Беликов Владимир Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Беликов Владимир Георгиевич
Файл:Беликов Владимир Георгиевич.jpg
Тыуған көнө:

29 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

село Степное,
Ставропольский округ, СССР

Вафат булыу көнө:

3 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)

Вафат булған урыны:

Пятигорск, Россия

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

фармацевтика

Ғилми дәрәжәһе:

фармацевтика фәндәре докторы

Уҡыу йорто:

Пятигорский фармацевтический институт

Награда һәм премиялары

Владимир Георгиевич Беликов (29 август 1925 йыл — 3 сентябрь 2012 йыл) — совет ғалимы, фармацевтика фәндәр докторы (1970), профессор (1972).

450-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, «Фармацевтик химия» дәреслеге һәм «Синтетик һәм тәбиғи дарыуҙар» белешмәһе авторы. Уның 15 уйлап табыу таныҡлығы һәм патенты бар[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925 йылдың 29 авгусында Ставрополь округының (хәҙерге Ставрополь крайының) Степное ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә һәм Төньяҡ Кавказдағы алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә.

1950 йылда демобилизацияланғас, Владимир Беликов Пятигорск фармацевтика институтына (ПФИ, хәҙер Пятигорск медицина-фармацевтика институты, 2012 йылдан Волгоград дәүләт медицина университеты филиалы) уҡырға инә. 1954 йылда уҡыуҙағы яҡшы уңыштары өсөн И. В. Сталин исемендәге стипендияға лайыҡ була. 1955 йылда юғары уҡыу йортон тамамлап, фармацевтика химияһы кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Аспирантурала уҡыуы менән бер рәттән туған институтында лаборант һәм төрлө кафедраларҙа өлкән лаборант булып эшләй[3].

1960 йылда В. Г. Беликов кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ПФИ-ның фармацевтика химияһы кафедраһында ассистент һәм доцент була. 1961 йылда уны институттың уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эш буйынса проректоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр, ә 1964 йылда Пятигорск фармацевтика институтын етәкләй, шул вазифала 31 йыл эшләй. 1970 йылда «Айырым фармацевтик препараттарҙың дифференциаль фотометрияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр» темаһына фармацевтика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[4]. Ә уның етәкселегендә 4 докторлыҡ һәм 59 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана, шул иҫәптән сит илдәрҙән — Вьетнам, Эфиопия, Йемен һәм Перуҙан аспиранттар. 1972 йылда Беликов Пятигорск фармацевтика институтының фармацевтика химияһы кафедраһы профессоры була[5].

2012 йылдың 3 сентябрендә Пятигорскиҙа вафат була. Ул ҡаланың Краснослобод зыяратында ерләнгән.[6]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, шулай уҡ бик күп миҙалдар, шул иҫәптән «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Ставрополь крайы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[7].
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (11 сентябрь1985 йыл), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999).
  • «Кавказ өсөн алышта ҡатнашыусы» һәм «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» маҡтаулы билдәләре, «СМС-ҡа нигеҙ һалыныуға 200 йыл» һәм «Пятигорск алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» юбилей миҙалдары менән бүләкләнә[7]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Б. В. Боровский, М. В. Ларский, О. О. Фролов. К 90-летию со дня рождения В. ПРОФЕССОРГ. БЕЛИКОВ.[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]