныусы Болан йылғаһының уң яҡ яры буйына яҡын ерҙә Шыйҙа битләүендә көрән тимер ташы ятҡылыҡтарын таба[4].
Тиҙҙән «Ырымбур тау түрәләре» ҡарары менән Еркүскәндәге минералдың тағы ике сығымы Ҡытау-Ивановск тимер етештереү заводы мәнфәғәтенә бирелә. Бер йылдан Успенский һәм Тяжёлый приискыларын әүҙем эшкәртеү башлана. Улар дөйөм алғанда йылына 20 мең тонна тимер мәғдәне етештергән.
XIX быуат Баҡал ятҡылыҡтары тарихында бик күп асыштар әҙерләгән булып сыға.
1804 йылда Боланды ятҡылығы, ете йылдан — Берләштерелгән (Объединённый), Шуйдинский, Көнбайыш (Западный), Көнсығыш (Восточный) һәм Канат юлы асыла[5].
1817 йылда Боланды тау һыртында 65% процент тимер тупланған ҡиммәтле тоҡом ҡатламын тауҙың көнбайыш ситендә мастеровой Алексей Решетников таба. 1845 йылда шуға оҡшаған ятҡылыҡтар тау теҙмәһенең көнсығыш битләүендә табыла.
1919 йылда күп һанлы приискылар бер ҙур структураға — Баҡал мәғдән идаралығына (Бакальское рудоуправление) берләшә.
Әммә Баҡал ятҡылыҡтарының сиктәре унан да киңерәк булып сыға — 1950-се йылдарҙа Баҡал геология-разведка партияһы хеҙмәткәрҙәре тимер мәғдән ятҡылыҡтары Баҡал ҡалаһы урынлашҡан урында күп икәнен асыҡлай. Шулай итеп Яңы Баҡал руднигы асыла.
1973 йылда «Сидеритовый» шахтаһы эш башлай. Ер ҡуйынынан «тимер шпаты» — сидерит табыу ойошторола. 17 йыл эшмәкәрлек осоронда шахта ҡеүәте йылына 2000 тоннаға тиклем етә[4].
Хәҙерге тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә Баҡал мәғдән идаралығы 1,8 тонна әҙер продукция етештерә.
2008 йылда предприятие, иҫәбендә минерал запасы яҡынса фаразлауҙар буйынса 70 миллион тонна тәшкил иткән Силәбе ятҡылығы Ҡарағайлы (Сосновский) мәғдән идаралығы менән берләштерелеп, киңәйтелде.
Приискыларҙың тиҫтә йылдарға һуҙылған эшмәкәрлеге Баҡал ҡалаһы тирә-яғының матур тәбиғәт күренештәренә төҙәлмәҫлек яра һалған.
Шыйҙа, Боланды һырттары һәм Еркүскән тауы үҙҙәренең башланғыс матурлығын юғалтҡан — түбәләре бысылған, ә битләүҙәре ташландыҡ тоҡомдар өйөмө менән тулған.
Әммә тәбиғәт ваҡыт үтеү менән техноген емереклектәрҙән өҫтөн булып сыҡты. Иҫке карьерҙар хәҙер ҡуйы урмандар менән уратылған таҙа зәңгәр һыу ятҡылыҡтарына әйләнгән. Алтмыш метр бейеклегендәге Шихан яңғыҙ ҡаяһы, шулай уҡ һирәк осрай торған Кварцит мәмерйәһе — тейелмәйсә һаҡланған тәбиғәт һәйкәлдәре Баҡал ҡала биләмәһе халҡы өсөн билдәле урын.
«Баҡал мәғдән идаралығы» ЯСЙ-е, сидерит мәғдәнен үртәү һәм байытыу процестары менән бергә, мәғдән әҙерлегенең тулы циклын үҙ эсенә ала.
Хәҙерге ваҡытта предприятие структураһы ике ҙур участка – Баҡал һәм Ҡарағайлы — эшкәртеүҙең асыҡ ысулын ҡулланған рудникты, ер аҫты руднигын, мәғдән әҙерләү комплексын һәм ярҙамсы цехтарҙы үҙ эсенә ала. Карьерҙар үҙләштерелеп бөтә барыуы менән бәйле, Баҡал майҙансығында сидериттарҙы төп табыу ысулы булып ер аҫты ысулы тора, һәм был эште төп атҡарыусы подразделение – «Сидеритовый» шахтаһы.
2012 йылда «Баҡал мәғдән идаралығы» ЯСЙ (ООО) «Урал» Ракеталарға ҡаршы оборонаның милли системаһы компаниялары төркөмө составына инде.
Баҡал тимер мәғдәне ятҡылыҡтары төркөмөнөң дөйөм запасы яҡынса 1 миллиард тонна, шул иҫәптән мәғдәнендә 28-32% тимер тупланған сидериттар запасы — 420 миллион тонна. Тимер мәғдәненән тыш, ятҡылыҡ ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙамлы эшләнмәләр етештереүҙә файҙаланырлыҡ кварцит, шулай уҡ ер өҫтөнә яҡын ятҡан юғары сифалы эзбизташ запастарына бай.
