Эстәлеккә күсергә

Богословский Михаил Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богословский Михаил Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 (25) март 1867
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 20 апрель 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Бер туғандары Сергей Михайлович Богословский[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү император университеты[d]
Московская духовная академия[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми исеме РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә доктор историко-филологических наук[d]
Ғилми етәксе Василий Ключевский[d]
Аспиранттар Яцунский, Виктор Корнельевич[d] һәм Карпович, Михаил Михайлович[d]
Уҡыусылар Дружинин, Николай Михайлович[d] һәм Яцунский, Виктор Корнельевич[d]
Кемдә уҡыған Василий Ключевский[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]

Богословский Михаил Михайлович (13 (25) март 1867 йыл, Мәскәү — 20 апрель 1929 йыл, шунда уҡ) — ғалим-тарихсы, уҡытыусы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1921)[3]; мөхбир ағзаһы (1920).

Михаил Михайлович Богословскийҙың ысын ата-әсәһе билдәһеҙ[4] — Мәскәү университеты студентының шәхси битендә — уның Метрик таныҡылығы, шулай уҡ статский советник Михаил Михайлович Богословскийҙың — туған атаһының уны уллыҡҡа алыуы тураһында таныҡлығы һаҡлана[5].

1886 йылда 5-се Мәскәү гимназияһын алтын миҙал, Богословскийға имтиханһыҙ Мәскәү университетының тарих-филология факультетына инергә мөмкинлек бирә, уны 1890 йылда 1-се дәрәжә диплом менән тамамлай[6]. В. О. Ключевсийҙың уҡыусыһы. 1891 йылда университет ҡарамағында профессор эшмәкәрлегенә әҙерлек өсөн ҡалдырыла.[7]

Урыҫ тарихы магистры (1902) — диссертация темаһы: «Областная реформа Петра Великого. Провинция. 1719—1727 гг.» Уваров премияһына лайыҡ була. 1910 йылда рус тарихы докторы дәрәжәһенә «Земское самоуправление на русском Севере в XVII в. Ч. 1» темаһы буйынса диссертация яҡлай, ул Г. Ф. Карпов исемендәге премияға лайыҡ була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү археология йәмғиәте янындағы Археография комиссияһы, Мәскәү университеты ҡарамағындағы Юридик ойошма янында Тарих-юридик комиссия эштәрендә ҡатнаша. Рәсәй боронғолоғо һәм тарихы йәмғиәте ағзаһы (1904)[8], А. Кизеветтерҙың магистрлыҡ «Посадская община в России в XVIII в.» әҫәренә ҡарата рецензия өсөн йәмғәиәттең алтын миҙалына лайыҡ була. Рус тарих йәмғиәте, Псков археография комиссияһы ағзаһы була, 1916 йылда Мәскәү университеты янында Тарихи йәмғиәтте тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша (1922 йылдан — ошо йәмғиәттең комитеты рәйесе). 1922 йылдан башлап— Рәсәй Фәндәр академияһының Археография комиссияһы ағзаһы.

1917 йылда революция ваҡиғаларын кире ҡабул итә, уны хаос һәм тәртипһеҙлек прологы тип һанай[9]. 1917 йылдың мартында Мәскәү университеты профессоры вазифаһынан бушатыла, әммә оҙаҡламай кире тергеҙелә. 1921 йылдан — Мәскәү тарих музейының Тарихи-ижтимағи бүлеге рәйесе, шулай уҡ был музейҙа XVII быуат тарихы бүлеге етәксеһе була. Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты ҡарамағында Тарих институтының урыҫ тарихы секцияһын етәкләй.

1929 йылдың 20 апрелендә, «Академиктар эше» сиктәрендә тарихсыларға ҡаршы репрессиялар алдынан вафат була, әммә үлгәндән һуң дәүләт именлеге органдары (СССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы берләштерелгән дәүләт сәйәси идараһы) тарафынан заговорсылар һәм контрреволюционерҙар исемлегенә «теркәлә»[10]

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә.

Педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү университетына лекциялар курсы уҡый һәм семинарҙар үткәрә:

  • Рус тарихи әҙәбиәтендә Петр реформаһы.
  • Бөйөк Петр реформалары тарихы.
  • XVIII быуатта Рәсәй тарихы.
  • Бөйөк Петр реформаһы тарихы сығанаҡтарын тикшереү.

Бер үк ваҡытта Мәскәү дини академияһында (МДА) урыҫ граждандар тарихын уҡыта:

  • 1908 йылдан — МДА доценты.
  • 1909 йылда — МДА экстраординар профессоры
  • 1912—1919 йылдарҙа — МДА ординар профессор.

1907 йылдан шулай уҡ Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында урыҫ тарихын уҡыта.

Бөйөк Петрҙың реформалар тарихына, Екатерина ваҡытында үҙгәртеп ҡороуҙарға, урыҫ дворянлығы эволюцияһына, земство үҙидаралығына, боронғо һәм урта быуат урыҫ юридик документтарға арналған 90-ға яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Шулай уҡ крәҫтиәндәр тарихына арналған очерктары менән билдәле. Урта мәктәптәр өсөн урыҫ тарихы буйынса дәреслек һәм УXVIII һәм XIX быуаттарҙа Рәсәй тарихы буйынса лекциялар курсы яҙа.

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында М. М. Богословский ҡәбере.

Үҙенең магистрлыҡ диссертацияһында Петр I курсын мәғрифәтселек абсолютизмы сәйәсәте кеүек һүрәтләй, уның реформаһында Европа өлгөһө буйынса «идеаль» дәүләт бинаһын төҙөүгә ынтылыш күрә. Докторлыҡ диссертацияһында төньяҡ территорияларҙың иҡтисади һәм социаль көнкүрешенең тикшернеүҙәре һөҙөмтәһен, ер милке мәсьәләлрен, крәҫтиәндәрҙең ҡатламдарға бүленеүен, земство үҙидаралығының финанс, административ, суд, сиркәү һәм башҡа өлкәләрен күрһәтә.

Петр I нең фундаменталь «Петр Первый. Материалы для биографии» биографияһы авторы. А. С. Лаппо- Данилевскийға яҙған хатында ул хәбәр итә[11]:Мин үҙемә маҡсат итеп уның тормошоноң һәр көнөн һүрәтләү бурысын ҡуйҙым. Был эште йәшерәк саҡта башламауыма бик үкенәм. Хәзер инде уны аҙағына еткерә алмаҫмын инде, тик, бәлки, дауам итеүсе табылыр.

Богословский хикәйәләүҙе 1700 йылға, Төньяҡ һуғыш башына тиклем еткерә. Был хеҙмәт беренсе рус императорының йәшлек йылдары тураһында капиталь мәғлүмәттәр йыйылмаһы һәм ғалимдың үлеменән һуң баҫылып сыға.

Рәсәй Фәндәр академияһы архивында М. М. Богословскийҙың 108 һаҡлау берәмегенән торған ғилми хеҙмәттәре һаҡлана (636-сы фонд, 1-се опись).[12]

