Бородулин Филипп Иванович
Бородулин Филипп Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 апрель 1911 |
Тыуған урыны | Шуранкүл, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 1983 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Кушва[d], Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Филипп Иванович Бородулин (12.04.1911, Силәбе өлкәһе — 31.10.1983, Свердловск өлкәһе) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан орденының тулы кавалеры, 431-се айырым разведка ротаһының взвод командиры ярҙамсыһы өлкән сержант — 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителгәндә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл Армия районы Шуранкүл ауылында 1911 йылдың 12 апрелендә тыуа. 4 класс тамамлай. 1929 йылда Свердловск өлкәһенең Кушва ҡалаһына күсенә. Кушва ҡалаһының янғын һағында эшләй. 1933—1935 һәм 1939—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.
1941 йылдың июнь айында Кушвин район хәрби комиссариаты уны ҡайтанан армия сафына саҡыра. 30 июндә үк Мурманск ҡалаһы янында дошман илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнаша, яурыны яралана. Август башында фронтҡа кире әйләнеп ҡайта, әммә тиҙҙән Петрозаводск йүнәлешендәге һуғышта тағы ла яралана.
Госпиталдән һуң Ленинград фронтында һуғыша. 1941 йылдың октябрендә ҡыҙылармеец Бородулин 6 тапҡыр разведтөркөм составында разведкаға бара. Шәхсән үҙе 5 дошман һалдатын һәм 2 офицерын әсирлеккә ала. 1942 йылдың майында Төньяҡ-көнбайыш фронтта 235 уҡсылар дивизияһы составында һуғышҡан саҡта тағы яралана. Госпиталдән һуң 53-сө армияның Смерш контрразведка бүлеге составында айырым ротала хеҙмәт итә. 1943 йылдың яҙында Ҡыҙыл Байраҡ орден менән бүләкләнә. 1943 йылдың май айында ул дүртенсе тапҡыр яралана, был юлы ауыр яра ала.
1945 йылдың башында 375-се уҡсылар дивизияһының 431-се айырым разведка ротаһы составында һуғыша, отделение командиры, взвод командиры ярҙамсыһы була. Ошо часть составында Еңеүгә тиклемге юлды үтә. Будапешт операцияһында, Венгрия, Австрия, Чехословакиятерриторияларын дошман илбаҫарҙарынан азат итеү буйынса һуғыштарҙа ҡатнаша. Фронт менән бергә Грон, Нитра, Ваг, Морава, Дыйе һәм башҡа йылғалар аша сыға. Будапешт, Комарно, Братислава, Прага ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.
1945 йылдың 21 ғинуарында Батарове Кеси тораҡ пункты янында сержант Бородулин разведка төркөмө составында контроль әсирен ҡулға төшөрөүҙә ҡатнаша. Бурысты үтәүҙе тәьмин итеү өсөн, тылдан урап үтеп, пулемет нөктәһен гранаталар ташлап юҡ итә. Артабан гранаталар һәм автоматтан атып, иптәштәренең дошманды баҫып алыуын тәьмин итә. Һөҙөмтәлә разведчиктар 13 дошман һалдатын әсиргә ала. Был һуғышы өсөн сержант Бородулин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
375-се уҡсылар дивиязияһының 1945 йылдың 6 февралендәге частар буйынса приказы менән сержант Филипп Иванович Бородулин 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 26 апрелендә өлкән сержант Бородулин разведчиктар төркөмө менән Ивань тораҡ пункты районында разведка ваҡытында ҡапыл дошман блиндажына һөжүм итә. Алышта 7 дошман һалдаты үлтерелә, «тел» һәм ҡиммәтле документтар ҡулға төшөрөлә. Ошо батырлығы өсөн сержант Бородулин 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 27 майында, беренсе наградаһы килеп тә өлгөрмәй, рота командиры 26 апрелдә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә. Бүләкләү ҡағыҙында 3-сө дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителеү тураһында яҙыу торһа ла, дивизия командиры тағы ла 3 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләү тураһында приказға ҡул ҡуя.
375-се уҡсылар дивиязияһының частар буйынса 1945 йылдың 30 майындағы приказы менән Бородулин Филипп Иванович ҡабатлап 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
7-се гвардия армияһының частар буйынса 1945 йылдың 16 авгусындағы приказы менән Бородулин Филипп Иванович 2 дәрәжә Дан ордены ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың июлендә демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайта. Кушвин металлургия заводында, Гороблагодатск руднигында тимер юл цехында слесарь-ремонтсы булып эшләй. 1958 йылда ғына бүләкләү буйынса фронтта юл ҡуйылған хата төҙәтелә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 27 февралендә 1945 йылдың 30 майындағы приказ юҡҡа сығарыла һәм Бородулин Филипп Иванович 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. Шулай итеп, фронтовик Дан орденының тулы кавалеры була.
Һуңғы йылдарҙа 1986 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Кушва янғын һағы бүлексәһе начальнигы булып эшләй.
Кушва ҡалаһында йәшәй. 1983 йылдың 31 октябрендә вафат була. Свердловск өлкәһеКушва ҡалаһы зыяратында ерләнә.
Орден менән бүләкләнде, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филипп Иванович Бородулин . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2017.
- 12 апрелдә тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Пермь губернаһында тыуғандар
- 31 октябрҙә вафат булғандар
- 1983 йылда вафат булғандар
- Свердловск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы разведчиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр