Эстәлеккә күсергә

Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Биктимирова Лилиә Рафаил ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы
Тыуған көнө

12 ғинуар 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Яңауыл ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

йырсы

Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы (12 ғинуар 1981 йыл) — йырсы. 2001 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).

Лилиә Рафаил ҡыҙы Биктимерова 1981 йылдың 12 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Яңауыл ҡалаһында тыуған. 10 йәшенән алып Пермь өлкәһе Барҙы районы Барҙы ауылында инәһе тәрбиәһендә үҫә. Барҙы гимназияһында, баян класы буйынса музыка мәктәбендә уҡый.

2001 йылда ҡыҙыл дипломға Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Уҡыу йылдарында төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша: «Туған тел» фестивалендә (Өфө) 1-се урын ала «Яғымлы яҙ» (Ҡазан) һәм «Дуҫлыҡ моңо» (Нефтекама) конкурстарында еңеү яулай.

2001 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмө ағзаһы[1].

Башҡортостандан тыш, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында, Төркиәлә, Эстонияла гастролдәр менән сығыш яһай. Башҡорт һәм татар телдәрендә лирик йырҙар башҡара. Тәүге музыкаль альбомы — «Мин икән».

2004 йылдан Фәдис Ғәниев менән ижади тандемы (дуэты) Башҡортостан Республикаһында киң танылыу ала, улар бергәләп «Любовный треугольник», «Яҙмышмы, әллә яңылышмы...» һәм башҡа театрлаштырылған шоу-программалар әҙерләй.

  • Ире — Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы, Башҡортостандың халыҡ артисы.
  • Ҡыҙы — Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы, йырсы.
  • Улы- Ғәниев Кәрим Фәдис улы.
  • Мукминова С. Музыка звучит в душе моей // Рассвет. — 2002. — 14 июня.
  • Первый сборник // Рассвет. — 2004. — 18 июня.
  • Звезда по имени Лилия // Рассвет. — 2004. — 25 июня.
  • Мингалиева Г. «Ходайның язганы шулдыр» // Юлдаш. — 2007. — № 59 (дек.). — С. 1-3.
  • Юсупова Л. «Люблю лирические песни» // Рассвет. −2011. — 4 марта. — С. 2.
  • Высокое звание // Рассвет. — 2013. — 16 янв. — С. 1.
  • Путь к успеху. Справочник о деятелях и работниках культуры и искусства, писателях и краеведах Бардымского района. — Барда, 2014.