Бондаренко Михаил Захарович
Бондаренко Михаил Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 (20) октябрь 1913 |
Тыуған урыны | Богдановка[d], Черняховская волость[d], Пирятинский уезд[d], Полтава губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 июль 1947[1] (33 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Силезия воеводлығы[d], Польша |
Үлем сәбәбе | батып үлеү[d] |
Һөнәр төрө | лётчик, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто |
Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Хәрби звание | лейтенант һәм Майор |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бондаренко Михаил Захарович Викимилектә |
Михаил Захарович Бондаренко (7 (20) октябрь 1913 йыл, Богдановка - 27 июль 1947 йыл) - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиаэскадрильяның 198-се штурм авиация полкы командиры (Үрге баш командованиеның 4-се удар авиация төркөме, Көнбайыш фронт); 198-се штурм авиация полкы штурмы (233-се штурм авиация дивизияһы, 1-се һауа армияһы, Көнбайыш фронт)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Захарович Бондаренко 1913 йылдың 7(20) октябрендә Рәсәй империяһының Полтава губернаһы Богдановка ауылында (хәҙерге Украинаның Киев өлкәһе, Ягодинский районында) тыуған. Милләте буйынса украин . 1927 йылда ауыл мәктәбенең 7 синыфын тамамлай.
1936 йылдың авгусында Совет армияһында. 1937 йылда ул Харьков хәрби авиация пилот мәктәбен, 1939 йылда осоусыларҙың Качин хәрби авиация мәктәбен тамамлай.
1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнашыусы, 148-се истребитель авиация полкының кесе осоусыһы булараҡ, И-153 «Чайка» истребителендә 17 хәрби осош яһай. Һуғыштан һуң Балтик буйы хәрби округының Хәрби-һауа көстәре сафтарында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Төньяҡ-Көнбайыш фронтының 241 се штурм авиация полкы звеноһы командиры булараҡ, 1941 йылдың июнь-июль айҙарында Прибалтикаға оборона һуғышында ҡатнаша, И-153 истребителендә 25 хәрби осош яһай. 1941 йылдың августында Ил-2 штурмовик уҡыу уҙа.
1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың декабренә тиклем звено, авиаэскадрилья командиры, 198-се штурм авиация полкы штурманы, ә 1942 йылдың декабренән 1943 йылдың ноябренә тиклем 3-се штурм авиация корпусының пилоттар техникаһы буйынса инспектор була. Мәскәү оборонаһында һәм Курск һуғышында ҡатнаша.
63 бик мөһим осоштарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 6 июнендәге Указы менән лейтенант Бондаренко Михаил Захар улына Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ " миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә» (No. 581).
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 24 авгусындағы Указы менән майор Михаил Захарович Бондаренко икенсе Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә (No. 7/2).
Һуғыш ваҡытында барлығы 94 хәрби осош яһай, шул иҫәптән 79 осош штурмовик Ил-2 самолетында
1943—1946 йылдарҙа Монинолағы Хәрби Көстәр Академияһында уҡый, һуңынан Польшла һөжүм полкы командиры булып Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә.
1947 йылдың 27 июлендә ул Польша Халыҡ Республикаһының Олава ҡалаһы янындағы Одра йылғаһында йөҙгәндә һуға батып үлә. Уны Богдановка ауылында ерләйҙәр.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (06.06.1942)[2]
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (08.24.1943)
- Ленин ордены (5.12.1941) [3]
- Ленин ордены (06.06.1942)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11/06/1941)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (09/23/1942)
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геройҙың бронза бюсы тыуған илендә - Киев өлкәһе, Ягодинский районының Богдановка ауылында ҡуйылған.
- Богдановка ауылыныңның бер урамына Бондаренко исеме бирелгән
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бондаренко Михаил Захарович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему составу Военно-воздушных Красной Армии» от 6 июня 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 15 июня (№ 22 (181)). — С. 1.
- ↑ Смотри обсуждение.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бондаренко Михаил Захарович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2009)
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Полтава губернаһында тыуғандар
- 27 июлдә вафат булғандар
- 1947 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Курск алышында ҡатнашыусылар
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Рәсәй империяһында тыуғандар