Эстәлеккә күсергә

Бол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бол
БайраҡГерб
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Сплитско-Далматинская жупания[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Hvar Channel[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Брач
Халыҡ һаны 1678 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Омиш
Сиктәш Nerežišća[d], Пучища[d], Постира[d] һәм Селца[d]
Майҙан 23,3 км²[2],
23 км²[2]
Почта индексы 21420[3]
Рәсми сайт bol.hr
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Урындағы телефон коды 021
Карта
 Бол Викимилектә

Бол (хорв. BolBol) — ҡасаба һәм Хорватияла Брач утрауындағы шул исемдәге ауыл общинаһы, административ Сплит-Далматин жупанияһына ҡарай. Адритатиканың популяр курорттарының береһе. Халҡы — ҡасабаның үҙендә 1647 һәм Бол менән бергә община тәшкил иткән Мурвица ауыл кешеләрен иҫәпкә алғанда — 1661.

Бол атамаһа латин теленән «vallum» ҡәлғә нығытмаһы йәки терәк пункт тигәнде аңлата.

Брач утрауына күсеп ултырыу тарихы неолитҡа барып тоташа, унда һинд-европалыларға тиклемге ҡәбиләләр йәшәгән була. II мең йыл б.э. тиклем утрауға малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе иллирия ҡәбиләләре килгән. Рим хакимлығы дәүерендә утрауҙа виллалар, фермер хужалыҡтары ойошторолған.

VIII быуат аҙағында һәм IX быуат аҙағына б. э. утрауға Неретванан славян ҡәбиләләре килә, улар иллирия аборигендарын ҡыҫырыҡлай башлай. Был ваҡытта утрау франктар контроле аҫтында була. XI быуатта уны венециялылар баҫып ала, ә быуат уртаһында хорват короле Петар Крешимир IV власы аҫтында эләгә. Киләһе быуат башында утрау — венгр-хорват Кальман Книжник державаһының өлөшө була. Быуат дауамында ул тәүҙә Венеция, һуңынан Византия, ә һуңынан аҙаҡ венгрия-короллеге күҙәтеүе аҫтына эләгә. Король Андраш II утрауҙы хорват ырыуы Франкопандарға бүләк итә.

1278 йылдан 1358 йылға тиклем утрау менән, юлбаҫарҙарҙы унан ҡыуып, венециялылар хакимлыҡ итә. Һуңынан ярты быуат ул Боснияның, Венгрияның һәм Дубровниктың биләмәһе булып тора. 1420 йылдан алып 1797 йылға тиклем был утрауҙа венецианлылар бөтөнләй нығынып ала. Улар хакимлыҡ иткән осорҙа Бол айырым ултыраҡ булараҡ телгә алына, был сифатта ул герцог Брач Закария тарафынан Главица ярымутрауы доминикансыларға бүләк ителеүе тураһында документта күрһәтелә.

1797 йылда утрауҙы австриялылар оккупациялай, ә Пресбург килешеүе буйынса ул Франция йоғонтоһона күсә. Утрауҙа иҡтисади һәм социаль реформалар башлана, мәктәптәр ойошторола. 1806 йылдан 1807 йылға тиклем Брачты Рәсәй империяһы контролдә тота, һуңынан унда француздар ҡайта.1814 йылдың 7 июлендә ул тағы австриялылар контроле аҫтына күсә. 1823 йылда утрауҙа яңы территориаль бүленештәр индерелә, ете айырым тораҡ пункт, шул иҫәптән Бол барлыҡҡа килә. Болдың иҡтисады был ваҡытта виноград үҫтереүгә һәм балыҡ тотоуға нигеҙләнә. 1883 йылда ҡала власында милли хорват даирәһе була. 1918 йылда Брач серб, хорват һәм словендар Короллеге өлөшө була, ә һуңынан Социалистик Федератив Югославия Республикаһы тарҡалғандан һуң суверенлы Хорватияның өлөшө булып ҡала.

Бол башҡа тораҡ пункттарҙан Брач утрауында айырым ята, утрауҙың көньяҡ ярында Болск крун һыртының итәгендә урынлашҡан. Һырттың өлөшө булып Видова тауы тора (диңгеҙ кимәленән 778 м, хорват Адриатикаһының иң бейек түбәһе). Ҡалаға популяр ҡырсынташ Алтын морон пляжы тоташа (хорв. Zlatni rât), ул ел йүнәлешенә һәм һыу күтәрелеү бейеклегенә бәйле үҙенең формаһын үҙгәртеүе менән билдәле[4]. Болдан 14 км алыҫлыҡта Болдың аэропорты урынлашҡан. Сплит менән Бол көндәлек диңгеҙ рейстары менән бәйле.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Уртаса температура, °C 8,7 9,5 11,0 14,4 18,0 22,1 24,7 24,4 21,4 17,4 13,4 10,0
Һыу температураһы, °C 18,0 22,1 24,7 24,4 21,4
Сығанаҡ: Brac — geography and climat


Алтын мороно пляжы

Туристик индустрия беренсе аҙымдарын Болда 1923 йылда башлай, унда йәштәрҙең тәүге йәйге лагерына нигеҙ һалына. 1928 йылда дүрт бүлмәле беренсе ҡунаҡхана асыла. Икенсе донъя һуғышы башына Болдың бөтә ҡунаҡханаларында һәм хостелдарында 63 номер иҫәпләнә.1948 йылда Болдың ҡунаҡхана бизнесы үҙ ҡыйығы аҫтына «Zlatni rât» компания йыя. 1963 йылда «Bijela kuca» ҡунаҡханаһы асыла; 1971 йылдан 1999 йылға тиклем тағы дүрт ҡунаҡхана комплексы асыла. Бол яйлап Далмацияның алдынғы туризм үҙәктәренең береһенә әүерелә, туризм өлкәһендә бер нисә милли һәм халыҡ-ара приздар яулай. 2009 йылда Бол «хорват туризмының чемпионы» булып таныла[5]. «Daily Telegraph» гәзите шул уҡ йылда Алтын морон пляжын Европала иң матуры тип атай[6].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алтын морон пляжы (хорв. Zlatni rât)
  • Видоватауы
  • Доминикан монастыры
  • Блацаның Глаголик монастыры (туристик сайтта йыш ҡына «сүллек» тип хата атала)
  • Мәмерйә глаголик монастырь Ажадһа мәмерйәһе (хорв. Zmajeva spilja)