Булгаков Борис Владимирович
Булгаков Борис Владимирович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 25 июль (7 август) 1900 или 1900[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1952 или 1952[1] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик, университет уҡытыусыһы, ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | механика[2] һәм гироскоп[d][2] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Бухгольц Николай Николаевич |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Борис Владимирович Булгаков (6 август (25 июль) 1900, Мәскәү — 29 апрель 1952, Мәскәү) — совет ғалим-механигы, педагог. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 йылдың 6 (19) авгусында Мәскәүҙә тыуған.
1923 йылда Ҡыҙыл армия сафынан демобилизацияланғандан һуң Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә (ул саҡта уҡ киләсәктә ғалимдың иртә вафатының сәбәбе буласаҡ туберкулез менән ауырый башлаған була)[3]. Университетта уҡығанда Булгаков һәм уның дуҫтары Д. Ф. Егоровтың, Н. Н. Лузиндың, П. С. Финиковтың, О. Ю. Шмидтың, Н. Ф. Четверухиндың, Н. Н. Бухголецтың, И. В. Станкевичтың, Л. С. Лейбензондың лекцияларын тыңлайҙар[4].
Студент йылдарында Б. В. Булгаков музыка менән мауыға: ул фортепианола бик һәйбәт уйнай, үҙе музыкаль пьесалар ижад итә һәм йыш ҡына Гнесиндар училищеһын виолончель класы буйынса тамамлаған дуҫы һәм курсташы В. Н. Щелкачев менән бергә дуэтта уйнай (Чайковский, Шопен, Моцарт, Мусоргский, Глинка әҫәрҙәрен башҡаралар)[3].
1928 йылда Мәскәү университетын тамамлай[5]. Диплом эше темаһы сифатында профессор Н. Н. Бухгольц Б В. Булгаковҡа диплом яҙыусының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһенең алыҫ торған цилиндрик торбаны бөтәрләү тураһында мәсьәләне (гироскоптар) бирә. Мәсьәләнең ауырлығы шунда, торбаны сикләгән цилиндрҙың тышҡы һәм эске йөҙҙәре коаксиаль булмайҙар (ингл. Coaxial). Булгаков ҡуйылған мәсьәләне бик яҡшы хәл итә; Бухгольц ул диплом эшен яҡлағанда, был мәсьәләлә Ламенан һуң тәүге тапҡыр яңы ҙур өлөш яһалды тип әйтә[6].
1928—1930 йылдарҙа Б. В. Булгаков Халыҡ хужалығы Юғары Советының Дәүләт нефть тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1930 йылда Мәскәү университетында эшләй, МДУ-ның механика-математика факультетының теоретик механика кафедраһында ассистент, доцент, профессор; 1941 йылдан шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының Механика институтында эшләй[5].
1939 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 1939 йылдан теоретик механика кафедраһы профессоры. Мәскәү дәүләт университетының ғәмәли механика кафедраһын ойоштороусы (1941 й., И. И. Артоболевский менән бергә); 1944—1952 йылдарҙа уның беренсе штаттағы мөдире була. Мехматтың бөтә студент-механиктары өсөн мотлаҡ булған «Ғәмәли механика» йыллыҡ курсын, шулай уҡ гироскоптар теорияһы һәм тирбәлеүҙәр теорияһы буйынса махсус курстар уҡый[7].
Шулай уҡ Мәскәү геолог-разведкалау институтында (1930—1936 йылдарҙа) (профессор, механика кафедраһы мөдире), һәм Мәскәү юғары техник училищеһында (1939—1952) (профессор, авиация приборҙары кафедраһы мөдире) уҡыта.
1946 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана[8].
Балалары булмай.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: тирбәлеүҙәр теорияһы, гироскоптарҙың ғәмәли теорияһы, күҙәтеү системалары, көйләү теорияһы[9].
Б. В. Булгаков гироскопик маятник теорияһын эшләй, уның хәрәкәтен, ҡаршылыҡ көстәрен иҫәпкә алып, хәрәкәтһеҙ һәм хәрәкәтләнмәле нигеҙҙә өйрәнә. Ул төрлө типтағы авиация гирогоризонттары теорияһына ҙур өлөш индерә (бигерәк тә квази-һығылмалы радиаль коррекциялы аныҡ гирогоризонттарҙың дөйөм теорияһы ентекләп эшләнә һәм уларҙың баллистик тайпылыштары тураһындағы мәсьәлә өйрәнелә). Гироскопик компастар теорияһында уларҙың динамикаһын хәрәкәтһеҙ нигеҙҙә һәм хәрәкәт итеүсе карапта тикшерә; карап оҙайлы манёврлағанда баллистик тайпылыштар тупланыуы тураһында мәсьәләне (гиромаятник теорияһындағы кеүек) хәл итә. Күп гироскоплы системаларҙың дөйөм теорияһын үҫтерә. Хәрәкәттең теүәл тигеҙләмәләрен анализлауға нигеҙләнгән гироскоптарҙың дөйөм теорияһына ла өлөш индерә; гироскоп хәрәкәтенең тотороҡлолоғон тикшерә. Б. В. Булгаковтың 1939 йылда баҫылып сыҡҡан һәм үҙе вафат булғандан һуң 1955 һәм 1976 йылдарҙа яңынан баҫтырып сығарылған «Прикладная теория гироскопов» монографияһы, гироскоптар теорияһы буйынса бөтә белгестәр өсөн өҫтәл китабына әүерелә[10].