  • Быт и нравы русского дворянства в 1-й половине XVIII в. — М.: Тип. Г. Лисснера и Д. Совко , 1906 — 58 с.[13]
  • Введение подушной подати и крепостное право / Великая реформа: Русское общество и крестьянский вопрос в прошлом и настоящем. М.: Типография Т-ва И. Д. Сытина, 1911. Т. 1. С. 52—56.[14]
  • Дворянские наказы в Екатерининскую комиссию 1767 года // Русское богатство — 1897. № 6. С. 46-83, № 7. С. 136—152.[15]
  • Земское самоуправление на русском Севере в XVII в. Т. 1: Областное деление Поморья; Землевладение и общественный строй; Органы самоуправления. — Москва: издание Имп. о-ва истории и древностей российских при Московском ун-те , 1909—1912. — 28 см.[16]
  • Земское самоуправление на русском Севере в XVII в. Т.2: Т. 2. Деятельность земского мира; Земство и государство. — Москва : издание Имп. о-ва истории и древностей российских при Московском ун-те , 1909—1912 . — 28 см.[17]
  • Земские челобитные в древней Руси. (Из истории земского самоуправления на севере в XVII веке) // Богословский вестник — 1911.
  • Из истории верховной власти в России. — М. : Издательство Е. В. Кожевникова и Е.А Коломийцева, 1905. — 35 с.— (Библиотека «Свободная Россия»; № 2).[18]
  • Историография, мемуаристика, эпистолярия: (Науч. наследие) — М.: Наука, 1987.[19]
  • Конституционное движение 1730 г. — 2-е изд. — Пг. : Задруга, 1918. — 36 с.[20]
  • Областная реформа Петра Великого. Провинция. 1719—1727 гг. — М., 1902.[21]
  • О трудах С. А. Белокурова по русской истории. — Рус ист. журн., кн. 8. Пгр., 1922, стр. 229—240.[22]
  • Северный монастырь в XVII веке / [М. Богословский] // Вестник Европы. — 1908. — 278—306 с.[23]
  • Памяти В. О. Ключевского / Проф. М. Богословский. — Москва : типо-лит. т-ва И. Н. Кушнерев и К°, 1912. — 22 с.; 25.[24]
  • Пётр Великий и его реформа / М. Богословский. — М.: Центр. т-во «Кооперативное изд-во», 1920. — 117, [2] с.[25]
  • Пётр I. Материалы для биографии. / М. М. Богословский; под ред. и с предисл. В. И. Лебедева. — [М.]: Соцэкгиз, 1940—1948. — Изд-во т. 3—5 — Госполитиздат.
  • Профессор Сергей Иванович Смирнов († 4 июля 1916 года). — М.: MelanarЁ, 2009. — 38 с.[26]
  • Реформа духовной школы при Александре I и основание Московской духовной академии / Проф. М. Богословский. — Сергиев Посад : тип. Моск. сов. солд. деп., 1917. — 31 с. ; 23.[27]
  • Тяглая организация Поморья в XVII веке (1913). — М. : печатня А. И. Снегиревой, 1913. — 45 с.[28]
  • Три века царствования Дома Романовых / М. М. Богословский. — М. : [Тип. Г. Лисснера и Д. Собко], 1913. — 11 с.[29]
  • Учебник русской истории : Курс V класса гимназий / Проф. М. Богословский. — М.: Т-во И. Д. Сытина, Отдел средней школы, 1915. — 182 с.[30]
  • Учебник русской истории : Курс VI класса гимназий и реальных училищ / Проф. М. Богословский. — М : Т-во И. Д. Сытина, Отдел средней школы, 1915. — 150 с., +2 л. карт.[31]
  • Фабрично-заводская промышленность при Петре Великом // Журнал для всех — 1904. № 9. С. 564—567; № 10. С. 624—627.[32]
  • Церковный приход на русском севере в XVII веке 2021 йыл 4 ноябрь архивланған. // Богословский вестник. — 1910.
  • Атаһы — Богословский Михаил Михайлович (өлкән) (1826—1893), Мәскәү дини семинарияһын тамамлай, Мәскәү опекун советының Һаҡлыҡ ҡаҙнаһында өлкән бухгалтер булып эшләй. Хеҙмәтен статский советник чинында тамамлай. Отставкаға сыҡҡандан һуң Мәскәүҙә Д. А. Олуфьев йорттары идарасыһы була.[33] Эмериталь кассаһы идараһы ағзаһы була, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе уның ҡустыһы, протоиерей И. М. Богословский-Платонов.
  • Әсәһе — Мария Серафимовна (1842—1914), үҙ мөнәсәбәттәрен өлкән М. М. Богословский менән рәсми рәүештә теркәй алмай, сөнки үҙенең ире, уны ташлап киткән штабс-капитан Баглай менән айырылышмаған була.
