Бикузин Баймурза Бикузинович
Бикузин Баймурза Бикузинович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Түбәнге Иванай ауылы, Балтас районы |
Вафат булған көнө | 26 апрель 1945 |
Вафат булған урыны | Германия |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Бикузин Баймурза Бикузинович (Балтас районының Хәтер китабында Бикмурзин Баймурза Бикмурзинович[1])(1912 йыл — 26 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баймурза Бикузинович Бикузин 1912 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Балтас районы) Түбәнге Иванай[2] ауылында тыуған. Милләте буйынса мари[3]. БАССР-ҙың Балтас районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә, хәрби юлын 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы булып үтә. 1943 йылдың 25 сентябрендә һәм 1944 йылдың 12 ғинуарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1945 йылдың 26 апрелендә Германия территорияһындағы алышта һәләк була, Бранденбург провинцияһындағы Велефанц ауылында ерләнә[4].[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бикузин Баймурза Бикузиновичтың исеме Бикмурзин Баймурза Бикмурзинович булараҡ Балтас районының Хәтер китабына индерелгән[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БИКУЗИН Баймурза Бикузинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)