Беляков Вячеслав Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беляков Вячеслав Филиппович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1]
Вафат булған көнө 20 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө баян[d] һәм уҡытыусы[d]
Әүҙемлек урыны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Беляков Вячеслав Филиппович (2 март 1939 йыл20 ноябрь 2021 йыл) — баянсы, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вячеслав Филиппович Беляков 1939 йылдың 2 мартында Мәскәүҙә тыуған. 1964 йылда Гнесиндар исемендәге музыка һәм педагогия институтының Н. Я. Чайкин класын тамамлай.

1963—68 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге музыка һәм педагогия институтының Өфө уҡытыу-консультация пункты кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының бүлек мөдире. 1968—83 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, 1974—78 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры. 1983 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтында эшләй, 1984 йылдан алып Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡыта, 1984—96 йылдарҙа халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.

Вячеслав Беляковҡа башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, камил техника, музыка стилдәрен нескә тойомлау хас. Репертуарында классик һәм заман музыкаһы, шул иҫәптән И. С. Бах, В. А. Моцарт, П. И. Чайковский, А. И. Хачатурян, Г. Г. Шендерёв, башҡорт композиторҙары М. М.Вәлиев, Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, К. Й. Рәхимов әҫәрҙәре бар. Н. Я. Инякиндың «Әпипә» татар халыҡ темаһына вариацияларын тәүге башҡарыусы. Донъяның 53 илендә гастролдәрҙә була[3]. Башҡортостанда готово-выборный баянда башҡарыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уҡыусылары араһында Ф. Т. Арыҫланғолов, М. И.Ғәйнетдинов, Т. Т. Камалов, В. Н. Линник, В. П. Суханов, С. М. Тюфяков, В. В. Фильчёв, Р. Ю.Шәйхетдинов. 10‑дан ашыу фәнни-методик хеҙмәт авторы.

Музыкант һәм педагог 2021 йылдың 20 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды[4].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962)[3].

2013 йылда Өфөлә В. Ф. Беляков призына Халыҡ-ара баянсылар, аккордеонсылар һәм милли гармунда уйнаусылар конкурсы (2 йылға бер тапҡыр үткәрелгән) булдырыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]