Березин Владимир Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Березин Владимир Александрович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Орёл, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, алып барыусы, актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, радиоведущий
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы премия МВД России
Рәсми сайт v-berezin.ru
Commons-logo.svg Березин Владимир Александрович Викимилектә

Березин Владимир Александрович[1] (3 апрель 1957, Орёл, СССР) — совет һәм Рәсәй дикторы, актер, тележурналист, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы. Кремлдә, мэрияла концерт һәм рәсми сараларҙы, шулай уҡ күп фестивалдәрҙе,[2] телевизион тапшырыуҙарҙы һәм шоуҙарҙы алып барыусы[3]. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Березин Владимир Александрович 1957 йылдың 3 апрелендә Орёл ҡалаһында тыуған.

Атаһы Кавказ мосолманы, чечен, өс ҡатыны булған. Әммә Березин уның менән йәшәмәгәнлектән, фамилияһын әсәһе яғынан ала.

Орел мәҙәниәт колледжында режиссура факультетында, ә һуңыраҡ Урал дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый.

1980 йылда уҡ Березин Свердловск телевидениеһында дикторҙар бүлеген етәкләй. Ул был урында 10 йыл ҡала. Әйткәндәй, был осраҡлы ғына була тиерлек — Борис Ельцин урындағы телевидениела Березинды күреп ҡала, ул уны Свердловскиға үҙенә саҡыра[4]. Ә инде унда Останкино етәкселеге уға иғтибар итә, һәм Березин Мәскәүҙә була.

1990 йылдар башында Владимир Березин Үҙәк телевидениела эшләй. Диктор ҡатнашлығындағы проекттар араһында — «Доброе утро» программаһы, шулай уҡ балалар өсөн «Спокойной ночи, малыши!» тапшырыуы[5].

1991 йылдағы бик драматик ваҡиғаларҙан һуң Березин «Время» программаһының алып барыусыһы булып сыға[6].

Артабан Березин РТР каналына күсә, тиҙҙән унда каналдың баш дикторы вазифаһын ала[7]. РТР-ҙа диктор бүлеге ябылғандан һуң (1996) Березин «Мой XX век», «Площадь звёзд» телевизион тапшырыуҙарын, шулай уҡ шул уҡ телеканалда «Славянский базар в Витебске» фестивалдәрен алып бара[8]. 1998 йылда ҡыҫҡа ваҡытҡа РТР-ҙа диктор бүлеге тергеҙелә, уның етәксеһе Березин була[9].

Мәскәү өлкәһе губернаторы С. К. Шойгуның вазифаһына кереү тантанаһын үткәреүсе (2012)[10].

2021 йылдың ғинуарынан «Москва Доверие» каналында «Киноның мистик серҙәре» документаль программаһын алып бара.

Мәскәү өлкәһе буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы баш идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[11].

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- «Шәхси батырлығы өсөн» ордены (17 ғинуар 1994 йыл) — ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн[12]. - Рәсәй Федерацияһының милли сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн Милли гуманитар академияның почетлы академигы итеп һайлана[13][14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Официальный сайт.
  2. Лейся, песня, или Алло, мы ищем таланты. Независимая газета (27 февраль 2004).
  3. Владимир Березин: "Моё появление вызывает у людей приятные чувства". Моя семья (5 ноябрь 2012).
  4. Владимир Березин: Чем «Камеди Клаб» хуже, тем мы лучше. Собеседник (28 апрель 2012).
  5. Открытие семинара-совещания. Ведущий Владимир Березин. Федерация объединений автомобильных школ (9 апрель 2012).
  6. Владимир Березин: "Диктор - лицедей на старте". Правда.ру (29 май 2012).
  7. Владимир Березин: «Горжусь тем, что я вайнах…». Молодёжная смена (17 октябрь 2011).
  8. Владимир Березин. Вокруг ТВ.
  9. Анонсы и реклама. Блок №2 РТР 31.12.1998 (10 февраль 2018).
  10. Владимир Березин озвучил церемонию вступления в должность губернатора московской области Сергея Шойгу. smi2.mirtesen.ru (24 май 2012).
  11. Березин Владимир Александрович 2016 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 17 января 1994 года № 158 «О награждении орденом „За личное мужество“ работников средств массовой информации Российской Федерации»
  13. Концерт посвящённый 75 летию Николая Зиновьева ( 2021).
  14. События | Член Президентского клуба "Доверия" Елена Николаевна Борзова организовала вечер памяти Николая Зиновьева, посвящённый 75-летию поэта. - Президентский клуб "Доверия".