Борханова Флүрә Булат ҡыҙы
Флүрә Булат ҡыҙы Борханова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
социология |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
социология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Борханова Флүрә Булат ҡыҙы (10 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флүрә Булат ҡыҙы Борханова (Латипова) 1956 йылдың 10 ғинуарында Әзербайжан ССР-ы Нахичевань АССР-ы Нахичевань ҡалаһында тыуған[1].
1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1978—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эшләй.
1980—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән лаборант булып эшләй[2].
1984 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башта кесе ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1988 йылдан Башҡорт дәүләт университетенда эшләй:
- 1988—1990 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
- 1990—2000 йылдарҙа — иҡтисад һәм социология кафедраһы ассистенты; социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, доценты; ғәмәли социология кафедраһы доценты;
- 2000—2003 йылдарҙа — БДУ докторанты;
- 2003—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы доценты;
- 2006—2015 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире;
- 2015 йылдан — социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы профессоры[2].
2006 йылда «Современный брак в Башкортостане: гендерные аспекты» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «социология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала.
Бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр академияһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, 2012 йылдан — Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы баш ғилми хеҙмәткәре[2].
2006 йылдан Рәсәй социологтар ассоциацияһының Республика бүлексәһе рәйесе вазифаһын башҡара[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре ғаилә һәм никахты анализлауға, был институттарҙың Башҡортостанда торошоноң һәм үҫешенең айырмалыҡтарына, Рәсәй йәмғиәтенең гендер социологияһы проблемаларына һәм уларҙың республикала сағылышына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахметова Г. Ф., Валиахметов Р. М., Латыпова Ф. Б. Башкирская женщина: мнения и представления о себе, семье и обществе (по результатам социологического исследования). — Уфа: РУНМЦ Госкомнауки РБ, 2000. — 66 с.
- Латыпова Ф. Б. Ценностные ориентиры семьи // Экономика и управление. — 2001, № 6. — С. 59-63.
- Латыпова Ф. Б. Семейно-брачные установки и ценности современной студенческой молодежи. — Уфа: УЮИ МВД РФ, 2001. — 91 с.
- Женщины с детьми: положение и социальные проблемы в трансформирующемся обществе./ Отв. ред. Дж. М. Гилязитдинов, Е. К. Миннибаев, Ф. Б. Латыпова. — Уфа: Изд-во «Восточный университет», 2003. — 212 с.
- Бурханова Ф. Б. Современный брак в Башкортостане. — Уфа, РИО БашГУ, 2004. — 325 с.
- Бурханова Ф. Б. Религиозные обряды в современной брачной практике // Ватандаш, 2004. — № 10. — С. 160—169.
- Бурханова Ф. Б., Забиров И. У. Карьера руководителей на промышленных предприятиях Башкортостана. — Уфа: РИО БашГУ, 2009. — 176 с.
- Бурханова Ф. Б. Гендерные аспекты развития человеческого потенциала. Гл.7, п.1-3, 5,7. // Республика Башкортостан. Доклад о развитии человеческого потенциала за 2008 г./ Под общ. ред. Валиахметова Р. М., Бурхановой Ф. Б., Хилажевой Г. Ф. — Уфа: Изд-во «Восточная печать», 2009. — С.188—201, 206—209, 216—220.
- Бурханова Ф. Б. Терелецкова Е. В. Гендерный фактор в разводах. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2010. — 158 с.
- Бурханова Ф. Б., Мухамадеева Р. Р. Проблемы семьи и семейной политики в Республике Башкортостан. Результаты социологического опроса экспертов. Препринт./ Институт социально-политических и правовых исследований АН РБ. — Уфа: Гилем, 2010.
- Бурханова Ф. Б. Семейная политика в России и Башкортостане в оценках экспертов // Социальная политика и социология. Междисциплинарный научно-практический журнал. 2010. № 8. С. 136—155.
- Бурханова Ф. Б. Смешанные браки как фактор общегражданской интеграции// Евразийское пространство: цивилизационный потенциал тюркоязычных стран и российских регионов в ХХI веке. Материалы IV Международного Конгресса социологов тюркского мира 4-6 октября 2011 г. — Уфа: Гилем, 2011. — С.54-57.
- Бурханова Ф. Б. Этнический фактор, семья и брак // Глобальная социальная турбулентность и Россия. Международная научная конференция «Сорокинские чтения — 2011»./Под ред. В. И. Добренькова. — М.: Университетская книга, 2011. — С.94-95. ISBN 978-5-91304-241-5.
- Хилажева Г. Ф., Галин Р. А., Утяшева И. Б., Бурханова Ф. Б. Этнические аспекты демографических процессов// История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Т. VII. — Уфа: Гилем, 2012. — 424 с. — С. 121—148. ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Семья и человеческое развитие. Доклад о развитии человеческого потенциала в Республике Башкортостан. / Под ред. Валиахметова Р. М., Бурхановой Ф. Б., Хилажевой Г. Ф. — Уфа: Восточная печать, 2013. — 283 с. (Гл.1,2, 9, п.9.4).
- Бурханова Ф. Б. Создание семьи: современные тенденции в Башкортостане// Вестник Института социологии РАН. 2014. — № 01 (08). С.90-107.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фән өлкәһендә Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986, коллектив составында)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Борханова Флүрә Булат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Бурханова Флюра Булатовна . Институт социологии РАН (29 октябрь 2017). Дата обращения: 10 март 2018.