2008 йылда үҙләштерелә башланған Ҡарағайлы майҙанын артабан да эшкәртеү предприятие үҫешенең киләсәген билдәләй, перспективалы тип һанала. Уҙған осорҙа яҡынса 3 миллион тонна тимер мәғдәне һәм 2,3 млн. кубометр асыҡ ысул менән табылған тоҡомдарүҙләштернелгән. Тимер мәғдәненең баланс запасы 70 миллион тонна менән баһалана. Сосновский карьерының проект тәрәнлеге 310 метр тәшкил итә. Мәғдән табыу күләме — йылына 2,5 миллион тоннаға тиклем.
Ҡарағайлы руднигында 2013 йылдың ғинуарынан ваҡлау-байытыу фабрикаһы эшләй. Уның етештереүсәнлеге — 375 тонна/сәғәт. Конвейерҙың дөйөм оҙонлоғо — 330 метр. Етештереүҙе автоматлаштырыуҙың юғары кимәле аҙ һанлы техник персоналға фабрика менән идара итеү мөмкинлеген бирә.
Һуңғы осорҙа яҡынса тигеҙ өлөштәрҙә әҙер продукцияны «Северсталь», Магнитогорск һәм Силәбе металлургия комбинаттарына, Высокогорский тау-байыҡтырыу комбинатына яҡынса тигеҙ өлөштәрҙә тапшырыу тураһында килешеү төҙөлгән.
Мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеү процесына иң юғары заманса технологияларҙы индереү ярҙамында «Баҡал мәғдән идаралығы» ЯСЙ-енең оҙайлы ваҡытҡа үҫеш планы эшләнә.
Баҡал мәғдән ятҡылыҡтарының әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡал мәғдәне, составында көкөрт һәм фосфор минималь дәрәжәлә булыуы, шулай уҡ иретеү өсөн юғары температура талап итмәгәнлеге арҡаһында бөтә донъяға билдәле. Әлегә тиклем уның килеп сығышы буйынса берҙәм фәнни фекер юҡ. Төрлө осорҙарҙа Боланды йылғаһы ярҙары геологияның танылған шәхестәрен — П. Барбот-де-Марни, В. Гофман, Р. Мурчисон, И. Мушкетов, Ф. Чернышевты үҙенә тартты. Был ерҙәргә атаҡлы академик-сәйәхәтселәр П. Паллас һәм И. Лепехин да килгән. 1891 йылда Чикагола үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә Баҡал рудниктарының инженер Эрн төҙөгән геологик тасуирламаһы килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән.
Ә 1897 йылда Петербургта уҙған геологик конгрестан һуң унда ҡатнашҡан бөтә донъя ғалимдары Баҡал рудниктарына экскурсияға килә[6].
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡал тимер ятҡылыҡтарын эшкәртеү һөҙөмтәһендә 5 тораҡ пункт — Брусничный, Ельничный, Межгорный, Рудничный ҡасабалары һәм административ үҙәк — Баҡал ҡалаһы барлыҡҡа килә.
Баҡал карьерҙарының текә битләүҙәре бында экстремаль ярыштар үткәреү мөмкинлеген бирә. Ралли буйынса Рәсәй чемпионаты һәм УрФО Асыҡ Чемпионаты сиктәрендә үткәрелгән «Көньяҡ Урал» ярыштары йыл һайын илдең көслө уҙышсыларын һәм уларҙың тамашасыларын йыя.
Баҡал рудниктарына Силәбенән М5 трассаһы буйлап барырға мөмкин. Мейәс, Златоуст (Алтынтамаҡ), Һатҡыны уҙғас, Баҡал руднигы етештереүенән тороп ҡалған өйөмдәре һәм карьерҙары менән уратылып алынған Еркүскән ҡасабаһына боролабыҙ. Сидеритовый руднигына етер өсөн, арыраҡ, Рудничный ҡасабаһына, боролор кәрәк. Яңы Баҡал руднигына Баҡал ҡалаһының көньяҡ-көнбайыш сигенән барып етергә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Бакал. Иркускан // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҡал рудаһы
- Бакальские рудники 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- История Бакальских рудников
- Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- Баҡал рудаһы тарихы
- Объединенный рудник
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Баҡал рудаһы
- ↑
- Бакал, гора, северная вершина хребта Шуйда; город районного подчинения, Саткинский район, две речки, Большая и Малая, левый приток Малой Сатки, бассейн Ая. Современные местные языки не проясняют происхождение названия, что позволяет предполагать существование топонима Бакал с глубокой древности. К этому же приводят и литературные источники. П. С. Паллас в своем описании Южного Урала называет высоту Бакал аркассе и отмечает при этом башкирское происхождение слова аркассе — «гряда гор», «хребет». По-видимому, этим понятием обозначалась вся система хребтов Шуйды с Иркусканом и Буландихой. Краевед Н. М. Мельхеев предполагает, что в слове Бакал скрывается древнетюркский географический термин со значением «высокий». Название горы было перенесено к речкам и населенному пункту Шувалов Н. И. Бакал // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Названия гор от верховий реки Куса до широтного участка нижнего течения Инзера
- ↑ 4,0 4,1 История Бакальских рудников
- ↑ Объединенный рудник
- ↑ Баҡал рудаһы тарихы