Баҡыр йылан
Баҡыр йылын | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Coronella austriaca Laurenti, 1768 | ||||||||||||||||
|
Баҡыр йылан, еҙ йылан[1] (лат. Coronella austriaca, рус. Обыкновенная медянка) — туҙбаш йыландар ғаиләһендәге йыландар төрө, кеше өсөн хәүефе юҡ.
Европала, Көнбайыш Азияла таралған. Япраҡлы һәм ҡарағай урманнарында йәшәй, күберәк урман буйында, киҫелгән урындарҙа, ағаслы яландарҙа осорай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 60—70 см, арҡаһы һарғылт-көрән йәки һоро көрән төҫтә, ҡара таплы 2—4 буй-буй рәте бар. Башы буйлап танау тишегенә ҡәҙәр күҙ аша тар ҡара һыҙыҡ үтә. Баҡыр йылан көндөҙ актив, ҡояш яҡшы яҡтырта һәм йылыта торған урындарҙы ҡулай күрә, ә төндә кимереүселәр һәм кәлтәләрҙең ташландык өндәренә, таш аҫтарына, ағас тамырҙары араһындағы бушлыҡтарға, серегән ағас түңгәктәренә ҡаса. Октябрь-ноябрьдә йоҡоға тала, март-апрельдә уяна. Июль-августта инә зат 12—17 см оҙонлоҡтағы 9—10 бала тыуҙыра. Кәҫәрткеләр, ваҡ кимереүселәр, урман һәм ер сысҡандары, ҡоштар менән туҡлана. Баҡыр йылан ағыулы түгел, табышты таҙа мускуллы кәүҙәһе менән уралып быуа, ә унан һуң йота. 20 йылға ҡәҙәр йәшәй. Кешене күргәс, ғәҙәттә тығыҙ йомғаҡ булып йомарлана, башын шуның эсенә йәшерә. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дунаев Е. А., Орлова В. Ф. Разнообразие змей (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ). — М.: Издательство Московского Университета, 2003. — 376 с.
Был герпетология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |