Бурундиҙа ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бурундиҙа ислам
Рәсем
Дәүләт  Бурунди
 Бурундиҙа ислам Викимилектә
Бужумбурҙағы мәсет

Бурундиҙа ислам диненең күп һанлы эйәрсендәре юҡ, уны был ил халҡының 2-5%-ы тота[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурундиға ислам тәүге тапҡыр XIX быуатта Көнсығыш Африка яр буйынан ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм ҡолдар менән сауҙа итеүселәр менән бергә үтеп инә башлай. Бурунди Короллеге башында торған Нтаре I төбәктә ислам таралыуына ҡаршы әүҙем сығыш яһай. Бурунди мосолмандарҙың баҫып инеүен кире ҡағыуға өлгәшелһә лә, ислам яҡлылар Уджиджи һәм Увира сик буйы ҡалаларынан экспансия яһап, нығыныуға өлгәшә уларҙан улар экспансияһын дауам итә. 1890-сы йылдарҙа Бурунди немец колонияһына әйләнә. Немец хакимиәте Германия Көнсығыш Африкаһында исламды таратыуға булышлыҡ итә. Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Бужумбура ҡалаһы төбәктә ислам таралыуҙың төп үҙәгенә әйләнә. Бурундиҙы Бельгия алғандан һуң, илдә христиан миссионерҙары барлыҡҡа килә һәм урындағы халыҡты күпләп католицизмға[2] ҡараталар.

Халыҡ һаны һәм таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ дәүләт департаменты мәғлүмәттәре буйынса өсөн 2010 йылда, Бурунди халҡының 2-5%-ы үҙен мосолман тип таный. Мосолмандарҙың төп өлөшө Бужумбура (бигерәк тә Буензи һәм Бвиза райондарында йәшәй), Гитега, Румонге, Ньянза, Муйинга һәм Макамбала.ҡалаларында йәшәй. Бурунди мосолмандарының күпселеге сөнниҙәр, әммә шиғыйҙар һәм ибәдиҙәрҙең[1]бәләкәй общиналары ла бар. Бурундиҙа ислам динен ике этник төркөм Хуту һәм Тутси вәкилдәре тота, шуға күрә граждандар һуғышы ваҡытында был конфликт осоронда дини төҫмөрҙән ҡотолоу мөмкин була[2]. Шулай уҡ мосолмандар араһында Көнбайыш Африка, Конго Демократик Республикаһы, Яҡын Көнсығыш һәм Пакистан мигранттары күп. Бурундиҙа мосолмандар аҙсылыҡ булыуға ҡарамаҫтан, мосолман байрамдары Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы дәүләт кимәлендә билдәләнә[1]. Илдең мосолман общинаһы вәкилдәре, бигерәк тә Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, власть органдарында һәм илдең йәмәғәт тормошонда киң урын ала[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Burundi, U.S. Department of State. 24 май 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Luffin, Xavier (1999). "Muslims in Burundi: Discretion and Neutrality". Дата обращения: 19 декабрь 2016. Архивировано 16 ноябрь 2016 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Despite small numbers, Burundi Muslims still influential - World Bulletin, World Bulletin. 24 май 2017 тикшерелгән.