Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы
Вәлиулла Мөхәрләм улы Билалов | |
Тыуыу выҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: |
Коми АССР-ы, Ухта ҡасабаһы |
Ил: |
Вәлиулла Мөхәрләм улы Билалов (1883—1941) — мәғрифәтсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Әбүбәкер ауылында тыуған.
Ҡарғалы (Сәйет биҫтәһе) ауылы, Бохара (1913 йылда) һәм Троицк ҡалаларының мәҙрәсәләрен тамамлай.
Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнаша.
1920 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Һабыр улусы мәктәптәрендә уҡыта.
1930 йылдан шул уҡ кантондың Аҡъяр ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Билалов етәкселеге менән Хәйбулла районында совет тибында күп кенә мәктәптәр асыла, район халыҡ мәғариф системаһы үҫешенә өлөш индерә.
1933 йылда репрессияға тарттырыла, һөргөнгә ебәрелә. 1941 йылдың октябрендә Коми АССР-ының Ухта ҡасабаһында аттырыла. 1989 йылда аҡлана.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса дин эшмәкәрҙәре
- 1883 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Хәйбулла районында тыуғандар
- 1941 йылда вафат булғандар
- Ухтала вафат булғандар
- Башҡорт мәғрифәтселәре
- Ҡарғалы мәҙрәсәләре шәкерттәре
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар