Эстәлеккә күсергә

Буганов Анатолий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буганов Анатолий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Хабаровск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө эколог
Эшмәкәрлек төрө экология
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Буганов Анатолий Алексеевич (21 август 1936 йыл6 ғинуар 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй экологы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1999), Рәсәй Фәндәр академияһыныъ мөхбир ағзаһы (2014).

Буганов Анатолий Алексеевич 1936 йылдың 21 авгусында Хабаровскиҙа хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1966 йыл — Әстерхан медицина институтының дауалау факультетын тамамлай.

1975 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (фәнни етәксеһе — профессор И. Б Лихциер) һәм Тамбовта Тамбов өлкәһе Табип-хеҙмәт экспертизаһы буйнса (ВТЭ) баш эксперт булып эшләй.

1981 йылда — конкурс буйынса СССР МФА ВКНЦ Томск филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре итеп һайлана, 1983 йылда — Төмәнгә ебәрелә, унда СССР МФА ВКНЦ Төмән филиалының 220 койкалыҡ клиника менән Кардиология бүлеген етәкләй.

1991 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Ямал-Ненец автономиялы округының Надым ҡалаһында РСФСР юғары мәктәбе һәм фән буйынса Дәүләт комитетының экология һәм профилактик медицина лабораторияһына нигеҙ һала, 1993 йылда лаборатория РМФА-на тапшырыла, 1994 йылда Алыҫ Төньяҡ медицина проблемалары ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә, ғүмеренең аҙағына тиклем уның етәксеһе була.

1998 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

1999 йылда — РМФА мөхбир ағзаһы итеп һайлана

2002 йылда — Рәсәй Тәбиғәтте өйрәнеү академияһының академигы итеп һайлана

2014 йылда — РФА мөхбир ағзаһы итеп һайлана

2019 йылдың 6 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫ Төньяҡта экологияһы өлкәһендәге белгестәр.

Поляр медицинаһы ғилми мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Уның етәкселегендә экология, кардиология, эпидемиология, физиология һәм гигиена проблемалары буйынса тикшеренеүҙәр үтә

Төньяҡ төбәктәрҙә интенсив иҡтисади үҫештәр шарттарында Алыҫ Төньяҡ халҡының сәләмәтлеген медик-экологик күҙаллау буйынса киң масштаблы ғилми программаларҙы әҙерләү һәм индереү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә, һәм экология менән бәйле сирҙәрҙе күҙаллау, диагностикалау һәм коррекциялау сараларын һәм ысулдарын эшләп, Алыҫ Төньяҡ тирә -яҡ мөхитенең организмға йоғонтоһо механизмдарын өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә.

500-ҙән ашыу баҫмалар авторы, улар араһында 10-дан ашыу монографияһы бар.

Уның етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[2]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2000)[3]
  1. Буганов Анатолий Алексеевич (ИС АРАН). isaran.ru. Дата обращения 9 декабря 2019.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 31.01.2007 № 109. kremlin.ru. Дата обращения: декабрь 2019.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 26.12.2000 № 2089. kremlin.ru. Дата обращения: декабрь 2019.