Эстәлеккә күсергә

Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 26 октябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Бикмәт ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (26 октябрь 1908 йыл — 5 февраль 1990 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры.

Сәрүәй Шәйбәк улы Бикбов 1908 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы) Иҫке Бикмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 1927—1928 йылдарҙа Өфө совет-партия мәктәбенең II баҫҡыс тыңлаусыһы, 1936—1939 йылдарҙа Баҡы сәнәғәт нефть академияһы студенты.

1925 йылдан комсомол, матбуғат һәм профсоюз эшендә: БАССР-ҙың Бөрө кантоны Иҫке Бикмәт ауылының секретары (1922—1924); Бөрө кантоны Ҡалмыҡ башҡарма комитеты эш башҡарыусыһы һәм хисапсыһы (1924—1925); иҫәп-статистика бүлеге мөдире, ВЛКСМ-дың Бөрө кантон комитеты инструкторы (1925—1927); ойоштороу бүлеге мөдире, ВЛКСМ-дың Бөрө кантон комитеты секретары (1928—1930); «Яш коммунар» өлкә комсомол гәзите мөхәррире (1930); ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә мәҙәни пропагандалау мөдире (1930—1931); Башҡортостан өлкә профсоюздар советы ойоштороу бүлегенең мәҙәни бүлеге мөдире (1931—1933); нефтселәр профсоюзының Ишембай промысла комитеты рәйесе (1933—1934), Ишембай автотранспорт контораһы начальнигы (1934—1935), Өфө НПЗ төҙөлөшөнөң партком секретары (1935—1936), Өфө НПЗ цехының установка начальнигы (1939—1941), Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитетының нефть сәнәғәте бүлеге мөдире (1941—1942), Ишембай ҡала ВКП(б) комитетының беренсе секретары, (1942—1945), нефть һәм химия сәнәғәтенең бүлеге секретары урынбаҫары— мөдире, ауыр сәнәғәт, нефть сәнәғәте, сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитеты секретары, (1945—1955), БАССР Профсоюздары өлкә советы рәйесе (1956—1972).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-8 саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Икенсе саҡырылыш (Бөрө районының 116-сы Иҫке-Баҙан округы, өсөнсө саҡырылыш шул уҡ райондан, әммә 157-се Бөрө һайлау округы). Һуңынан дүртенсе саҡырылышҡа Бикбовты Ишембай ҡалаһы һайлай. (37-се Промысла һайлау округы), һуңынан — 95-се Туҡан һайлау округы, Белорет районы. Унан — Өфө ҡалаһы: 20-се Дзержинский һайлау округы, Ленин районының 8-се Комсомол һайлау округы, Калинин районы. Һигеҙенсе саҡырылышҡа — 97-се Октябрьский һайлау округы, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]