1938 йылда Булгаков навигацияның инерциаль системалары теорияһының фундаменталь нигеҙҙәрен эшләй. Ул системаның төрлө эш режимында уның стационар тороштарын таба, бында объект маневрлағанда тотороҡландырылған майҙансыҡта тайпылыш буласаҡ (йәғни стационар тороштан тайпыласаҡ)[11].
Тирбәлеүҙәр теорияһында һыҙыҡлы тирбәлеү системаларын һүрәтләүҙең матрицалы һәм операцион иҫәпләмә алымдарын ҡулланыуға нигеҙләнгән дөйөм компактлы формаһын тәҡдим итә. Күп азатлыҡ дәрәжәле һыҙыҡлы булмаған тирбәлеүҙәр системаһын тикшереү ысулдарын эшләй[12]). Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған системаларҙы нормаль координаталарға үҙгәртеү техникаһын камиллаштыра, был уға күп азатлыҡ дәрәжәле һәм күп һыҙыҡлы булмаған функциялы системаларға Ван дер Полдең уртасалаштырыу ысулын дөйөмләштерергә мөмкинлек бирә. Б. В. Булгаковтың «Тирбәлеүҙәр» монографияһы был эштәр циклының һөҙөмтәһе булып тора (1954)[13].
Автоматик көйләү теорияһы өлкәһендә Б. В. Булгаков һыҙыҡлы булмаған көйләнеүсе системаларҙы синтезлау ысулдарын эшләй, шулай уҡ үҙе ҡуйған автотирбәлеүҙәрҙе (күп кенә көйләнеүсе системаларҙа кәрәкмәгән) булдырмау буйынса саралар тураһында мәсьәләне хәл итә, пассив дүрт полюслылар ярҙамында төҙәтеүҙәр сылбырын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу ысулын эшләй[14].
Бер нисә уйлап табыу авторы. Мәскәү университетында гироскопистар мәктәбенә нигеҙ һалыусы була; 8 фән кандидаты (МДУ-ла ғына) әҙерләй.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булгаков Б. В. Прикладная теория гироскопов. 1-е изд. — М.-Л.: Гостехиздат, 1939. — 258 с. 2-е изд. — М.: Гостехиздат, 1955. — 355 с. 3-е изд. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1976. — 401 с.
- Булгаков Б. В. Колебания. — М.: Гостехиздат, 1954. — 897 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 Тюлина, 2005, с. 22
- ↑ Тюлина, 2005, с. 8—17
- ↑ 5,0 5,1 Боголюбов, 1983
- ↑ Тюлина, 2005
- ↑ Механика в Московском университете, 1992, с. 60—61
- ↑ Боголюбов, 1983, с. 74
- ↑ Боголюбов, 1983, с. 74—75
- ↑ Механика в Московском университете, 1992, с. 63—65
- ↑ Ишлинский, 1985, с. 353
- ↑ Боголюбов, 1983, с. 75
- ↑ Механика в Московском университете, 1992, с. 75—76
- ↑ Механика в Московском университете, 1992, с. 80
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боголюбов А. Н. Математики. Механики. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1983. — 639 с.
- Ишлинский А. Ю. Механика: идеи, задачи, приложения. — М.: Наука, 1985. — 624 с.
- Ким А. А., Тюлина И. А. Борис Владимирович Булгаков. 1900—1952. — М.: Наука, 2000. — 85 с. — ISBN 5-02-002481-3..
- Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2..
- Тюлина И. А. Выдающийся учёный и педагог — выпускник физико-математического факультета Московского университета — Владимир Николаевич Щелкачёв. — М.: Изд-во ЦПИ при механико-математическом факультете МГУ, 2005. — 40 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борис Владимирович(недоступная ссылка) (недоступная ссылка) на сайте «Летопись Московского университета»
- Профиль Бориса Владимировича Булгакова РФА рәсми сайтында
- Персональная страница на сайте Общероссийский математический портал
- 7 августа тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 29 апрелдә вафат булғандар
- 1952 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 июлдә тыуғандар
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар
- МДУ-ның механика-математика факультеты уҡытыусылары