Биояғыулыҡ
Биояғыулыҡ | |
Биояғыулыҡ Викимилектә |
Биояғыулыҡ — үҫемлек йәки хайуандарҙан алынған сеймалдан, органик сәнәғәт ҡалдыҡтарынан етештерелгән яғыулыҡ.
Өс төрлө биояғыулыҡ бар: шыйыҡ биояғыулыҡ (эске яныулы двигателдәр өсөн, мәҫәлән, этанол, метан, биодизель), ҡаты биояғыулыҡ (утын, брикет, яғыулыҡ гранулалары, тапсыҡ, һалам, орлоҡ ҡабығы) һәм газ хәлендәге (синтез-газ, биогаз, водород) биояғыулыҡ.
Биояғыулыҡтың 54-60 % традицион формалар тәшкил итә: утын, үҫемлек ҡалдыҡтары һәм өй йылытыу, мейескә яғыу өсөн киптерелгән тиҙәк. Ерҙә халыҡтың 38 % шуларҙы ҡуллана.
Пеллета төп формаһы булып тора. Биояғыулыҡ энергетикаһы, ағас етештереүселәрҙең береһе.
Транспорт биояғыулығы булараҡ башлыса биодизель һәм этанол ҡулланыла. 2014 йылда этанол транспорт биояғыулығының 74 процентын , биодизель — 23 процентын тәшкил итә[1].
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ-та игендең өстән бер өлөшөнән ашыу, Европала рапстың яртыһынан күберәге, Бразилияла шәкәр ҡамышының яртыһы тиерлек етештереү биояғыулыҡ етештереүгә китә (Bureau et al, 2010)[2].
Стандарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙә «Нетрадиционные технологии. Энергетика биоотходов. Термины и определения» тип аталған ГОСТ Р 52808-2007 ғәмәлгә индерелә. Рәсәй техник көйләү хеҙмәте (Ростехрегулирование) N 424-ст бойороғо менән 2007 йылдың 27 декабрендә стандарттар раҫланған.
Европала 2010 йылдың 1 ғинуарынан биояғыулыҡҡа берҙәм стандарт ҡабул ителгәнEN-PLUS..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Renewables 2015: Global Паклау Report (PDF) (инг.)
- ↑ THE NET ENERGY OF BIOFUELS (PDF) 2019 йыл 13 июль архивланған. (инг.), EPROBIO IP, June 2010
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Владимир Сидорович. Мировая энергетическая революция: Как возобновляемые источники энергии изменят наш мир. — М.: Альпина Паблишер, 2015. — 208 с. — ISBN 978-5-9614-5249-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биотопливо Викиһүҙлектә | |
Биотопливо Викимилектә | |
Биотопливо Викияңылыҡтарҙа |
- Всемирный Биотопливный Портал 2019 йыл 13 ғинуар архивланған.
- Технология жидкого биотоплива
- Green Car Congress
- Global Renewable Fuels Alliance
- Топливные гранулы: обзор российского рынка
- Аналитика биотоплива
- После нефти: биотопливо 2010 йыл 25 декабрь архивланған.
- Производство и сжигание гранулированных отходов растениеводства
- Рынок биотоплива второго поколения
- IATA Technology Roadmap
- 2nd Generation Biomass Conversion Efficiency study
- YouTube сайтында Обзорная лекция «Первапорационный мембранный биореактор для экономичного получения биоспиртов»