Эстәлеккә күсергә

Богомолов Сергей Александрович (Советтар Союзы Геройы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богомолов Сергей Александрович (Советтар Союзы Геройы)
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ратушино[d], Гридинское сельское поселение[d], Красносельский район[d], Кострома өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 октябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип
Эш урыны Главный военный клинический госпиталь имени Н. Н. Бурденко[d]
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Александрович Сергей Богомолов (19251999) — Совет Армияһы полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Сергей Богомолов 1925 йылдың 12 октябрендә Кострома губернаһының Ратушино ауылында (хәҙер Кострома өлкәһе Красносельский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда Костромала фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлай. 1943 йылдың 6 ғинуарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Горький өлкәһенең Горбатов ҡалаһында ике айлыҡ хәрби фельдшерҙар курсын тамамлай һәм 18 йәше лә тулмаған көйө Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. 1943 йылдың июлендә Визьманан көнбайыштараҡ Петрикино ауылы янында беренсе алышҡа инә, яралыларҙы бәйләй һәм һуғыш яланынан алып сыға. 1944 йылда ВКП(б) сафына  инә[1].

1943 йылдың август аҙағында Ельня янындағы алыш ваҡытында медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты Сергей Богомолов ут аҫтында 30-ҙан ашыу яралыны яу яланынан алып сыға, шуның өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

1944 йылдың февраленә медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты Сергей Богомолов Көнбайыш фронттың 33-сө армияһының 5-се артиллерия корпусы 3-сө гвардия артиллерия дивизияһы 43-сө миномет бригадаһының 12-се миномет полкы фельдшеры була. Витебск өлкәһен азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[1].

1944 йылдың 24 февралендә немец ғәскәрҙәре минометтар батальонына һөжүм итә һәм ҡамап ала. 38 совет һалдаты һәм офицерынан торған төркөм, контрһөжүмдәрҙе 14 сәғәт дауамында кире ҡағып, түңәрәк оборона биләй. Дивизион комсоргы Богомолов, 11 кешенән торған төркөм менән етәкселек итеп, үҙ секторы алдындағы барлыҡ контрһөжүмдәрҙе кире ҡаға. Алыштарҙа Богомолов дошмандың 8 һалдатын үлтерә, яралы яугирҙарын һуғыш яланынан алып сыға. Алыштан һуң Богомолов төркөмөнән ни бары 5 кеше генә иҫән ҡала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 3 июндәге указы менән, 1944 йылда «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты Сергей Богомоловҡа Ленин ордены һәм 2295-се һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].

Һуғыштың тамамланыуын Богомолов Берлинда 1-се Белорус фронты ғәскәрҙәре составында ҡаршылай. Һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. Башта Киев хәрби-медицина училищеһында эшләй, бер үк ваҡытта киске урта мәктәптә уҡый һәм уны 1946 йылда тамамлай. Бынан һуң Богомолов Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә. 1951 йылда тамамлай, өс йыл профессор С. С. Гирголав клиникаһында ҡала. 1954 йылдан, Богомолов Бурденко исемедәге төп хәрби госпиталдә эшләй, башта хирургия бүлеге ординаторы була, һуңынан 1957-1960 йылдарҙа өлкән табип-белгес анестезиолог, 1960-1969 йылдарҙа — анестезиология кафедраһы мөдире, 1969-1982 йылдарҙа — анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире. 1982 йылда полковник званиеһында Богомолов отставкаға сыға. Мәскәүҙә йәшәй.

999 йылдың 18 октябрендә вафат була, Троекуров зыяратында ерләнгән[1].

Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, бер нисә миҙалдар менән бүләкләнгән[1].

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Кузьмин М. К. Медики—Герои Советского Союза. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Медицина, 1970. — 233 с.
  • Навечно в сердце народном / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн.: Белорусская советская энциклопедия, 1984. — 607 с. — 65 000 экз.
  • Решетов А. А. Есть на Каме завод. — Ижевск, 1966.
  • Сатрапинский Ф. Военные медики — Герои Советского Союза. Л., 1975.