Эстәлеккә күсергә

Брацюк Николай Захарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брацюк Николай Захарович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 май 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Винницкий уезд[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Залегощенский район[d], Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Залегощенский район[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Хәсән күле алыштары[d], Бөйөк Ватан һуғышы, Харьковская наступательная операция 2 февраля – 3 марта 1943 года[d] һәм Курск һуғышы[d]
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Брацюк Николай Захарович (19 май 1909 йыл23 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, танк батальоны командиры, майор. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).

Николай Захарович Брацюк 1909 йылдың 19 майында Бритавка (хәҙер Винница өлкәһенең Чечельник районы) эшсе ғаиләһендә тыуа. Украин. 1922 йылда слесарь-машинист өйрәнсеге була. 1928 йылда Харьков ҡалаһында тау-быраулау техникумын тамамлай[1].

1928 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Алыҫ Көнсығышта бронетанк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1938 йылда Хәсән күле эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1938 йылда — Горький хәрби-сәйәси училищеһын, 1943 йылда Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби академияһының офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай[1].

Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың февраленән ҡатнаша. 12-се танк корпусының 106-сы танк бригадаһы 305-се команда-танк батальоны менән командалыҡ итә. Воронеж һәм Брянск фронттарында һуғыша. Харьков операцияһында, Чугуев һәм Мерефа ҡалаларын азат итеүҙә, Курск дуғаһында Новосиль ҡасабаһы районында, Отрада һәм Золотарево станцияларындағы һуғыштарҙа ҡатнаша[1].

305-се танк батальонын ҡабул итеп алып, уның белемен һәм хәрби әҙерлеген күтәреү буйынса ҙур эш башҡара, һөҙөмтәлә батальон 106-сы танк бригадаһында 1-се урынға сыға[2].

1943 йылдың 19-23 июлендә майор Брацюк батальоны Орел өлкәһенең Отрада һәм Золотарево станциялары районында һөжүм итеп, дошмандың 8 танкыһын, 9 һөжүм ҡоралын, 4 бронемашинаһын, 12 пушкаһын, штурмлаусы орудиеһын, тиҫтәләгән миномет һәм пулеметын, йөҙләгән һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Брацюк шәхсән 2 танк һәм 3 штурмлау орудиеһын сафтан сығара[1].

1943 йылдың 23 июлендә майор Брацюк Субботинский хуторы өсөн барған алышта һәләк була (Орел өлкәһе, Залегощенский районы)[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән «көрәш фронтында немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн» майор Брацюк Николай Захаровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә (үлгәндән һуң)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы (1944 йылдың 15 ғинуары, үлгәндән һуң)[3]
  • Ленин ордены (15 ғинуар 1944, үлгәндән һуң)

Субботинский утарында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Брацюк Николай Захарович. «Герои страны» сайты.
  2. Наградной лист Н. З. Брацюка с представлением к званию Героя Советского Союза, 23 августа 1943 года. ОБД «Подвиг Народа», номер записи в базе данных: 150004255 (фонд 33, опись 793756, единица хранения 7).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "адм" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Нерсесян Н. Г. Киевско-Берлинский. — М.: ВИМО, 1974.