Бибинур (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бибинур

Бибинур— башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Шулай уҡ башҡа төрки  халыҡтарында ла осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бибинур исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һәм биби-ҡыҙ, ханым, ә нур — балҡыш, донъя тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы 10 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Хәйбулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы) тыуған — 11 август 1991 йыл) — журналист. СССР Журналистар союзы һәм КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964).

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бибинур — 2010 йылғы Рәсәй фильмы. Аяз Мирсәйет улы Ғиләжевтың «Бибинур» әҫәре мотивы буйынса эшләнгән сценарий.[2]

Күренекле башҡорт драматургы Флорид Бүләков «Эй,Бибинур, һин. Бибинур» тигән драма яҙған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