Бондаренко Виктор Николаевич
Бондаренко Виктор Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 июль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Петухово[d], Ҡурған өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, психолог |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Бондаренко Виктор Николаевич (7 июль 1953 йыл) — ғалим-философ. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Николаевич Бондаренко 1953 йылдың 7 июлендә Петухов ҡалаһында тыуған. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы мәктәптәрендә башлай, 1980 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡытыуға күсә, 1984—1992 йылдарҙа һәм 1996 йылдан алып — БДУ-ла уҡыта, 2001 йылдан алып — Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта, философия һәм социология кафедраһы мөдире[1]. 2003 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта.
БДУ аспирантураһында — кандидатлыҡ диссертацияһын (1980—1984), ӨДАТУ докторантураһында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (1992—1995)[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. Н. Бондаренконың фәнни хеҙмәттәре марксистик философияға, онтология, гносеология, политология һәм метафизика мәсьәләләренә арналған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 шиғри йыйынтыҡ авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре
Из опыта философского исследования методологии и теории марксистского социализма. Уфа, 1990;
Марксистская светская религия. Уфа, 1994;
Методологические принципы гносеологической концепции классического марксизма. Уфа, 1997.
2013—2015 йылдарҙа — «Философская психология: методология, теория и практика», 2015—2017 йылдарҙа — «Духовно-психологическое консультирование и немедицинская психотерапия», 2016—2019 йылдарҙа «Духовная психология и психотерапия» темалары буйынса үҙе әҙерләгән мәғариф программалары нигеҙендә практик психологтар өсөн семинарҙар һәм тренингтар үткәрә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Виктор Николаевич Бондаренко 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бондаренко Виктор Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.