  • Ҡустыһы — Сергей Михайлович Богословский[34](1870—1931) — табиб, профессор, РСФСР һаулыҡ һаҡлау Наркоматының санитар статистикаһы мөдире.
  • Һеңлеһе — Мария Михайловна, кейәүҙә Богоявленская (1877—1949) — пианист, ағаһының коллегаһы, тарихсы Богоявленский Сергей Константиновичта (1877—1949) никахта була.
  • Ҡатыны — Елизавета Петровна, ҡыҙ фамилияһы Толстова (1886—1970), хеҙмәткәр.
  • Улы — Михаил (1908—1925) — батып үлә.
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Богословский Михаил Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Персональный состав РАН.Информационная система «Архивы Российской академии наук».
  4. ЦХД до 1917 г. (бывший ЦИАМ) Ф. 418, Оп. 300. Д. 81.
  5. Проблема заключалась в невозможности официального брака между родителями. См. Богословский Сергей Михайлович. Воспоминания о детстве. Машинопись. ГА РФ. Ф. А567. Оп. 1. Ед. хр. 74.
  6. Тема выпускного сочинения: «Писцовые книги, их происхождение, состав и значение в ряду источников по истории Московского государства XV, XVI, XVII вв.»
  7. Императорский Московский университет, 2010, с. 86
  8. Состав Императорского Общества истории и древностей российских в 1907 году.
  9. БОГОСЛОВСКИЙ, МИХАИЛ МИХАЙЛОВИЧ | Энциклопедия Кругосвет
  10. Доктор исторических наук Н. ПАВЛЕНКО. "Академическое дело". Историки под прицелом ОГПУ // Наука и жизнь : журнал. — 1999. — № 11.
  11. Богословская Н. С. Петр Великий — реформатор России. М., 2001. С. 13
  12. Научные труды Богословского М.М.
  13. М. Богословский. Быт и нравы русского дворянства в первой половине XVIII века.
  14. М.М. Богословский. Введение подушной подати и крепостное право.
  15. М.М. Богословский. Дворянские наказы в Екатерининскую комиссию 1767 года.
  16. Богословский Михаил Михайлович. Земское самоуправление на Русском Севере в XVII в. Т. 1: Областное деление Поморья; Землевладение и общественный строй; Органы самоуправления.
  17. Богословский Михаил Михайлович. Земское самоуправление на Русском Севере в XVII в.. Т. 2. Деятельность земского мира; Земство и государство.
  18. М.М. Богословский. Из истории верховной власти в России.
  19. Богословский М.М. Библиография, мемуаристика, эпистолярия.(Научное наследие).
  20. Проф.М.М. Богословский. Конституционное движение 1730 г.
  21. М. Богословский. Областная реформа Петра Великого : провинция 1719-27 гг. Издание Императорского общества истории и древностей российских при Московском университете..
  22. Библиография работ по древнерусской литературе за 1922 г. №№ 257 - 332, 2900 - 2903.
  23. Богословский, М.М. Северный монастырь в XVII-м веке. Вестник Европы (1908).(недоступная ссылка)
  24. Богословский, Михаил Михайлович (1867-1929). Памяти В.О. Ключевского. Типо-лит. т-ва И.Н. Кушнерев и К° (1912).
  25. Богословский М. М. Петр Великий и его реформа.
  26. М.Богословский. Профессор Сергей Иванович Смирнов († 4 июля 1916 года).
  27. Богословский, Михаил Михайлович. Реформа духовной школы при Александре I и основание Московской духовной академии. - Сергиев Посад, 1917. Тип. Моск. сов. солд. деп (1917).
  28. Богословский Михаил Михайлович. Тяглая организация Поморья в XVII веке. Печатня А.И. Снегиревой.
  29. Богословский М. М. Три века царствования Дома Романовых. Тип. Г. Лисснера и Д. Собко (1913).
  30. Богословский, Михаил Михайлович. Учебник русской истории : Курс V класса гимназий.
  31. Богословский М. Учебник русской истории : Курс VI класса гимназий и реальных училищ.
  32. М.М. Богословский. Фабрично-заводская промышленность при Петре Великом.
  33. М. М. Богословский. Краткая биографическая справка.
  34. 145 лет со дня рождения Сергея Михайловича Богословского. Институт демографии Национального исследовательского университета "Высшая школа экономики".