Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡыр йылан, еҙ йылан [ 1] (лат. Coronella austriaca , рус. Обыкновенная медянка ) — туҙбаш йыландар ғаиләһендәге йыландар төрө, кеше өсөн хәүефе юҡ.
Европала , Көнбайыш Азияла таралған. Япраҡлы һәм ҡарағай урманнарында йәшәй, күберәк урман буйында, киҫелгән урындарҙа, ағаслы яландарҙа осорай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 60—70 см, арҡаһы һарғылт-көрән йәки һоро көрән төҫтә, ҡара таплы 2—4 буй-буй рәте бар. Башы буйлап танау тишегенә ҡәҙәр күҙ аша тар ҡара һыҙыҡ үтә. Баҡыр йылан көндөҙ актив, ҡояш яҡшы яҡтырта һәм йылыта торған урындарҙы ҡулай күрә, ә төндә кимереүселәр һәм кәлтәләрҙең ташландык өндәренә, таш аҫтарына, ағас тамырҙары араһындағы бушлыҡтарға, серегән ағас түңгәктәренә ҡаса. Октябрь-ноябрьдә йоҡоға тала, март-апрельдә уяна. Июль-августта инә зат 12—17 см оҙонлоҡтағы 9—10 бала тыуҙыра. Кәҫәрткеләр , ваҡ кимереүселәр , урман һәм ер сысҡандары , ҡоштар менән туҡлана. Баҡыр йылан ағыулы түгел, табышты таҙа мускуллы кәүҙәһе менән уралып быуа, ә унан һуң йота. 20 йылға ҡәҙәр йәшәй. Кешене күргәс, ғәҙәттә тығыҙ йомғаҡ булып йомарлана, башын шуның эсенә йәшерә. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә.
↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Дунаев Е. А., Орлова В. Ф. Разнообразие змей (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ). — М.: Издательство Московского Университета, 2003. — 376 с.